Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2022, 15:30

“Балаларҙы һанламағанмын”

Мәрйәм апай менән байтаҡ йылдар танышбыҙ. Быға тиклем йыш осрашырға тура килмәһә лә, һуңғы осорҙа тормош мәшәҡәттәре беҙҙе бергә күберәк юлыҡтыра, хатта ғаиләләрҙәге хәл-әхүәлдәр  менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына, кәңәшләшә башланыҡ. Мин  һуңғы осорҙа уның йөҙөндә борсолоу һыҙаттарын  күрһәм дә, туранан-тура һорау бирергә ҡыйманым. Ә ул  кинәт үҙе асылып китте...

“Балаларҙы һанламағанмын”
“Балаларҙы һанламағанмын”

Мәрйәм апай менән байтаҡ йылдар танышбыҙ. Быға тиклем йыш осрашырға тура килмәһә лә, һуңғы осорҙа тормош мәшәҡәттәре беҙҙе бергә күберәк юлыҡтыра, хатта ғаиләләрҙәге хәл-әхүәлдәр  менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына, кәңәшләшә башланыҡ. Мин  һуңғы осорҙа уның йөҙөндә борсолоу һыҙаттарын  күрһәм дә, туранан-тура һорау бирергә ҡыйманым. Ә ул  кинәт үҙе асылып китте.

– Хәлимә, һин минең хәсрәтте  ишетеп беләһеңдер инде. Улым эсеүгә һалышты бит, – тине ауыр һулап. – Йәл, әсәй булырға беҙҙе әҙерләмәйҙәр шул. Йәш  көйөнә генә улымды таптым, ул саҡта бала ҡайғыһы бар инеме ни? Алтмышты уҙғас  ҡына хатамды аңланым, ниндәй аяныс! Балаларымды һанламағанмын... Бына хәҙер шуның “емештәрен” тирәм,  арабыҙҙа – тәрән аңлашылмаусанлыҡ, ышаныс  тамам ҡаҡшаған, йыш әрләшәбеҙ. Хәҙер нимәнелер үҙгәртергә һуң инде, бәлки,  мөнәсәбәттәрҙе аҙ ғына булһа ла “йомшартып” булмаҫмы?

Танышымдың борсолоуҙары миңә яҡшы таныш, ауыр үҫмерҙәр менән эшләгәндә бик күп ғаилә фажиғәләре, аяныслы хәл-ваҡиғалар менән танышырға тура килде. 65 йәште уҙғандан һуң психотерапияның ярҙам итеүе икеле, әммә балаларың менән мөнәсәбәттәреңде  яйға һалыу өсөн һуңламаҫҡа,  өлгөрөргә кәрәк.  Эш тәжрибәһенән сығып, олпат йәштә лә үҙләштереү мөмкин булған ябай ғына тормош ҡиммәттәре тураһында иҫкә төшөрмәксемен.  Улар һеҙҙең мөнәсәбәттәрегеҙҙе тамырынан үҙгәртер, нығытыр тип ышандыра алмайым, әммә һөйөү, аңлашыу яғына яһалған аҙым эстән һыҙып, борсолоп йәшәүгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ.

 Иң ҙур ҡиммәт – әсә һәм баланың бер-береһенә һөйөүе. Әсә һөйөүе бер ниндәй шарттар, йөкләмәләр талап итмәй. Ә һөйөүҙең ҡалған варианттары барыһы ла шартлы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында балаға һәм ир-атҡа  ҡарата һөйөүҙе  йыш ҡына аңлап ҡабул итмәү күренеше бар. Ир-аттың  ниндәй холоҡло булыуына ҡарамаҫтан, эскесеме, ялҡаумы, булдыҡһыҙмы, аҫыл зат уны барыбер ҡабул итә, ә  баланы “икеле” эләктергәне өсөн дә ғәфү итмәүҙәре ихтимал. Сәләмәт мөнәсәбәт ҡоролған ғаиләлә бының киреһен күҙәтәбеҙ. Балаға, ниндәй генә шарттар, ҡаршылыҡтар  ҡамасаулауға ҡарамаҫтан,   һөйөү тойғоһо  бик мөһим. Ул-ҡыҙҙарға һөйөү – шартһыҙ һөйөү. Балалары ваҡытында белемһеҙ йәки эшһеҙ  ҡалһа ла,  бәләгә тарығанда ла әсә кеше уларҙы яратыуын дауам итәсәк.   Хатта килене йәки кейәүе күңеленә ятып бөтмәһә лә, әсә балаһының теләгенә ҡаршы төшә алмай,  бары  аҙымын хупларға ғына мөмкин, сөнки кейәү-килендең ата-әсәгә оҡшауы ғәмәлдә мөһим түгел.  Ғөмүмән, балаларыңдың һайлаған тормош юлдаштарына  баһа биреү,  мөнәсәбәттәренә ҡыҫылыу ярамаған эш.

Эскелектең иң яҡшы мөнәсәбәттәрҙе лә юҡҡа сығарыуы ихтимал. Алкоголгә бәйлелек – сир, тимәк,  ул әсә һөйөүе йәки нәфрәтенә сәбәпсе була алмай.  Ҡатын ғына “эскесе менән йәшәргә теләмәйем,”  тип әйтергә,  ире менән айырылышырға мөмкин. Уның быға хаҡы бар. Бары әсәнең  “ улым, эсеүеңде ташлаһаң ғына һине яратасаҡмын,” тип әйтергә хоҡуғы юҡ.  Әсә балаһын хаталанғанда ла, уңышһыҙлыҡҡа осрағанда ла ярата. Бындай  сикһеҙ һөйөү  кисерә лә, ғәфү итә лә белә.

Ғаилә мөнәсәбәттәрендәге тағы бер ҡиммәт– хөрмәт. Ҡайһы бер өлкәндәр фекеренсә, балалар ата-әсәһен хөрмәтләргә тейеш, тик был уларҙың үҙҙәренә ҡағылмай, йәнәһе. Ысынында иһә был төшөнсәләрҙең араһында тура бәйләнеш йәшәй. Балаларыңды хөрмәт итмәһәң, “ни сәсһәң, шуны урырһың”. Хөрмәт ул – кешелә шәхесте күреү һәләте. Балаларға хөрмәт –һинең  ҡарашыңа тура килмәһә лә, уларҙың фекергә хоҡуғын таныу.  Хөрмәт ул – балаларға үҙ проблемаларын хәл итергә рөхсәт биреү, “әсәй уларға ҡарағанда  яҡшыраҡ белә,” тигән ҡалыптарға йәбешеп ятыу һәр ваҡытта ла уңышлы түгел.

Үҙеңдең борсолоуҙарың менән уртаҡлашыу, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү  ғаиләлә мөнәсәбәттәрҙе нығытыуҙа ҙур роль уйнай. Йыш ҡына бер-береһенә яҡын кешеләр ҙә хис-тойғолары менән уртаҡлаша алмай. Ә ата-әсәйеңә мөнәсәбәтеңде белдереү  беҙҙә тыйыла, хатта бының өсөн  ниндәйҙер “яза” алыуың да мөмкин. Туранан-тура, асыҡтан-асыҡ  тойғоларыңды белдереү, борсолоуҙарыңды баҫырға, йәшерергә  тырышмау ғаилә тормошонда ҙур әһәмиәткә эйә. Баланың уйлағанын, тойғоларын белдереүгә  хоҡуғын таныу   уның шәхесенә хөрмәт күрһәтеүҙе аңлата. Тик бында һүҙ ниндәйҙер ярлыҡтар тағыу тураһында  бармай.  Әсә  өсөн дә борсолоу, ҡәнәғәтһеҙлек, икеләнеү  тойғолары менән бүлешеү бик  мөһим, әммә был осраҡта ла  уның нигеҙендә һөйөү ятырға тейеш. ”Тормош ҡайһы яҡҡа ғына боролмаһын, мин – һинең әсәйең һәм мин һине яратам!”

Дөйөм ялыҡтырғыс һүҙҙәрҙән ҡасырға тырышығыҙ. Мәҫәлән, “ҡасан аҡылға ултырырһың икән?”, “Күпме эшләмәй өйҙә ятырға була?”, ”Ҡайҙан таптың бындай йүнһеҙҙе? Матурҙар бөткәнме?” һәм башҡалар. Бындай һүҙҙәр кешене кәмһетә, ярһыта, киреләндерә генә. Әлбиттә, ғаиләлә әсәләр һәм балалар араһындағы сәләмәт мөнәсәбәт шарттары күп, уларҙың барыһын да бер генә мәҡәләлә байҡап сығыу мөмкин түгел.  Һөйөү,  бер-береңә хөрмәт һәм аңлашып йәшәү – шуларҙың иң тотороҡло нигеҙе. Үкенескә ҡаршы, Мәрйәм апай ул нигеҙҙе ҡора алмаған...

Фото:hochyvseznat.ru

Д.Арыҫланова әҙерләне.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в