Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2022, 20:30

Һинең тауышың мөһим!

Төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү башлана.

Һинең тауышың мөһим!
Һинең тауышың мөһим!

15 апрелдә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә 2023 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса тауыш биреү башлана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 30 майға тиклем https://2.gorodsreda.ru/ платформаһында дауам итәсәк. Сарала 14 йәштән өлкән һәр Рәсәй гражданы ҡатнашып, тәҡдим ителгән биләмәләрҙең береһе йәки һайлап алынған биләмәнең дизайн-проекты өсөн тауыш бирә ала.

Дәүләт хеҙмәттәре порталында иҫәп яҙмаһы йәки телефон номеры ярҙамында тауыш бирергә мөмкин. Авторизация барышында проблемалар килеп тыуһа, ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Улар йәмәғәт урындарында мәғлүмәт нөктәләрендә эшләйәсәк. 1600 ирекмән “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты сиктәрендә республикала йәшәүселәргә төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә ярҙам итәсәк. Проект ирекмәндәренең махсус ҡушымтаһы бар. Бының өсөн телефон номеры ғына кәрәк. Ирекмәндәр ярҙамында тауыш биреү өсөн адрестарҙы ҡала йәки район хакимиәтендә белергә мөмкин.

Онлайн-тауыш биреү процедураһы түбәндәгесә:

- муниципаль берәмегегеҙҙе һайлағыҙ һәм тауыш биреү өсөн объекттар исемлеге менән танышығыҙ;

- Дәүләт хеҙмәттәре аша инегеҙ йәки теркәү формаһында фамилияғыҙҙы, исемегеҙҙе, атайығыҙҙың исемен, тыуған көнөгөҙҙө, йәшәгән урынығыҙҙы, электрон почтағыҙҙың адресын күрһәтеп, теркәлегеҙ, телефон номерығыҙҙы раҫлағыҙ;

- исемлектән тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәһен һайлағыҙ;

- тауыш биреү һөҙөмтәләре тауыш биреү тамамланғандан һуң сайтта баҫыласаҡ.

Республикала 650 меңдән ашыу кеше киләһе йылға төҙөкләндереү өсөн биләмәләрҙе һайлап алыуҙа һәм дизайн-проекттарҙа ҡатнашырға тейеш. Иң яҡшы дизайн-проекттарҙы һайлап алыуҙа 63 муниципаль берәмек ҡатнаша. Граждандарға һайлау өсөн бөтәһе 122 объект тәҡдим ителәсәк.

– Хөрмәтле республика халҡы, тауыш биреүҙә ҡатнашығыҙ һәм төҙөкләндереүҙән һуң ҡала скверҙары, майҙандары һәм биҫтәләре ниндәй буласағын хәл итегеҙ! Иң күп тауыш йыйған объекттар киләһе йылға төҙөкләндереү өсөн биләмәләрҙең адреслы исемлегенә индерелә. Әгәр әүҙем йәшәргә һәм ял итергә теләһәк, хәҙер тауыш бирергә һәм һуңынан был киңлектәр сифатлы эшләһен өсөн фекер алышыуҙарҙа ҡатнашырға кәрәк. Бөтәбеҙ ҙә ысынлап та уңайлы ҡала мөхитен аласаҡбыҙ, - тип билдәләне торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә Башҡортостанда төҙөкләндереү буйынса саралар башҡарылған: 2019 йылда - 185 йәмәғәт биләмәһе; 2020 йылда - 103; 2021 йылда - 146; 2022 йылда 122 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана.

Был проекттар ярҙамында ҡала һәм райондарҙа тормошҡа ашырылған биләмәләрҙең уникаль тарихи йөҙөн һаҡлап ҡалып, мәҙәни потенциалын асып, уны, халыҡ ихтыяжына таянып, һаҡсыл үҙгәртеп булды.

Төҙөкләндерелгәндән һуң йәмәғәт киңлектәре халыҡ мәнфәғәттәренә тулыһынса тап киләсәк. Уларҙың күбеһендә спорт блоктары, заманса һәм хәүефһеҙ балалар майҙансыҡтары, айырым велосипедсылар, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡ, балалар, өлкәндәр өсөн ял зоналары булдырыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда Башҡортостанда төҙөкләндереү буйынса йәмәғәт киңлектәрен һайлау буйынса рейтинг тауыш биреүҙә 518 мең самаһы кеше ҡатнашты. Дөйөм алғанда, Рәсәй буйынса 9,678 миллион кеше тауыш биргән. Уларҙың 2,2 миллионы Волга буйы федераль округында йәшәүселәргә тура килә. Башҡортостандың күпселек ҡала һәм райондарында халыҡтың әүҙемлеге арҡаһында тауыш биреү буйынса план арттырып үтәлгән, 100 проценттан ашыу тәшкил иткән.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: