Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель 2022, 16:00

"Ун һумға һоло ярмаһы үлсәгеҙ әле..."

Үҫмерҙәр аҙ ғына пенсияға аслы-туҡлы йәшәгән ауырыу инәйгә ярҙамға ашыҡҡан.

"Ун һумға һоло ярмаһы үлсәгеҙ әле..."
"Ун һумға һоло ярмаһы үлсәгеҙ әле..."

Үҫмерҙәр, бер инәйҙең аҙ ғына пенсия аҡсаһына аслы-туҡлы йәшәгәнен белеп ҡалып, үҙҙәренең йыйған аҡсаларына ярҙамға ашыҡҡан. Был хаҡта "Өфө яңылыҡтары" хәбәр иткән.

Баҡтиһәң, Эмма Макаровна күптән түгел инсульт кисергән. Шунлыҡтан бар тапҡан-таянғанын дауаханаға, коммуналь түләүҙәргә тотоноп бөткән.

Балалар инәйҙе магазинда 10 һумға һоло ярмаһын үлсәп биреүҙе үтенеп торғанда тап итә. Һәм, йәлләп, ярҙам итергә булалар. Көнбағыш майы, төрлө ярмалар, йәшелсә-емеш алып ҡунаҡҡа барып сығалар.

Инәй шатлығынан илап ебәрә хатта. Доғаларын уҡып, рәхмәт әйтә-әйтә оҙата уларҙы. Ә үҫмерҙәр тағы ла килергә вәғәҙә биреп ҡайтып китә.

Игелекле балаларға ҙур рәхмәт! Яҡшы кешеләр булып үҫәләр.

Фото bash_news.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: