

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Telegram каналындағы сәхифәһендә Космонавтика көнө тураһында яҙып сыҡты.
“Бөгөн, 12 апрелдә, бөтә ил Космонавтика көнөн билдәләй. Теүәл 61 йыл элек Юрий Гагарин йыһан киңлегенә осҡан тәүге кеше булды, һәм тап ошо көндә беҙ летчик-космонавтарҙы һәм йыһан индустрияһына ҡағылышы булғандарҙың барыһын да тәбрик итәбеҙ.
Бында Башҡортостандың да өлөшө бар: нәҡ Өфөнән Николай Пенкин, беренсе Чкалов авиация училищеһының звено командиры, 23 йәшлек старшина Юрий Гагаринды МИГ-15 самолетын йөрөтөргә өйрәткән. Йәнә бер яҡташыбыҙ, Урал Солтанов атмосферала һәм йыһанда самолет тибындағы йыһан карабы – “Буран”ды һынау буйынса отряд составына ингән; әлбиттә, финанс етмәү арҡаһында программа туҡтап ҡала. Ләкин Урал Нәжип улы 10 донъя авиация рекорды ҡуя.
Башҡортостандың йыһан менән “бәйләнеше” бының менән генә сикләнәмәй. Бер нисә генә миҫал килтереп үтәйем.
Өфөнөң “Салауат Юлаев” командаһы Континенталь хоккей лигаһының төп бүләген – Гагарин кубогын яуланы.
2006 йылда Башҡортостандың ҡайһы бер шифаханалары (шул иҫәптән “Красноусол” да) осоштан һуң космонавтар тарафынан реабилитация үтеү исемлегенә ингән.
Башҡортостандан күптәр “Байконур” космодромында хеҙмәт иткән.
Халыҡ-ара йыһан станцияларындағы экипаж ағзаларының бортта туҡланыу рационына башҡорт балы ла ингән.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһе предприятиеһы оҙаҡ йылдар халыҡ-ара авиайыһан күргәҙмәләрендә уңышлы ҡатнаша; уларҙың технологиялары йыһан киңлектәрен яуларға ярҙам итә.
Өфө дәүләт авиация техник университетында бер нисә уҡыу йүнәлеше һәм белгеслеге йыһан технологияларын өйрәнеү һәм ғәмәлгә индереү менән бәйле. Бында йыһанға арналған байтаҡ ғилми тикшеренеүҙәр үткәрелә. Университет студенттары “УГАТУSAT” микроспутнигын эшләгән. Уның ярҙамында ташҡынды, метеорологик үҙгәрештәрҙе күҙалларға һәм экологик хәлгә контроллек итергә мөмкин.
Салауат химия заводы – Рәсәйҙә гептил (яһалма ракета яғыулығы) етештереүсе берҙән-бер предприятие”, – тип яҙған Андрей Назаров.
Фото: Telegram
Сығанаҡ: Telegram