Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2022, 16:45

Егетмен тигән кеше эштән ҡурҡмай

Былтыр Иҫке Бәпес ауылында уның етәкселегендә төҙөлгән иман йорто – мәсет асылған. Һанай китһәң ошо дүрт-биш йыл эсендә биләмәлә әллә күпме эш башҡарылған.

Егетмен тигән кеше эштән ҡурҡмай
Егетмен тигән кеше эштән ҡурҡмай

Азамат Ғәйфуллиндың Өфөләге музыка интернатында уҡыуын, һуңынан музыка училищеһын тамамлауын белә инем, баянда уйнағанын ишеткәнем дә булды, әммә уның көйҙәр ҙә яҙа икәнен кем белһен.

Бына шундай оло зауыҡлы, төрлө һөнәрҙәргә маһир кеше ул, минең яҡташым әлеге көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке-Бәпес ауыл биләмәһенең башлығы Азамат Муса улы Ғәйфуллин.

Ул Муса ағай һәм Рәшиҙә апайҙың ҙур ғаиләһендә иң төпсөгө ине, биш ҡыҙ араһында үҫте, шуғалыр ҙа тормош уға үҙе етмеш төрлө һөнәрҙе үҙ итергә ҡушҡандыр. Атаһы ғүмер буйы шофер, әсәһе – ауылыбыҙ мәктәбендә уҡытыусы булды.

Азамат үҙе лә хеҙмәт юлын Малай ауылы мәктәбендә башланы, тәүҙә уҡытыусы, мәктәп директоры, Ҡамышлы ауыл советы рәйесе... Йәш, тырыш, ҡуйған маҡсатына ирешеүҙе булмышының мөһим бер талабы тип ҡуйған егетте өҫкә үрләттеләр, район администрацияһы башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары итеп ҡуйҙылар. Ун ике йыл тартты ул ауыр йөктө, эшсәнлеге, оҫта ойоштороусы булыуы, кеше менән кешесә эш итеүе арҡаһында Азамат Муса улы райондаштары, яҡташтары араһында оло абруй яуланы.

Ҡырмыҫҡалы районы халыҡ һаны яғынан да, иҡтисади йәһәттән дә республикалағы иң ҙур һәм көслө төбәктәрҙән һанала. Күп һанлы мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларының эшен яйға һалыу, социаль өлкәләге проблемаларҙы тейешенсә хәл итеү кеүек бурыстарҙы үтәргә тура килде урынбаҫарға.

Рәсәй, республика кимәлендәге төрлө сараларҙы ойоштороу, районда үткәрелгән һәр сараны күҙҙән ысҡындырмай контролдә тотоу ҙа уның өҫтөндә ине.

Бындай яуаплы, үтә мәшәҡәтле вазифаны намыҫ менән башҡарҙы Азамат Муса улы, әммә көсөргәнешле эш тора-бара үҙен һиҙҙерҙе, дауахана, ҡатмарлы операция...

Ике-өс йыл еңелерәк эштә йөрөп һаулығын нығытҡас, кире үҙенә таныш һәм яҡын хеҙмәткә ҡайтты, Иҫке Бәпес ауыл биләмәһен етәкләне. Совет заманында ауылда колхоз рәйесе йәки совхоз директоры абруйлы булды, бөтә мәсьәлә – проблемалар буйынса уға мөрәжәғәт итәләр ине, сөнки уның ҡулында аҡса, техника, материаль ресурстар.

Хужалыҡтар таралғас, был мәшәҡәттәр ауыл советы рәйесе (элеккесә әйткәндә) өҫтөнә төштө. Әммә шуныһы бар, рәйестең хоҡуҡтары, эш даирәһе ҙур булһа ла, финанс мөмкинселектәре самалы, бюджеттан килгән йә иһә һалымдан алынған аҡса, ауылса әйткәнсә, бөтә “тишек-тошоҡтарҙы” ла ҡапларға етмәй, тартып-һуҙып көн күрергә, ниндәй ҙә өҫтәмә мөмкинселектәр эҙләргә тура килә.

Әлбиттә, был проблемалар Азамат Муса улы етәкләгән биләмәгә лә хас, әммә инициативалы, үҙ эше өсөн янған кеше булараҡ ул яйын таба белә, урындағы мөмкинселектәрҙе, русса әйткәндә эске “резервтарҙы” файҙаланып халыҡтың тормошон яҡшыртыу, көнкүреше кимәлен күтәреү буйынса байтаҡ эштәр башҡарырға ирешә. Әйтәйек, ул ошонда килгәс бөтә ауылдарҙа ла урамдар тулыһынса яҡтыртыла, һәр ерҙә сүп һауыттары өсөн махсус майҙансыҡтар булдырылған, элекке һымаҡ сүп-сарҙы кәртә артына сығарып түгеү юҡ.

Азамат Муса улының башланғысы менән мәктәп урамында, ауыл советы бинаһы тирәләй шыршы ағастары ултыртылған, ҡойма-кәртәләр яңыртылған. Былтыр Иҫке Бәпес ауылында уның етәкселегендә төҙөлгән иман йорто – мәсет асылған. Һанай китһәң ошо дүрт-биш йыл эсендә биләмәлә әллә күпме эш башҡарылған.

Күптән түгел мин ул ауылға барып килдем, дөрөҫөрәге мине Азамат энекәш саҡырҙы. Баҡтиһәң, улар Иҫке-Бәпес ауылына арналған китап сығарырға йөрөйҙәр икән, ҡулъяҙмалары әҙер икән, уҡып-ҡарап сығып мөхәррирләүҙе һоранылар. Әлбиттә мин ризалаштым, нисек итеп инде Малай ауылының “һыңар тәртә” тип йөрөтөлгән урамында бергә үҫкән күршегә ярҙамлашмайһың!

“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” Азамат Ғәйфуллин тотонғас Иҫке-Бәпестәр был яуаплы, әммә сауаплы эште лә уңышлы атҡарып сығырҙар, тим!

Фәнил ҠОҘАҠАЕВ.

Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән алынды.

Егетмен тигән кеше эштән ҡурҡмай
Егетмен тигән кеше эштән ҡурҡмай
Егетмен тигән кеше эштән ҡурҡмай
Егетмен тигән кеше эштән ҡурҡмай
Егетмен тигән кеше эштән ҡурҡмай
Егетмен тигән кеше эштән ҡурҡмай
Егетмен тигән кеше эштән ҡурҡмай
Егетмен тигән кеше эштән ҡурҡмай
Егетмен тигән кеше эштән ҡурҡмай
Егетмен тигән кеше эштән ҡурҡмай
Егетмен тигән кеше эштән ҡурҡмай
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: