Башҡортостан
-26 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель , 15:26

Бөгөн ниндәй мәсьәләләр көнүҙәк?

Ташҡын, өмәләр ойоштороу, тирә-яҡты төҙөкләндереү, сәнәғәтте үҫтереү...

Ҡотҡарыусыларға ярҙамға үткән аҙнала Ка-32Ф11ВС янғын-ҡотҡарыу вертолеты бирелде.
Ҡотҡарыусыларға ярҙамға үткән аҙнала Ка-32Ф11ВС янғын-ҡотҡарыу вертолеты бирелде.

Был мәсьәләләрҙең бөтәһе лә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ҡаралды.

 

Төп бурыс – хәүефте юҡҡа сығарыу

 

Әле Башҡортостан ташҡын үҙәгенә сыҡмаған. Был турала республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләне.

– Башгидрометеоүҙәк мәғлүмәттәре һәм белгестәр баһаһы буйынса, беҙ ташҡындың иң ҡыҙыу мәлен апрелдең өсөнсө декадаһында көтәбеҙ. Шул саҡтан һуң һыу тулыһынса китәсәк, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы хәлде даими контролдә тоторға, кешеләрҙе бәләлә яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа ҡушты.

– Һеҙҙең төп бурыс – хәүефте юҡҡа сығарыу, ә аҙаҡ проблеманы хәл итеү түгел, – тине Радий Фәрит улы.

Ҡотҡарыусыларға ярҙамға үткән аҙнала Ка-32Ф11ВС янғын-ҡотҡарыу вертолеты бирелде. Радий Хәбиров быны бик мөһим сара тип билдәләне. Ял көндәрендә яңы вертолет тәүге осошон үткәргән дә.

– Инйәр, Нөгөш, Ағиҙел, Дим йылғаларының һыу ятҡылыҡтарын урап сыҡтыҡ. Пилотһыҙ аппараттарҙан алғанға ҡарағанда, бында һүрәттәрҙең сифаты бөтөнләй икенсе. Ҡайҙа боҙ тығындары бар, ниндәй саралар талап ителгәне шунда уҡ күренә. Әлегә ниндәйҙер хәүеф Дим йылғаһында булыуы ихтимал тип күҙаллайбыҙ, башҡа йылғаларҙа барыһы ла һәйбәт. Баҫыуҙарҙа ҡар иреп бөттө, дым туплана – был аграрийҙар өсөн яҡшы, сәсеүҙе башларға мөмкин, әммә урмандар өсөн был тиҙҙән янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланыуын аңлата. Дөйөм алғанда, яңы техника беҙгә ныҡ ярҙам итә, – тине Фәрит Ғүмәров.

Башҡортостан Башлығы яңы вертолет урман янғындары менән хәлде лә тотороҡландырырға ярҙам итер тигән ышаныс белдерҙе.

– Беҙҙең ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр өсөн дә, Күмертау авиация етештереү предприятиеһы өсөн дә шатбыҙ, сөнки бындай техниканы етештереү еңел түгел, 11 йыл көттөк, – тине Радий Хәбиров.

Кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлауға бәйле мәсьәләләр ҙә тикшерелде. Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡа­рыусы Динара Йәнекәева белдере­үенсә, ағымдағы йылдың беренсе кварталында диспансерлаштырыуҙы 183 мең кеше үткән. Дөйөм алғанда, быйыл уны 1031376 кеше үтергә тейеш.

Динара Йәнекәева белдереүенсә, 18 апрелдән республикала “Сәләмәтлек поезды” медицина акцияһы башлана.

Радий Хәбиров сираттағы тапҡыр муниципалитет башлыҡтарына район­дарға килгән медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн шарттар булдырыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте. “Улар тиҙ арала халыҡты килтереүҙе ойошторһон, сөнки табиптар бөтә тораҡ пункттарҙы һәм ауылдарҙы эшкәртергә тейеш, – тине төбәк етәксеһе. – Дөйөм алғанда, “Сәләмәтлек поездары”нан һөҙөмтә бик яҡшы. Был эште дауам итергә кәрәк”.

Коронавирусҡа килгәндә, төбәктә был сир менән ауырыусылар һаны 281 меңдән ашып киткән, анығыраҡ әйткәндә – 281401. Һуңғы тәүлектә 449 осраҡ асыҡланған. Дауаханаларҙа 114 кеше ята, уларҙың 78-е 60 йәштән өлкәндәр. 2602 кеше өйҙәрендә дауалана. Вакцинацияны тулыһынса 2419932 кеше тамамлаған.

Юлдар, төҙөкләндереү, төҙөлөш...

 

Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская Респуб­ликаға идара итеү үҙәге системаларына килгән мөрәжәғәттәр тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, 4-10 апрелдә социаль селтәрҙәрҙә теркәлгән ялыуҙар алдағы аҙналарҙағы кеүек үк башлыса юлдар проблемаһына бәйле.

Система соҡорҙарҙы ремонтлау, таҙартыу ҡағиҙәләрен боҙоу, юлдар төҙөү һәм төҙөкләндереү, тротуарҙарҙы тәртиптә тотоу, канализациялар торошо һәм башҡа юл темалары буйынса ялыуҙарҙы теркәгән.

Икенсе урында – төҙөкләндереү (683 мөрәжәғәт), өсөнсөлә – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (375), артабан – хәүефһеҙлек мәсьәләләре һәм бишенсе урында – төҙөлөш һәм архитектураға бәйле проблемалар.

Шулай уҡ кешеләрҙе йәмәғәт транспорты, социаль яҡлау һәм хеҙмәт­ләндереү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, иҡтисади һәм бизнес мәсьәләләре лә борсой.

Яҙ еткәс, ҡала һәм ауылдарыбыҙға тиҙ генә ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙан арынырға кәрәк. Был маҡсатта республикала аҙна һайын тиерлек өмәләр ойошторола. Алдағы кәңәш­мәләр ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөтә муни­ципалитеттарға 1 майға тиклем барлыҡ таҙартыу эштәрен тамамларға ҡуш­ҡайны. Был юлы иһә эштәрҙе тиҙләтергә тигән йөкләмә ҡуйҙы.

“Мин 1 майға таҙартып бөтөргә кәрәк тигән йөкләмә ҡуйған саҡта, әҙерәк яңылышҡанмын икән, ҡар оҙаҡ ирер һәм тиҙ генә йыйыштырып бөтөп булыр тип уйламағайным. Әммә, күренеүенсә, ҡар тиҙ иреп бөттө, тимәк, сүп-сарҙы тиҙерәк таҙартыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Был аҙнала әүҙем эшләргә кәрәк, бер нимә лә ҡамасауламай. 1 майҙы көтмәгеҙ. Кешеләрҙе, техниканы сығарығыҙ, бөтә көстәрҙе һалығыҙ. Бар коммуналь хеҙмәттәр юғары тәртиптә эшләһен. Урамдарҙы һәм тротуарҙарҙы йыуа башларға ла ваҡыт. Сүп-сар ятмаһын”, – тине Радий Хәбиров.

Шулай уҡ республика етәксеһе Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевкә мөрәжәғәт итеп, баш ҡалала эштәр барышы менән ҡыҙыҡһынды.

– Башҡараһы эштәр бар әле. Бысраҡ күп йыйылған. Салауат Юлаев проспекты буйынса айырым рәүештә көстәрҙе нығытабыҙ. Бөгөн тамға һала башлайбыҙ. Бурыстар бихисап, – тине ул.

Эш ысынлап та күп. Май баш­ланғансы муниципалитеттарға бөтә ауыл һәм ҡалаларҙы, шул иҫәптән, ихаталарҙы, йәмәғәт киңлектәрен һәм яр буйҙарын таҙартып бөтөргә кәрәк.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев иһә Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән ҡалаларҙа эштәрҙең нисек барышы тураһында һөйләне.

 

Бар ышаныс уларҙа

 

Кәңәшмәлә 112 Системаһы эшмә­кәрлеге тураһында ҙур һөйләшеү булды. Доклад менән рсепубликаның ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров сығыш яһаны.

Уның белдереүенсә, Башҡорт­останда 112 Системаһы 2019 йылда булдырылған һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тарафынан ойошторолған. Башҡортостан 112 системаһын даими файҙаланыуға тапшырыу буйынса Волга буйы федераль округында – өсөнсө һәм Рәсәйҙә 17-се булған.

– Өс йыл эсендә 112 Системаһы тарафынан 7 миллиондан ашыу мөрә­жәғәт ҡабул ителде һәм эшкәртелде. Тәүлек һайын шылтыратыуҙарҙы эшкәр­теү үҙәге 7 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул итә. Һәр осраҡ буйынса оператив һәм комплекслы эш ойошторола. Система башҡа ашығыс хеҙмәттәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Күрше өлкәләрҙәге 112 Системаһы менән дә хеҙмәттәшлек булдырылды, – тине Фәрит Ғүмәров.

Рәйес әйтеүенсә, 112 Системаһы граждандарға түбәндәге мөмкинлектәр бирә:

- беренсенән, ашығыс хеҙмәттәрҙе “бер тәҙрә” принцибы буйынса саҡы­рыу. Кәрәк булғанда, бер тапҡыр шылтыратып, янғын һүндереүселәрҙе, ҡотҡарыусыларҙы, полицияны, ашығыс ярҙам һәм газ хеҙмәткәрҙәрен саҡы­рырға мөмкин.

- икенсенән, 112 системаһы дистанцион психологик ярҙам күрһәтә ала. Былтыр Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәге психологтары 2,5 мең кешегә ярҙам иткән, 254 кешене үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙан аралап ҡалған;

- өсөнсөнән, 112 Системаһы төрлө телдәрҙәге мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итә ала.

Ғәҙәттә, шылтыратыуҙар рус, баш­ҡорт һәм инглиз телдәрендә ҡабул ителә. Халыҡ-ара фәнни, мәҙәни, спорт саралары уҙғарылған көндәрҙә француз, немец, испан һәм ҡытай телдәрендә шылтыратыуҙар ҡабул итеү ойошторола.

Шулай уҡ 112 Системаһы “ЭРА-ГЛОНАСС” системаһы буйынса юл-транспорт фажиғәләре тураһында мәғлүмәтте автоматик рәүештә ҡабул итә. Был система датчиктары менән 2017 йылда һәм унан һуң сығарылған машиналар йыһазландырыла. Тағы ла шылтыратыусы менән бәйләнеш өҙөлгән осраҡта 112 Системаһы бәйләнеште автоматик рәүештә тергеҙә.

Тәүлек эсендәге шылтыратыуҙар һаны республика биләмәһендәге оператив хәл-торош менән бәйле. Мәҫәлән, 7 ғинуарҙа 112 Системаһына мөрә­жәғәттәр һаны 18 процентҡа артҡан. Был көндө, көслө ҡар яуыу сәбәпле, юлдарҙа хәл бик көсөргәнешле булған.

– 112 Системаһы диспетчерҙары көсөргәнешкә ҡаршы тора ала белергә тейеш. Тәүлек әйләнәһенә улар 500-ҙән ашыу мөрәжәғәт эшкәртә. Тәүлек рекордын диспетчер Анастасия Күскилдина ҡуйҙы, ул 1001 шылтыратыу ҡабул итте. Йыл һөҙөмтәләре буйынса Эльвира Сәғитова еңеүсе тип билдәләнде. Ул 2021 йылда 62 меңдән ашыу мөрәжәғәт менән эшләгән. Бөтә диспетчерҙар ҙа Шылтыратыуҙар эшкәртеү үҙәгендәге бындай көсөр­гәнеште күтәрә алмай. Физик яҡтан ғына түгел, психологик яҡтан да бик ауыр, – ти Фәрит Ғүмәров. – Үҙәк диспет­черҙарына ялған шылты­ратыуҙар ныҡ ҡамасаулай. Ошондай шылтыратыуҙарҙы кәметеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар: бер йыл элек 37 процент шылтыратыуҙар “ялған” категорияһына ҡараһа, быйыл мартта был күрһәткес 19 процентҡа тиклем кәмене.

Ведомство граждандарға уңайлы булһын өсөн “112” мобиль ҡушымтаһын эшләтеп ебәрергә планлаштыра. Был ҡушымта ярҙамында мөрәжәғәт итеүсенең теүәл координаталарын билдәләргә, уның һаулығы тураһында мәғлүмәт, хәл-ваҡиға урынынан фото һәм видеоматериалдар алырға мөмкин. Граждан үҙенең мөрәжәғәтенең статусын контролдә тота аласаҡ.

Республикала тағы ла бер проект тормошҡа ашырыла. Был – Өфө, Белорет, Нефтекама, Туймазы, Стәрле­тамаҡ ҡалаларында 112 Системаһы диспетчерын саҡырыу төймәләре булған домофондар ҡуйыу буйынса пилот проекты. Бынан тыш, Өфөлә “аҡыллы” туҡталыш павильондарын 112 Системаһына тоташтырыу эше ойошторолған.

1200 яңы эш урыны булдыралар

 

Былтыр Башҡортостандың Сәнә­ғәтте үҫтереү фонды республиканың сәнәғәт ҡеүәтен һөҙөмтәле файҙала­ныуға булышлыҡ итеү буйынса эшен уңышлы дауам иткән һәм 36 инвестиция проектын хуплаған. Был хаҡта кәңәшмәлә Башҡортостандың Сәнә­ғәтте үҫтереү фонды директоры Әнүәр Кәримов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, республика сәнәғәтенә инвести­цияларҙың дөйөм күләме өҫтәмә рәүештә 9,4 миллиард һумға еткән, шуның 4,7 миллиард һумы – Федераль Сәнәғәтте үҫтереү фонды аҡсалары.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Сәнәғәтте үҫтереү фонды аҡсаларына 17 проект финансланған.

“Проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышында 1,2 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырыласаҡ, һалым керемдәре 3 миллиард һумдан артып китә”, – тине Әнүәр Кәримов.

Фонд эшләй башлағандан алып Башҡортостан иҡтисадына дөйөм алғанда, 30,2 миллиард һумдан ашыу суммаға 87 проектҡа ярҙам күрһәтелгән, шул иҫәптән Рәсәйҙең Сәнәғәтте үҫтереү фондынан 10,6 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән.

“Фонд эшләгән осорҙа республи­каның 20 муниципалитетында сәнәғәт предприятиеларының инвестиция проекттары льготалы финанслау алды. Шул уҡ ваҡытта республика Хөкүмәте ҡабул иткән 2020-2021 йылдарҙа Башҡортостан иҡтисадының тотороҡ­лолоғон арттырыу буйынса өс саралар пакеты Фондҡа ярҙам программаларын камиллаштырыуға һәм уның эшен әүҙемләштереүгә айырыуса йоғонто яһаны”, – тип билдәләне Әнүәр Кәримов.

Улар ярҙамында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Иҡтисадты тотороҡландырыуҙа һәм ундағы кире тенденцияларҙы бөтөрөүҙә мөһим роль уйнаған “Эпидемик ауырыуҙарға ҡаршы тороу” һәм “Көрсөккә ҡаршы саралар” республика программалары әҙерләнде һәм эшкә индерелде. Был программалар арҡаһында 46 республика проекты финансланды.

Рәсәйҙең федераль власть органдары һәм эшлекле даирәләре етәкселәре баһалауынса, Сәнәғәтте үҫтереү фонды аша предприятие­ларҙың сәнәғәт проекттарына финанс ярҙамы күрһәтеү механизмы илдә иң һөҙөмтәлеһе һәм перспективалыһы булып тора, сөнки проекттарҙы ентекле һайлап алыу һәм, Фондҡа заем аҡсаларын тулыһынса ҡайтарып, уларҙы артабан тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотоу бара. Башҡортостан Хөкүмәте ҡушыуы буйынса, республика фонды төбәк фондтары араһында тәүгеләрҙән булып сәнәғәт предприятиеларына кредит килешеүҙәре буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн ҡаплау өсөн гранттар биреү тәртибен әҙерләне һәм раҫланы.

Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәктең Сәнәғәтте үҫтереү фонды эшебеҙҙә партнерҙарыбыҙҙың береһе һәм һөҙөмтәле механизм булып тора.

– Фондты капиталлаштырыу тураһында уйларбыҙ, – тип өҫтәне Радий Хәбиров.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас в