Йәмғиәт
13 Апрель 2022, 15:00

Яңы Мишәр халҡының уңыш сере ниҙә?

"Башҡараһы эштәребеҙ күп әле", - ти сираттағы конкурсантыбыҙ - Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылы хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров.

Яңы Мишәр халҡының уңыш сере ниҙә?Яңы Мишәр халҡының уңыш сере ниҙә?
Яңы Мишәр халҡының уңыш сере ниҙә?

Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылынан Баймөхәмәт Ғүмәров “Башҡортостан” гәзите ойошторған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсында ҡатнаша.

Баймөхәмәт Нурмөхәмәт улы 1978 йылда Мәсетле районының Ясин ауылында тыуған. Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлаған. 2017 йылдан Яңы Мишәр ауылы биләмәһе башлығы булып эшләй. “Һәр бурысты урынына еткереп эшләргә, тормошта ҡайнап йәшәргә кәрәк”, – ти ул.

Яңы Мишәр ауыл биләмәһенә дүрт ауыл ҡарай: Яңы Мишәр, Аҙанғол, Көршәле, Ясин. Уларҙа барлығы 1014 кеше йәшәй.

Яңы Мишәр ауылы биләмәһе һуңғы осорҙа байтаҡ ҡаҙаныштарға өлгәшкән. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса уңышлы эшләп киләләр: мәктәпкә яңы тәҙрәләр ҡуйылған, ҡоймалар алмаштырылған, юлдар төҙөкләндерелгән, Көршәле, Аҙанғол ауылдары зыяратының ҡоймалары яңыртылған. Әлбиттә, был эштәр ауыл халҡының ихлас ярҙамы менән башҡарыла. Шул уҡ программаға ярашлы, 2022 йылда Яңы Мишәр мәҙәниәт йортон музыкаль аппаратура менән йыһазландырыу ҡаралған. Проекттың дөйөм хаҡы - яҡынса 550 мең һум.

Урындағы халыҡҡа яҡшы йәшәү шарттары булдырыу маҡсатында Яңы Мишәр ауылы биләмәһендә бик күп эш башҡарыла. Мәҫәлән, Яңы Мишәрҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға һәм яуҙан ҡайта алмағандарға арналған Дан аллеяһы асылған, “Атайсал” проекты буйынса Көршәлелә Гөршишмә шишмәһе төҙөкләндерелгән, "Берҙәм Рәсәй"ҙең “Реаль эштәр” проекты нигеҙендә Яңы Мишәр мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләре, ишектәре яңыртылған, дөйөм халыҡ көсө менән Иҫәнбай ауылына “Мин Иҫәнбайҙы яратам” тигән арт-объект эшләгәндәр һ.б.

– Яңы Мишәр ауылы биләмәһе халҡы уңыштарының төп сере – берҙәмлек. Барлыҡ мәсьәләләр ауыл хакимиәте, мәктәп, мәҙәниәт йорто, “Йондоҙ”  йәмғиәте етәкселеге һәм хеҙмәтсәндәре, урындағы халыҡ менән берлектә хәл ителә. Биләмәлә ойошторолған бөтөн эштәр сәләмәт быуын үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән. Беҙҙә халыҡ сәмләнеп донъя көтә, күркәм йорттар төҙөй. Сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән саралар әүҙем ауылдаштарҙы тағы ла нығыраҡ берләштерә. Матур йәшәүгә ынтылышын юғалтмай, заман менән бергә атлап, тырышып ғүмер итә ауыл халҡы. Күптәре мал ҡарай, шәхси хужалыҡ алып бара. Йәш ғаиләләрҙең күбәйеүе, уларҙың айыҡ тормош алып барыуы, күпләп балалар үҫтереүе айырыуса ҡыуаныслы. Һәр кем тыуған төйәгебеҙҙе тағы ла йәмлерәк итергә тырыша, бар ҡаҙаныштарыбыҙ - уртаҡ, – тип бәйән итте Баймөхәмәт Нурмөхәмәт улы.

Бында “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы төрлө өмәләр, “Табын түрендә - сәк-сәк” фотоконкурсы, “Хәмер эсмәй башҡорт, сәй эсә”, “Мин тартмайым, ә һин?”, “Хәмер эсеп түгел, мөхәббәттән баш әйләнһен” кеүек онлайн акциялар үткәрелгән. Һөҙөмтәлә район этабында еңеү яулап, республика кимәлендә көсөн һынаясаҡ Яңы Мишәр халҡы.

 - Берҙәм булғанда эш тә ырай, күңелле лә. Алда башҡараһы эштәребеҙ күп әле, - ти етәксе.

Фотолар: Яңы Мишәр ауылы биләмәһе төркөмө.

Яңы Мишәр халҡының уңыш сере ниҙә?
Яңы Мишәр халҡының уңыш сере ниҙә?
Яңы Мишәр халҡының уңыш сере ниҙә?
Яңы Мишәр халҡының уңыш сере ниҙә?
Яңы Мишәр халҡының уңыш сере ниҙә?
Яңы Мишәр халҡының уңыш сере ниҙә?
Яңы Мишәр халҡының уңыш сере ниҙә?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас