Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель , 16:15

Зөлфиә Ғайсина нимә тураһында һөйләне?

Алданған өлөшсөләр тәңгәлендә бик күп аңлашылмаусанлыҡтар бар

Зөлфиә Ғайсина нимә тураһында һөйләне?
Зөлфиә Ғайсина нимә тураһында һөйләне?

Республикаға идара итеү үҙәгендә һәр ваҡыт билдәле шәхестәр сығыш яһай. Мәҫәлән, Башҡортостан Башлығы эргәһендәге кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институты үҫешенең яуаплы секретары Зөлфиә Ғайсина тура эфирҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдиновтың һорауҙарына яуап бирҙе.

Шул күңелде өйкәй, алданған өлөшсөләр тәңгәлендә бик күп аңлашылмаусанлыҡтар бар. Әйткәндәй, Башҡортостанда был проблеманы хәл итеү өсөн ҡулдан килгәндең барыһы ла тормошҡа ашырыла. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хәлдәр киҫкен ҡала.

Башҡортостан Башлығы эргәһендәге кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институты үҫешенең яуаплы секретары Зөлфиә Ғайсина билдәләүенсә, проблемалы объекттарға федераль фондтың ярҙамы ҙур. Был аҡсалар күптән инде бюджетҡа һалынған, бөтәһе лә яҡшы тамамланырына бер ниндәй ҙә шик юҡ.

– Халыҡҡа әҙ генә көтөргә кәрәк, – тине Зөлфиә Ғайсина. – Шул ҡыуаныслы, алданған өлөшсөләр – Башҡортостан Башлығының иғтибар үҙәгендә. Әгәр бынан өс йыл элек ул шул хәтлем ҡырҡыу төҫ алһа, әле был проблема яйлап хәл ителә.

Зөлфиә Ғайсина әйтеүенсә, ошо мәсьәлә буйынса һәр кем менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә әҙер.

Фото: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в