Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Апрель 2022, 16:30

Абруйлы премияға кемдәр дәғүә итер?

Республикалағы тәүге милли фастфуд селтәрен ойоштороусы Марат Нәсхетдинов та сарала ҡатнашырға ниәтләй.

Абруйлы премияға кемдәр дәғүә итер?
Абруйлы премияға кемдәр дәғүә итер?

Илебеҙҙә “Рәсәйҙә эшләнгән” премияһының һайлап алыу этабы башланды. “Сноб” журналы Рәсәй эшҡыуарҙарына, ғилми, мәҙәни һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән премияға конкурсты 11 йыл рәттән уҙғара. Проект ҡыйыу башланғыстар һәм асыштар өсөн һөҙөмтәле аралашыу майҙансығын тәшкил итә. Теләге булған һәр кеше номинант була йәки дәғүәсене тәҡдим итә ала. Бының өсөн “Сноб” журналы сайтындағы форманы тултырырға йәки социаль селтәрҙә #ЯНОМИНИРУЮ хэштегын ҡуйып яҙма ҡалдырырға кәрәк.

Әйткәндәй, республикала тәүге милли фастфуд селтәрен ойоштороусы Марат Нәсхетдинов та сарала ҡатнашыуға ғариза бирергә ниәтләй. “Абруйлы баҫмалар һәм сығанаҡтар премияға конкурс үткәргәндә ярыш рухы барлыҡҡа килә. Эште яҡшыраҡ башҡарыу теләге тыуа", – ти ул. Ике йыл эсендә уның проекты Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сығып, “Уралдың иң яҡшы стритфуды” премияһына лайыҡ булды. Киләсәктә Марат проекттарҙы үҫтерергә һәм башҡорт милли аштарын танытырға ниәтләй.

“Рәсәйҙә эшләнгән” премияһы өс этапта уҙғарыла: 7 апрелдән 10 июнгә тиклем исемлек төҙөлә, 20 сентябргә тиклем дәғүәселәр һайлап алына һәм “Сноб” проекты сайтында тауыш биреү ойошторола.

Йыл һайын конкурста яңы номинациялар барлыҡҡа килә. Былтыр “Рәсәй буйлап һөйөү менән” номинацияһында илебеҙ туризмын билдәләнеләр, ә “Фән” номинацияһын фәнде танытҡандарға тапшырҙылар. Быйыл проектҡа биш яңы номинация өҫтәлде, улар – “Мода һәм дизайн”, “Ҡала мөхите”, “Ижади киңлектәр”.

Проекттың маҡсаты – Рәсәй эшҡыуарҙарына, ғилми, мәҙәни һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә булышлыҡ итеү. “Быйыл “Рәсәйҙә эшләнгән”дең форматы үҙгәрә – хәҙер был ябай премия ғына түгел, күләмле редакция проектын да тәшкил итә” – тине “Сноб” медиапроекты етәксеһе һәм идея авторҙарының береһе Марина Геворкян.

Фото: ufaved.info/

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: