Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель 2022, 17:00

“Ҡыҙын һағынған” да төрмәнән ҡасҡан...

Ҡолаҡһыҙ ҡасҡын тотолған. Бындай күренеп торған физик кәмселеге менән алыҫ китергә уйланымы икән...

“Ҡыҙын һағынған” да төрмәнән ҡасҡан...
“Ҡыҙын һағынған” да төрмәнән ҡасҡан...

Өфөнөң Шаҡша ҡасабаһында урынлашҡан колония-ултыраҡтан ҡасҡан Алексей Косиновты тотҡандар. Был хаҡта Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

“Уның ҡыҙына биш йәш. Ул балаһы менән аралашырға тырыша, шылтырата. Күрәһең, уға ниҙер булғанын хәбәр иткәндәр, уны ныҡ һағынғайны”, – тигән Алексейҙың апаһы.

Был ҡылығы өсөн Алексейға тағы төрмә срогы өҫтәләсәк. “Хәҙер ул ҡасҡан өсөн дүрт йылға тиклем иректән мәхрүм ителәсәк”, – тип белдерәләр Федераль яза башҡарыу хеҙмәтендә.

Фото kazlenta.kz

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: