Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә "Система-112" эшмәкәрлеге тураһында ҙур һөйләшеү булды. Доклад менән республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров сығыш яһаны.
Уның белдереүенсә, Башҡортостанда "Система-112" 2019 йылда булдырылған, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тарафынан ойошторолған. Башҡортостан уны даими файҙаланыуға тапшырыу буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө һәм Рәсәйҙә 17-се булған.
"Өс йыл эсендә "Система-112" тарафынан ете миллиондан ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителде һәм эшкәртелде. Һәр осраҡ буйынса оператив, комплекслы эш ойошторола. Система башҡа ашығыс хеҙмәттәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Күрше өлкәләрҙәге менән дә хеҙмәттәшлек булдырылды", – тине Фәрит Ғүмәров.
Рәйес әйтеүенсә, "Система-112" граждандарға түбәндәге мөмкинлектәрҙе бирә:
- беренсенән, ашығыс хеҙмәттәрҙе “Бер тәҙрә” принцибы буйынса саҡырыу. Кәрәк булғанда, бер тапҡыр шылтыратып, янғын һүндереүселәрҙе, ҡотҡарыусыларҙы, полицияны, ашығыс ярҙам һәм газ хеҙмәткәрҙәрен саҡырырға мөмкин;
- икенсенән, система дистанцияла психологик ярҙам күрһәтә ала. Үткән йыл Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәге психологтары 2,5 мең кешегә ярҙам иткән, 254 кешене үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙан аралап ҡалған;
- өсөнсөнән, система төрлө телдәрҙәге мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итә ала.
Ғәҙәттә, шылтыратыуҙар рус, башҡорт, инглиз телдәрендә ҡабул ителә. Халыҡ-ара фәнни, мәҙәни, спорт саралары уҙғарылған көндәрҙә бынан тыш француз, немец, испан, ҡытай телдәрендә шылтыратыуҙар ҡабул итеү ойошторола.
Шулай уҡ был система “ЭРА-ГЛОНАСС” системаһы буйынса юл-транспорт фажиғәләре тураһында мәғлүмәтте автоматик рәүештә ҡабул итә. Был система датчиктары менән 2017 йылда һәм унан һуң сығарылған машиналар йыһазландырыла. Тағы ла шылтыратыусы менән бәйләнеш өҙөлгән осраҡта бәйләнеште автоматик рәүештә тергеҙә.
Тәүлек эсендәге шылтыратыуҙар һаны республика биләмәһендәге оператив хәл-торош менән бәйле. Мәҫәлән, 7 ғинуарҙа "Система-112"гә мөрәжәғәттәр һаны 18 процентҡа артҡан. Был көндө, көслө ҡар яуыу сәбәпле, юлдарҙа хәл бик көсөргәнешле булған.
"Система диспетчерҙары көсөргәнешкә ҡаршы тора белергә тейеш. Тәүлек әйләнәһенә улар 500-ҙән ашыу мөрәжәғәт эшкәртә. Тәүлек рекордын диспетчер Анастасия Күскилдина ҡуйҙы, ул 1001 шылтыратыу ҡабул итте. Йыл һөҙөмтәләре буйынса Эльвира Сәғитова еңеүсе тип билдәләнде. Ул 2021 йылда 62 меңдән ашыу мөрәжәғәт менән эшләгән. Бөтә диспетчерҙар ҙа Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгендәге бындай көсөргәнеште күтәрә алмай. Физик яҡтан ғына түгел, психологик йәһәттән дә бик ауыр, – тине Фәрит Ғүмәров. – Үҙәк диспетчерҙарына ялған шылтыратыуҙар ныҡ ҡамасаулай. Ошондай осраҡтарҙы кәметеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар: бер йыл элек 37 процент шылтыратыуҙар “ялған” категорияһына ҡараһа, быйыл мартта был күрһәткес 19 процентҡа тиклем кәмене".
Ведомство граждандарға уңайлы булһын өсөн “112” мобиль ҡушымтаһын эшләтеп ебәрергә планлаштыра. Был ҡушымта ярҙамында мөрәжәғәт итеүсенең теүәл координаталарын билдәләргә, уның һаулығы тураһында мәғлүмәт, хәл-ваҡиға урынынан фото, видеоматериалдар алырға мөмкин. Граждан үҙенең мөрәжәғәтенең статусын контролдә тота аласаҡ.
Республикала тағы ла бер проект тормошҡа ашырыла. Ул – Өфө, Белорет, Нефтекама, Туймазы, Стәрлетамаҡ ҡалаларында "Система-112" диспетчерын саҡырыу төймәләре булған домофондар ҡуйыу буйынса пилот проекты. Бынан тыш, Өфөлә “аҡыллы” туҡталыш павильондарын ошо системаға тоташтырыу ойошторолған.
"Башҡортостандағы "Система-112" халыҡ-ара һәм федераль кимәлдәге форум һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, – тине Фәрит Ғүмәров. – Беҙ был система мөмкинлектәрен киңәйтеү, камиллаштырыу өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләйбеҙ. Граждандарҙың мөрәжәғәттәренә ваҡытлы һәм комплекслы иғтибар бүлеү кешеләрҙең һаулығын, ғүмерен һаҡларға, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк".
Фото: "Башиформ".