Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2022, 21:00

Тыныс йоҡла, Данис...

"Һеҙ бик яҡшы балалар үҫтергәнһегеҙ. Ғаиләгеҙ хаҡында хәстәрлек күрәсәкбеҙ тип ныҡлы вәғәҙә бирәм".

Тыныс йоҡла, Данис...
Тыныс йоҡла, Данис...

Бөгөн Туймазы районының Серафимовка ауылында контракт хеҙмәте ефрейторы Данис Рыбаков менән бәхилләштеләр. Егет Украинала барған махсус операцияла һәләк булған. Хушлашыу сараһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

– Хөрмәтле Зәниә Әҙһәм ҡыҙы, туғандары һәм яҡындары! Бөгөн барыбыҙ ҙа Туймазы ерендә ауыр күңел менән йыйылып, яҡшы егетте һуңғы юлға оҙатабыҙ. Игенсе булырға теләһә лә, ул һалдат һөнәрен һайлай. Беҙ бөгөн яугир-геройҙы оҙатабыҙ һәм Данис йөҙөндә илебеҙҙе һаҡлаған меңдәрсә Рәсәй егете алдында баш эйәбеҙ. Зәниә Әҙһәм ҡыҙы, һеҙ мәрхүм ирегеҙ менән бик яҡшы балалар үҫтергәнһегеҙ. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек күрербеҙ, тип ныҡлы вәғәҙә бирәм. Район хакимиәтенән геройҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр индереүҙәрен һорайым. Тыныс йоҡла, Данис, беҙ һинең турала онотмаҫбыҙ, ауыр тупрағың еңел булһын, – тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы ефрейтор Данис Рыбаковҡа махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн үлгәндән һуң бирелгән генерал Шайморатов орденын уның әсәһенә тапшырҙы.

“Данис үҙ бурысына һәм Ватанына тоғро ҡалып, ҡыйыулыҡ, батырлыҡ күрһәтте, беҙ уны мәңге онотмаясаҡбыҙ”, – тине хәрби частан килгән вәкил, яҡташыбыҙҙың хеҙмәттәше Игорь Кирәев.

Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич Данис кеүек егеттәрҙең Ватанды һаҡлауҙа ысын ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ өлгөһө булыуын билдәләне.

“Бөгөн беҙ Туймазының иң яҡшы улдарының береһе менән хушлашабыҙ, ул Украина биләмәһендә нацистар менән көрәштә батырҙарса һәләк булды. Беҙ Данистың әсәһенең, туғандарының, дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Мәрхүмдең ғаиләһенә һәр саҡ ярҙам итәсәкбеҙ”, – тине Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов.

Данис Александрович Рыбаков 1999 йылдың 4 мартында Туймазы районының Серафимовка ауылында тыуған. Урындағы мәктәптең туғыҙ класын тамамлағас, Туймазы агросәнәғәт колледжына уҡырға инә, унда ауыл хужалығы производствоһы мастеры һөнәрен ала.

Колледж директоры Наил Ғәзизов һөйләүенсә, уҡыу барышында Данис үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәткән, яуаплылығы, изге күңеллелеге менән ихтирам ҡаҙанған, тракторсы, автомобиль водителе һөнәрҙәрен алған.

2019 йылдың ноябрендә Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан хәрби часта Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә хәрби хеҙмәткә контракт төҙөгән. Данис 2-се гвардия дөйөм ғәскәрҙәре армияһының 385-се гвардия артиллерия бригадаһы гаубица үҙйөрөшлө-артиллерия взводының механик-водителе була. Өйләнергә өлгөрмәгән. Әсәһенән тыш, бер туған ағаһы Максим ҡалған.

Тыныс йоҡла, һалдат! 

Фото: А. Данилов. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: