Йәмғиәт
12 Апрель 2022, 15:00

Төп терәк-таянысы - ауыл халҡы

"Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы" конкурсында ҡатнашыусылар менән айырым таныштыра башлайбыҙ. Тәүге яҙмабыҙ - Мәләүез ауыл советы рәйесе Илмир Ураҙымбәтов тураһында.

Төп терәк-таянысы - ауыл халҡыТөп терәк-таянысы - ауыл халҡы
Төп терәк-таянысы - ауыл халҡы

Мәләүез районының Мәләүез ауыл советы ун ауылды берләштерә. Ҡала тирәләй урынлашҡан был төйәктәрҙә тормош ҡайнап тора. Уларҙың күбеһендә ҡалала йәшәгән күп балалы ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн ер майҙаны бирелгән, шуға бында төҙөлөш эштәре әүҙем бара, ауылдар йәшәрә, балалар һаны ла бермә-бер арта. Ауыл советы рәйесе Илмир Ураҙымбәтов ошо хаҡта һөйләгәндә ҡыуанысын йәшермәй.

Мәләүез ауыл советына ҡараған ауылдарҙың береһе – Ташлыкүл быйыл “Айыҡ ауыл-2022” конкурсында ҡатнашты.

Илмир Ураҙымбәтов билдәләүенсә, ауылда әлеге мәлдә өс йөҙгә яҡын кеше йәшәй. Шуларҙың 75-е – балалар, 68-е – хаҡлы ялдағылар, ҡалғандары – эшләп йөрөгәндәр. Әүхәҙи Дәүләтбирҙин Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына тиңләнгән, ул бында иң ололарҙың береһе. Дүрт кеше – тыл ветераны. “Һуғыш балалары” миҙалы алты ветеранға тапшырылған. Өс кеше – хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәр. Ташлыкүлдә күп балалы алты ғаилә иҫәпләнә. Уларҙағы ике ҡатын-ҡыҙға “Әсәлек даны” миҙалы бирелгән.

Ташлыкүл ауылында мәсет эшләй, унан кеше өҙөлмәй. Иман йортон төҙөткән Абдурафиҡ Мырҙашевты күптәр яҡшы белә. Уның вәғәздәрен, аҡыллы кәңәштәрен тыңлар өсөн хатта сит төбәктәрҙән дә киләләр. Имам-хатиб Салауат Иҫәнбирҙин бында көҙ генә эш башлаһа ла, тиҙ арала мәсеткә кешеләрҙе йәлеп итеп, уҡыуҙар ойоштороп ебәргән. Уның ихласлығы, ысынлап та, арбай.

– Иман йорттарына белгестәр етешмәй, имамдарға эш хаҡы түләнмәгәс, кешене ылыҡтырыу ҡыйын, әлбиттә. Шулай ҙа ҡул ҡаушырып ултырып булмай. Ауыл халҡын саҡ ҡына йәнләндереп ебәрһәң, мәсеткә үҙҙәре киләләр. Әле уҡыуҙар ойошторғайныҡ, уларҙан халыҡ өҙөлмәй. Йома намаҙҙарына егерменән ашыу кеше килә. Никахтар үткәрәбеҙ, балаларға исем ҡушабыҙ, һуңғы юлға оҙатабыҙ. Балаларҙы мәсеткә ылыҡтырыу өсөн каникул ваҡытында дәрестәр ойошторабыҙ, – ти имам-хатип.

Ауыл советы рәйесе Илмир Ураҙымбәтов иһә мәсеттең ауыл тормошондағы өлөшөн юғары баһалай.

– Һәр йома вәғәзендә айыҡ тормош алып барыуҙың файҙаһы, иҫерткес эсемлектәрҙең зыяны тураһында дин әһелдәре ихлас һөйләй. Һуңғы ваҡытта халыҡ күпләп дин юлына баҫа, шуға ҡыуанабыҙ, – ти Илмир Ибраһим улы.

Ысынлап та, мәсеттә әүҙем эш алып барылһа, ауылда тормош нурлана. Бында байрам һайын халыҡ йыйылып мәсеткә килә. Ҡорбан салына, ғәйеттәр, йәмәғәт намаҙҙары үтә. Был эштәрҙең барыһы ла Абдурафиҡ Мырҙашевтың башланғысы менән уҙғарыла.

– “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыу тәҡдиме менән ташлыкүлдәргә мөрәжәғәт итеү булды, улар дәррәү күтәреп тә алды. Бында эшләгән берҙән-бер магазинда алкоголле эсемлектәр һатылмай башланы. Ризаһыҙлыҡ белдергән кеше юҡ. Дөйөм алғанда, беҙҙең Мәләүез ауыл советы халҡы бик тырыш, донъя көтөүгә ихлас, берҙәм. Йәштәр күп - айырыуса уларға таянабыҙ, – ти Илмир Ибраһим улы.

Ауыл советындағы Ҡотош ауылында башланғыс мәктәп бар, ҡалған балалар автобус менән Мәләүез ҡалаһының 9-сы гимназияһына йөрөп уҡый.

Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн Ҡотош һәм Тамъян ауылдарында балалар баҡсаһы эшләй. Тамъян ауылындағыһы 2017 йылда сафҡа индерелгән. Был заманса бина әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итеп тора.

Киләсәккә пландары ҙур ауыл советының. Йыл башында ике модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү өсөн урын ҡарап ҡуйырға кәрәклеген белгерткәндәр. Тимәк, медицина ярҙамы ла ауыл халҡына яҡынаясаҡ.

Бөгөн байтаҡ ауыл советтарында бәхәс тыуҙырған сүп-сар мәсьәләһе лә бында ыңғай хәл ителгән. Һәр ауылда майҙансыҡтар ҡуйылған, заманса контейнерҙар алынған. Ҡыш көнө “Эко-Сити” төбәк операторы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын аҙнаһына ике тапҡыр алып китә. Ә йәйгеһен был график үҙгәртеләсәк.

Бына шундай бер ҡарамаҡҡа көндәлек һәм ябай тормош ҡороп йәшәй Ташлыкүл ауылы. Әммә ошо ябай көнкүрештең күпме хәстәр һәм көс менән яуланғанын улар үҙҙәре генә белә.

Ауыл советы рәйесе Илмир Ураҙымбәтов фермерҙарға рәхмәтле. Улар ауыл өсөн күп эшләй: былтыр көҙ зыяратты төҙөкләндереүгә әүҙем ҡушылғандар, медицина пунктына йылылыҡ үткәреүҙә ярҙам иткәндәр, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар һәм Еңеү яулап ҡайтҡан ветерандар иҫтәлегенә стеланы яңыртыу, кәртәләп алыу мәшәҡәттәренең байтаҡ өлөшөн үҙ өҫтөнә алғандар. Ауыл халҡының бер өлөшөнөң ошо фермала эшләп, һәйбәт хаҡ алыуы ла ғорурлыҡ тойғоһо уята.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Төп терәк-таянысы - ауыл халҡы
Төп терәк-таянысы - ауыл халҡы
Төп терәк-таянысы - ауыл халҡы
Төп терәк-таянысы - ауыл халҡы
Төп терәк-таянысы - ауыл халҡы
Төп терәк-таянысы - ауыл халҡы
Төп терәк-таянысы - ауыл халҡы
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас