Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2022, 22:00

Байғужаның төп байлығы - тырыш, илһөйәр халҡы

“Тормош сифатын яҡшыртыу, ауылға йәштәрҙе йәлеп итеү һәм ярҙам күрһәтеү беҙҙең өсөн ифрат мөһим”, – ти сираттағы конкурсантыбыҙ - Ишембай районының Байғужа ауылы биләмәһе башлығы Салауат Йосопов.

Байғужаның төп байлығы - тырыш, илһөйәр халҡы
Байғужаның төп байлығы - тырыш, илһөйәр халҡы

“Башҡортостан” гәзите ойошторған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсында Ишембай районының Байғужа ауылы биләмәһе башлығы Салауат Йосопов ҡатнаша.

Салауат Дамир улы 1975 йылда Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуған. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлаған. 2019 йылдан Байғужа ауылы хакимиәте башлығы булып эшләй. “Урындарҙа тормошто яҡшыртыу, йәшәү сифатын күтәреү, йәштәрҙе ауылға йәлеп итеү һәм ярҙам күрһәтеү беҙҙең өсөн ифрат мөһим”, – ти ул.

Салауат Йосопов 2004 – 2019 йылдарҙа “Алатау” йәмғиәте директоры булған. Артабан иһә ҙур ышаныс белдереп, уны Байғужа ауылы хакимиәте башлығы итеп һайлап ҡуялар.

– Халыҡ менән эшләп өйрәнгәс, был вазифаға өйрәнеп китеүе ауыр булманы, – ти ул.

Байғужа ауылы биләмәһенә ете ауыл ҡарай, уларҙа бөтәһе 1890 кеше йәшәй. Һәммәһе лә тырыш, рухлы, илһөйәр. Ауылдар араһында иң ҙуры - Кинйәбулат, халҡының иҫәбе - 1080 кеше.

Байғужа ауылы биләмәһе һуңғы йылдарҙа төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Былтыр унда балалар баҡсаһының ҡыйығын яңыртҡандар, әле мәғариф учреждениеһында 28 бала тәрбиәләнә. Яңы урамдарға яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйғандар. Әле лә иҫке лампаларҙы электр утын күп сарыф итмәгән заманса яҡтыртыу ҡорамалдарына алмаштырыу дауам итә. Ауыл урамдарының 1260 метр арауығына ҡырсынташ түшәлгән. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса яңы һыу башняһы ла ҡуйылған.

Кинйәбулатта иһә 27 саҡрым оҙонлоғонда һыу үткәргестәр һуҙылған, һөҙөмтәлә 450 йорт һыу менән тәьмин ителгән. Былтыр Тәйрүк йылғаһы үҙәнен (3200 метр оҙонлоғонда) таҙартҡандар. Быйыл Кинйәбулат ауылында газға тоташтырыу программаһына ярашлы өс саҡрымдан ашыу оҙонлоҡта газ торбалары һуҙылған, һөҙөмтәлә 80-дән күберәк йортто зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу форсаты тыуған.

Быйылға ла пландары ҙур. Шул иҫәптән Кинйәбулат һәм Байғужа ауылдарының үҙәк урамдарына асфальт түшәү ҡаралған. Бәләкәй Байыҡта иһә ҡойоно төҙөкләндерергә йәйыналар. Байғужала ике урамға һыу үткәреләсәк. Ҡыҙыл Йондоҙ ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә обелиск эшләү бурысы ла тора. Оло Байыҡ урамдарының 1160 метр арауығына Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ярашлы ҡырсынташ түшәргә йыйыналар.

Бында экология мәсьәләләренә иғтибар ҙур. Рөхсәтһеҙ эшләп килгән дүрт сүплекте бөтөргәндәр, контейнерҙарҙы яңыға алыштыралар.   

Ҡайҙа тыуғанһың - шунда файҙаң тейгән, тиҙәр. Был һүҙҙәр тап ауыл халҡы тормошон яҡшыртыу, уңайлыҡтар тыуҙырыу өсөн янып йөрөгән Салауат Йосопов кеүек егеттәргә төбәлеп әйтелгән.

Фото: Байғужа ауылы биләмәһе төркөмө.

Байғужаның төп байлығы - тырыш, илһөйәр халҡы
Байғужаның төп байлығы - тырыш, илһөйәр халҡы
Байғужаның төп байлығы - тырыш, илһөйәр халҡы
Байғужаның төп байлығы - тырыш, илһөйәр халҡы
Байғужаның төп байлығы - тырыш, илһөйәр халҡы
Байғужаның төп байлығы - тырыш, илһөйәр халҡы
Байғужаның төп байлығы - тырыш, илһөйәр халҡы
Байғужаның төп байлығы - тырыш, илһөйәр халҡы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: