Төньяҡ-көнсығыш райондары кимәлендәге милли спорт ярышы “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһе һәм “Янғантау” геопаркын үҫтереү программаһына ярашлы ойошторолдо. Сара Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына бағышланды.
Лағырҙар һәр ваҡыт ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең үҙенсәлекле сығыштары менән ҡаршылай. Был юлы ла мәктәп уҡыусылары Сынбулат Ғаззалов, Камила Хәйрова һәм Рина Ғаззалова барабандарҙа утлы-музыкаль тамаша ойошторҙо. Уҡытыусы Зәбир Ситдиҡов уҡыусыһы Сынбулат Ғаззалов менән нунчактар, ҡылыс, таяҡ ярҙамында көнсығыш һуғыш сәнғәтенең ушу һәм ниндзюцу алымдарын күрһәтте, Артем Якимов сыбыртҡы менән сығыш яһаны.
Турнирҙы асыу тантанаһында Салауат районы башлығы Марс Кашапов, Лағыр ауылы биләмәһе башлығы Ришат Низамов, ЮНЕСКО-ның “Янғантау” геопаркы директоры Айрат Ғәлиев, Башҡортостандың “Мәргән уҡсы” ойошмаһы етәксеһе Юлай Ғәлиуллин һәм башҡалар ҡатнашты.
– Беҙҙең Башҡортостанда бер нисә йыл дауамында изге маҡсатты ҡуйған “Айыҡ ауыл” конкурсы үтә. Лағыр ауылының ошо бәйгелә ҡатнашыуы тик маҡтауға лайыҡ. Бында программаға ярашлы тиҫтәләгән сара үтте һәм әле лә дауам итә. Матур йолаға әүерелгән спорт сараларын төньяҡ-көнсығыш райондары менән бергә үткәреү – яҡшы күренеш. Һәр саҡ шулай берҙәм булайыҡ! – тине хакимиәт башлығы Марс Кашапов үҙенең сығышында.
– Республикала “Мәргән уҡсы” хәрәкәте әүҙем эшләй. Йәйәнән уҡ атыуҙан тыш, беҙ халҡыбыҙҙың боронғо кейемдәрен, кәсептәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү менән дә шөғөлләнәбеҙ, сөнки хәҙерге глобалләшеү шарттары айырым халыҡтарҙың телен, мәҙәниәтен, йолаларын юҡҡа сығарып бара. Маҡсатыбыҙ – халҡыбыҙҙың боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли уйындарын, спорт төрҙәрен һаҡлап ҡалыу. Төньяҡ-көнсығышта уҡ атыу бәйгеһен ойоштороу – беҙҙең “Мәргән уҡсы” хәрәкәтенә ҡушылыуға беренсе аҙым, – тип билдәләне ошо ойошманың етәксеһе Юлай Ғәлиуллин.
Йәйәнән уҡ атыу турнирында Салауат, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы һәм Мәсетле райондарынан 50-нән ашыу мәктәп уҡыусыһы мәргәнлектә көс һынашты. Ярышта ҡатнашыусы балаларҙың барыһы ла милли кейемдә килеүе сараға йәм өҫтәне.
Лағыр уҡыусылары сәпкә уҡ атыуҙа еңеүсе һәм призер булды. Атап әйткәндә, 10-13 йәштәрҙәге ҡыҙҙар араһында Венера Тарханова – беренсе, Камилла Мөхитова өсөнсө урынға сыҡты. Малайҙарҙан Хафиз Әхмәтйәнов – беренсе, Айҙар Зәйнуллин өсөнсө урынға лайыҡ булды. 14-17 йәшлек үҫмерҙәр араһында Артем Якимов икенсе урынды алды. Бында уларҙың етәксеһе – мәктәп директоры Ринат Ситдиҡовтың да өлөшө ҙур.
Балаҡатай районы вәкилдәре лә яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Мәҫәлән, 14-17 йәшлек үҫмерҙәр араһында Лиана Ульданова, Айгөл Баһауетдинова һәм Алина Мулланурова пьедесталдың өс баҫҡысын биләне. 10-13 йәштәгеләр араһында Карина Ҡаҙырбаева һәм Айҙар Ғәлимйәнов көмөш призер булды. Ә Ҡыйғы районынан бер үҙе генә ҡатнашҡан Әхмәт Ғибаҙуллин беренсе урынды яуланы. Балаҡатайҙан Вадим Рәхимов өсөнсө урын алды.
Шулай уҡ бәйгелә Салауат районынан Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл (етәксеһе – Илһам Сәйфуллин), Әлкә (Руслан Низамов), Мөрсәлим (Рифат Мирхәйҙәров) урта мәктәптәренән уҡыусылар һәм Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ филиалынан (Рөстәм Хөснуллин) студенттар ҙа ҡатнашты. Еңеүселәр араһында булмаһалар ҙа, йәйәнең керешен тартып, сәпкә уҡ атыу серҙәренә төшөнөп, был милли спорт төрө ҡағиҙәләрен өйрәнеп ҡайтты улар. Алдағы бәйгеләргә был балаларҙың сәмләнеп әҙерләнеп килеренә шик юҡ. Ярыштан һуң уҡыусыларға Юлай Ғәлиуллин йәйәнән уҡты сәпкә дөрөҫ төҙәп атыу, уҡсыларҙың кейеме; хәрби тарих реконструкторы Эдуард Хәбибуллин Лағыр ҡурғандары проекты нигеҙендә тергеҙелгән боронғо яугирҙең кейеме, ҡоралдары тураһында оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
Сара ЮНЕСКО-ның “Янғантау” геопаркының (директоры – Айрат Ғәлиев, тарихсы-этнографы – Айнур Ситдиҡов), Салауат районы хакимиәте физик культура һәм спорт комитетының (рәйесе – Наил Мөхәмәтйәнов) бағыусылыҡ ярҙамы менән үтте.
Айҙар НОҒАМАНОВ.
Салауат районы.