Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2022, 11:00

Бөрйәндәр – берҙәмдәр!

"Беҙҙә егәрле, берҙәм халыҡ йәшәй. Маҡсатым – яҡташтарымдың, ауылдаштарымдың ышанысын аҡлау ”, – ти Ғәни Ғәли улы.

Бөрйәндәр – берҙәмдәр!
Бөрйәндәр – берҙәмдәр!

Урындағы үҙидара көнө хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә яңы конкурс иғлан иткәйнек. Бөгөн төркөмөбөҙҙәге дуҫтарыбыҙҙы Бөрйән районының Аҫҡар ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Ғәни Ғәли улы Юлдашев менән яҡынданыраҡ таныштырабыҙ.

Ғәни Ғәли улы әлеге вазифала 2019 йылдан эшләй. Яңы конкурс иғлан итергә йыйыныуыбыҙ, бөрйәндәрҙән лайыҡлы кандидат кәрәклеге тураһында хәбәр итеү менән район хакимиәте менән Совет бер тауыштан тап Ғәни Ғәли улын тәҡдим итте. Был факт үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй.

Аҫҡар ауыл биләмәһе өс ауылды берләштерә: Аҫҡар, Исламбай һәм Брәтәк. Биләмәлә 1450 кеше йәшәй.

“Үҙ эшемдә ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирергә тырышам. Беҙҙә егәрле, берҙәм халыҡ йәшәй. Маҡсатым – яҡташтарымдың, ауылдаштарымдың ышанысын аҡлау ”, – ти Ғәни Ғәли улы. Был йүнәлештә башҡарылған эштәр ҙә ярайһы уҡ тос. Был ауылдар халҡы йыл һайын “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы”нда әүҙем ҡатнаша. Ошо нигеҙҙә Брәтәк һәм Исламбай ауылдары клубтары өр-яңы төҫ алған, Аҫҡар һәм Брәтәк урамдары яҡтыртылған, Аҫҡарҙың бер урамындағы юлға капиталь ремонт яһалған. “Аныҡ эштәр” программаһында ҡатнашып, Исламбай урамдарын да яҡтыртыуға өлгәшкәндәр. Брәтәк ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында лайыҡлы сығыш яһап, республика кимәлендә өсөнсө урын яулаған һәм 2 миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булған. Был аҡсаға балалар-спорт майҙансығы эшләргә иҫәп тоталар.

Ғөмүмән, уй-ниәттәре изге, маҡсаттары аныҡ Аҫҡар ауыл биләмәһендә йәшәгән халыҡтың. Ошо ауыл биләмәһен уңышлы етәкләгән Ғәни Ғәли улы Юлдашев өсөн тауыш бирергә саҡырабыҙ.

Фотолар: Аҫҡар ауыл биләмәһе архивынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: