Башҡортостандан Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхитен булдырыу конкурсында еңгән һигеҙ проект 2022 йылдың 1 сентябренә тиклем ғәмәлгә ашырыласаҡ. Был хаҡта республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Бында Баймаҡта, Белоретта, Благовещенда, Дәүләкәндә, Сибайҙа, Учалыла, Мәләүез районының Воскресенск ауылында һәм Йылайыр районы үҙәгендә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү проекттары тураһында һүҙ бара. Улар 2020 йылғы Бөтә Рәсәй конкурсының икенсе этабы йомғаҡтары буйынса федераль гранттар алды. Проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан бүленгән 520 миллион һум 2021 йылда тулыһынса үҙләштерелде. Эштәр республика бюджеты иҫәбенә дауам итә.
Алан Марзаев билдәләүенсә, финанс-иҡтисади шарттарҙың үҙгәреүенә, төҙөлөш материалдарына һәм ҡорамалдарға хаҡтарҙың артыуына бәйле өҫтәмә финанслау талап ителә. Радий Хәбиров был мәсьәләне республика Финанс министрлығы менән берлектә өйрәнергә ҡушты.
– Конкурс проекттарын тормошҡа ашырыу тораҡ пункттарҙы үҙгәртә, яңы тартыу нөктәләре булдыра, – тине Радий Хәбиров. – Барлыҡ эштәрҙе ваҡытында тамамларға тейешбеҙ.
Төбәк Башлығы Баймаҡтағы “Үҙгәрештәр еле” үҙәгенең йәмәғәт киңлектәре системаһын үҫтереү проектына айырым туҡталды. Уның әҙерлеге – ни бары 48 процент.
– Мин күберәк Баймаҡтың конкурста еңеүен теләнем һәм Башҡортостандың ҡалаларҙы үҫтереү институты менән берлектә бының өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләнек, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙер һорауҙар бар. Бөтә муниципалитет башлыҡтарынан төҙөкләндереү эштәре менән көн һайын шөғөлләнеүҙәрен һораным, берәй проблема сыҡһа, өндәшмәй ҡалмағыҙ тинем. Вайымһыҙ подрядсы эләкте икән – алмаштырығыҙ.
Республика етәксеһе республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаевҡа Баймаҡҡа барырға, хәлде асыҡларға һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса саралар күрергә ҡушты.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Туймазыла, Күмертауҙа, Межгорьела, Стәрлетамаҡта, Бөрөлә, Бәләбәйҙә 2021 йылғы Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән алты проектты ғәмәлгә ашырыу барышы менән ҡыҙыҡһынды. Төҙөүселәр эшкә тотонған, тип хәбәр итте Алан Марзаев. Уларҙы 2022 йылдың 31 декабренә тиклем тамамлау күҙаллана.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан – Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсы лидерҙарының береһе. Әйтәйек, 2019 йылда еңеүселәр иҫәбенә Ишембай, Бәләбәй һәм Бөрө инде. 2020 йылғы конкурстың беренсе этабы йомғаҡтары буйынса – Ағиҙел, Яңауыл, Мәләүез, Дүртөйлө, шулай уҡ Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.