

“Рәхмәт” һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “мәрхәмәт, аяу” тигән мәғәнәне аңлата. Әлеге заманда берәй изгелеккә беҙ ошо һүҙ менән яуап ҡайтарабыҙ, яҡшылыҡҡа – яҡшылыҡ, мәрхәмәтлелеккә мәрхәмәтлелек күрһәтәбеҙ. Ҡөрьәндә лә “Кем әҙәмдәргә рәхмәт ҡылмай, Аллаһ та уға рәхмәт ҡылмаҫ”, тип әйтелә.
Бик матур һүҙ ул “рәхмәт”! Ошо һүҙҙең хәрефтәренән “мәрхәмәт” һүҙен дә төҙөп була. Шулай ҙа бөгөн йыш ҡулланылған “рәхмәтлемен”, “рәхмәтлебеҙ” тигән һүҙҙәрҙе мин үҙ телмәремә индерә алмайым. Элек юҡ ине был һүҙҙәр, шуға күрә “рәхмәт әйтәм”, “рәхмәт әйтәбеҙ” тип һөйләйем. Бер яҡтан алып ҡарағанда, тел байығанға шатланырға кәрәктер ҙә бит, әммә ниңәлер шәхсән үҙем улай тип әйтеүҙе ҡабул итә алмайым.
Урыҫтың “спасибо”һы “Спаси Бог” тигән һүҙбәйләнештән килеп сыҡҡанын аҡыл ултырғас ҡына белдем. Был хаҡта уйланғаным, ҡыҙыҡһынғаным булмағандыр. Тимәк, улар үҙҙәренә ҡарата изгелек, яҡшылыҡ эшләгән кешегә яуап итеп “Аллаһ һаҡлаһын” тигән теләк әйтә. Бик матур, мәғәнәле был теләк.
Әйҙәгеҙ, күберәк рәхмәт әйтәйек, изге ғәмәлдәр ҡылайыҡ! Үҙебеҙгә лә ошо һүҙҙе йышыраҡ ишетергә яҙһын!
Әнисә ҺӨЙӘРҒОЛОВА.
Ишембай ҡалаһы.