Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2022, 22:00

Арыҫландарҙың көсө - берҙәмлектә

Артабанғы конкурсантыбыҙ - Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылы биләмәһе башлығы Вадим Сәйфуллин уңыш-ҡаҙаныштар нигеҙен ниҙә күрә? 

Арыҫландарҙың көсө - берҙәмлектә
Арыҫландарҙың көсө - берҙәмлектә

21 апрель – Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо уңайҙан гәзитебеҙ төркөмөндә сираттағы конкурсты иғлан иттек. Унда республикабыҙҙың иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле ауыл биләмәһе башлыҡтары ун көн дауамында “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” исеме өсөн көрәшә. Бәйгелә Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылы биләмәһе башлығы Вадим Сәйфуллин да ҡатнаша.

– Сылтырап аҡҡан йылға, зәңгәр һауа –

Бөтәһе лә миңә бик яҡын,

Был минең тыуған ерем...

Ошо яратҡан шиғырымдан өҙөктө мин бала саҡтан уҡ һөйләргә ярата торғайным. Ә бөгөн был юлдар һәр иртә тыуған төйәгемде йәмләндерергә бөтмәҫ дәрт, илһам бирә, – ти Вадим Дамил улы.

Вадим Сәйфуллин республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығыштағы Ҡыйғы районының Арыҫлан ауыл биләмәһендә хакимиәт башлығы булып уңышлы эшләп йөрөй. Был биләмә бик ҙур һәм район үҙәгенән шаҡтай алыҫта урынлашҡан. Уға ете ауыл инә: Арыҫлан, Туғыҙлы, Ҡолбаҡ, Сүрбай, Аҫылғужа, Иҙрис, Әбдрәзәк. Әле ауыл биләмәһендә 1732 кеше йәшәй.

– Был яуаплы вазифала мин яңы кеше, 2020 йылдан эшләйем. Шуға ҡарамаҫтан, байтаҡ ҡаҙаныштарға өлгәштек. Үткән йылдарға ҡарағанда, ауыл биләмәһенең кереме бер ярым тапҡырға артты һәм 2 миллион 174 мең һум тәшкил итте. Тағы ла, үткән йылға ҡарағанда, бушлай керемдәр утыҙ ете процентҡа артты – былар барыһы ла ауыл биләмәһе инвестициялары. 2020 – 2021 йылдарҙа бик күп эш башҡарылды. Шиҙәле йылғаһы аша күпер төҙөлдө, был эшкә 27 миллион аҡса тотонолдо. Күпер, стратегик мөһим объект булараҡ, Ҡолбаҡ, Сүрбай, Әбдрәзәк ауылдарын райондың башҡа өлөштәре менән тоташтыра. Шул уҡ ваҡытта 2 миллион 600 мең һумға ауыл урамдарында капиталь ремонт үткәрелде. Арыҫланда шулай уҡ һыу һурҙырғыс башняһына капиталь ремонт эшләнде, яңы талаптарға тап килгән һыу таҙартҡыс ҡуйылды. Эсер өсөн тәғәйенләнгән таҙа һыу – халыҡ сәләмәтлегенең төп нигеҙе. Быйыл халыҡ иҫәбе буйынса икенсе урында торған Туғыҙлы ауылындағы һыу һурҙырғыс башняға капиталь ремонт яһау, яңы һыу таҙартҡыс ҡуйыу планлаштырылған, – ти етәксе.

Вадим Сәйфуллин белдереүенсә, был эштәр бөтәһе лә Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко һәм уның командаһы ярҙамында башҡарылған. Әлбиттә, бергәләп эшләһәң генә кәрәкле һөҙөмтәгә өлгәшеп була, ти ул.

2020 йылда Ҡолбаҡ ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Ауыл биләмәһендә барлығы алты ФАП эшләй.

Арыҫланда көрәш залы бар. Саңғысылар базаһы ла эшләй. 

Ауыл биләмәһендә төҙөкләндереү йүнәлешендә байтаҡ эш башҡарыла. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса 2020 йылда Туғыҙлыла балалар майҙансығы төҙөлгән, Сафия шишмәһе һәм уның тирә-яғы төҙөкләндерелгән. “Сәскәләр баҡсаһы”, “Яңы йыл мөғжизәләре һандығы” кеүек конкурстар ойошторалар.

- Әлеге ҡатмарлы осорҙа ауыл биләмәһендә шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса ла күп эшләйбеҙ. Ҡолбаҡ ауылында “Апи-йорт” эшләй башланы, оҙаҡламай “Айыу мөйөшө” туристик базаһы үҙ ишектәрен асыр тип уйлайым. Туғыҙлыла “Биотех Туғыҙлы” ҙур ауыл хужалығы предприятияһы уңышлы эшләп килә. Әлбиттә, былар - халыҡтың, старосталарҙың берҙәм эше, барыһы ла депутаттар, мәҙәниәт, мәғариф эшмәкәрҙәре, шәхси эшҡуарҙар, йәмғиәт ойошмалары ағзалары ярҙамында башҡарыла. Берҙәм булыу  – ҙур көс! – ти Вадим Дамил улы.

Фото Ҡыйғы районы Арыҫлан ауыл биләмәһенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Арыҫландарҙың көсө - берҙәмлектә
Арыҫландарҙың көсө - берҙәмлектә
Арыҫландарҙың көсө - берҙәмлектә
Арыҫландарҙың көсө - берҙәмлектә
Арыҫландарҙың көсө - берҙәмлектә
Арыҫландарҙың көсө - берҙәмлектә
Арыҫландарҙың көсө - берҙәмлектә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: