Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2022, 15:17

Тәүге өмәлә йөҙ меңдән ашыу кеше ҡатнашты

Республика “Йәшел яҙ” дөйөм Рәсәй экологик марафонына ҡушылды.

Уҙған шәмбелә Башҡортостанда тәүге дөйөм республика өмәһе үтте. “Ял көнөндә ваҡыт табып, экологик өмәгә сыҡҡан һәр кемгә рәхмәтлемен. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан коллегалар әйтеүенсә, уларҙа йөҙ меңдән ашыу кеше ҡатнашты”, – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Башҡортостан Хөкүмәте ағымдағы йылдың 5 апрелдәге ҡарары менән республикала экологик өмәләргә старт бирҙе. Шулай итеп, республикабыҙ “Йәшел яҙ” дөйөм Рәсәй экологик марафонына ҡушылды. Марафонға ярашлы, ағымдағы йылдың 1 апреленән 10 майына тиклем республика биләмәһендә йәшәгән еребеҙҙе таҙартыу буйынса саралар үтәсәк, ә 23 апрелгә Дөйөм республика өмәһе билдәләнгән.

Шәмбелә уҙған тәүге экологик сара барышында республика халҡы дәррәү рәүештә иремәй ятҡан ҡар өйөмдәрен таратты, ер асылып, кипкән урындарҙы сүп-сарҙан таҙартты. Өмәгә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә берҙәм ҡушылды.

– Бындай саралар йәмәғәт биләмәләрен, йорт яны биләмәләрен тәртипкә килтерергә ярҙам итә. Бына беҙ ҙә, ҡулыбыҙға көрәк алып, дөйөм эшкә ҡушылдыҡ, – ти торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников.

Тәүге өмә райондарҙа лә гөрләп үтте. Мәҫәлән, Ҡалтасы районында әлеге сарала 1500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Изге башланғысҡа райондың 11 ауыл биләмәһе халҡы әүҙем ҡушылған. Һөҙөмтәлә йорттар, муниципаль объекттарҙың эргә-тирәһе, урам буйҙары таҙарып, матурайып ҡалған. 

23 апрелдән 10 майға тиклем тағы бер матур сара – “Йәшел Башҡортостан” эко-акцияһы үтәсәк. Республика Башлығы үҙенең яҙмаһында был матур сара хаҡында ла телгә алып үтте: “Яҙ ныҡлап башланды, ике аҙнанан “Йәшел Башҡортостан” акцияһына старт бирәбеҙ. Беҙ 49 мең ағас һәм ҡыуаҡлыҡ әҙерләнек. Тематик аллеялар ултыртырға, ауылдарыбыҙҙы һәм ҡалаларыбыҙҙы йәшелләндерергә ниәтләйбеҙ. Республикабыҙҙың тағы ла таҙараҡ һәм матурыраҡ булыуын теләйбеҙ!” – тигән юлдар бар Радий Хәбировтың яҙмаһында.

Эйе, йәшәгән еребеҙҙең йәмле, таҙа булыуы бары тик үҙебеҙҙән тора. Тыуған төйәгебеҙҙе матурыраҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған өмәләрҙә әүҙем ҡатнашайыҡ!

 

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Читайте нас: