Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2022, 10:00

Әбйәлил районында йөҙөнсө сабый тыуған!

Асҡар ауылында йәшәгән Зилиә һәм Рим Хәсәновтар ғаиләһендә ике малайҙан һуң тыуған көтөп алынған наҙлыҡай ул.

Әбйәлил районында йөҙөнсө сабый тыуған!
Әбйәлил районында йөҙөнсө сабый тыуған!

Райондың ЗАГС бүлегендә ағымдағы йылға тыуыу тураһындағы 100-сө таныҡлыҡ бирелде. Был документтың хужабикәһе Айзилә исемле ҡыҙыҡай. Асҡар ауылында йәшәгән Зилиә һәм Рим Хәсәновтар ғаиләһендә ике малайҙан һуң тыуған көтөп алынған наҙлыҡай ул.

Зилиә Таһир ҡыҙы менән Рим Абдулла улы бынан ун йыл элек ғаилә ҡорған. Район үҙәгендә төпләнгән ирле-ҡатынлы Хәсәновтар икеһе лә район юл-ремонт төҙөлөш идаралығы эшсәндәре. Береһе — токарь, икенсеһе — ашнаҡсы. Былтыр Көнсығыш-2 биҫтәһендә төҙөгән йорттарына күсеп сыҡҡандар. Үҙ донъяларын ҡорғас, хужабикәгә иптәш, ярҙамсы булһын тип ҡыҙыҡай алып ҡайтырға тәүәккәлләгәндәр. Ата-әсәнең изге теләге Хоҙайҙың "Амин!" тип әйткән сағына тура килеп, ҡыҙлы ла булған Хәсәновтар. Һеңлеләре тыуғанға ағалары ла бик шат. Айбулат Таһир Кусимов исемендәге гимназияның 3-сө класында белем алһа, дүрт йәшлек Айгиз быға тиклем йәшәгән урындары буйынса Дауыт ауылындағы "Аҡ ҡайын" балалар баҡсаһына йөрөй. 
Хәсәновтарҙың балаларына башҡорт исемдәрен ҡушыуы ла күптәргә өлгө булырлыҡ!. Улдарына исемде атайҙары һайлаһа, ҡыҙҙарына әсәһе ағайҙарына оҡшатып "ай" һүҙенән ҡушҡан. Айбулат, Айгиз, Айзилә Хәсәновтар улар!
Әбйәлил районының күп балалы ғаилә статусына эйә булыусылар рәтенә Хәсәновтарҙың баҫыуы ла матур күренеш, сөнки улар ысынлап та бик уңған, тырыш, тулы, эшсән ғаилә. 

- Күп балалы булыу беҙең өсөн  икеләтә яуаплылыҡ. Балаларыбыҙҙы һау-сәләмәт, бәхетле, тәүфиҡлы һәм үҙебеҙгә лайыҡлы алмаш итеп үҫтерергә бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, — ти улар.

Халыҡ һанын тотороҡландырыу һәм 2025 йылға уны 145 миллион кешегә тиклем арттырыу өсөн шарттар булдырыу – Рәсәй демография сәйәсәтенең һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) өҫтөнлөклө маҡсаттарының береһе.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Гөлнара Күсәрбаева.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: