Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Апрель 2022, 15:30

Денис менән бәхилләштеләр...

"Бөгөн бында бик ауыр күңел менән йыйылып, тыныс механизатор һөнәрен һайлап, ләкин һуңынан үҙе өсөн хәрби хеҙмәт һайлаған һәм илебеҙҙе яҡларға киткән, ысын фашизмға ҡаршы көрәшкән, герой булараҡ һәләк булған бик йәш егетте һуңғы юлға оҙатабыҙ", - тине Радий Хәбиров.

Денис менән бәхилләштеләр...
Денис менән бәхилләштеләр...

Бөгөн Дыуан районының Ярославка ауылында Украина биләмәһендә барған махсус операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Денис Ярославцев менән хушлашыу сараһы булды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

– Хөрмәтле Оксана Владимировна һәм Сергей Юрьевич! Хөрмәтле Денис Ярославцевтың туғандары, яҡындары, яҡташтары. Бөгөн бында бик ауыр күңел менән йыйылып, тыныс механизатор һөнәрен һайлап, ләкин һуңынан үҙе өсөн хәрби хеҙмәт һайлаған һәм илебеҙҙе яҡларға киткән, ысын фашизмға ҡаршы көрәшкән, герой булараҡ һәләк булған бик йәш егетте һуңғы юлға оҙатабыҙ. Ул үлгәндән һуң илебеҙҙең юғары хәрби ордены – Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде. Бөгөн беҙ уға баш эйергә һәм илде һаҡлаған, әле еңел булмаған шарттарҙа меңләгән егетебеҙгә баш эйергә йыйылдыҡ. Хөрмәтле ата-әсәләр, һеҙ бик яҡшы ул тәрбиәләгәнһегеҙ. Һеҙҙең ҡайғығыҙҙы уртаҡлашып, был юлды бергәләп үтергә тырышырбыҙ. Район хакимиәтенән геройҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса сараларҙы ентекле ҡарауҙарын һорайым, сөнки ошонда, Ярославкала, Дыуан районында, Башҡортостанда йәшәгән малайҙар һәм ҡыҙҙар Денис – Ватаныбыҙҙы һаҡлап һәләк булған егет хаҡында белергә һәм хәтерләргә тейеш. Беҙ мотлаҡ рәүештә Денистың ғаиләһе, уның һеңлеһе тураһында хәстәрлек күрәсәкбеҙ. Тыныс йоҡла, ҡәҙерле Денис, һин мәңге беҙҙең хәтерҙә, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы яугир-геройҙың ата-әсәһенә ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

Матәм митингында республика хәрби комиссары Михаил Блажевич һәм Дыуан районы хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев геройҙың ата-әсәләренең ҡайғыһын уртаҡлашты. Хәрби комиссар яугир-геройҙың атаһына Батырлыҡ ордены тапшырҙы.

Денис Сергеевич Ярославцев Дыуан районының Ярославка ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Дыуан киң профилле колледжына уҡырға инә, унда “Ауыл хужалығын механикалаштырыу” һәм “Ауыл хужалығы производствоһында тракторсы-машинист” һөнәрҙәренә уҡый.

Денис мотоуҡсылар батальонының уҡсы-гранатометсыһы була.

Уның ата-әсәһе Сергей Юрьевич һәм Оксана Владимировна Ярославка ауылында эшләй, бер туған һеңлеһе Вероника 9 класта уҡый.

Денистың туғандары һөйләүенсә, буласаҡ геройҙы бала саҡта мотоцикл бик ҡыҙыҡһындырған, улар атаһы менән уны йүнәткән, һүткән һәм йыйған. Йыш ҡына балыҡҡа йөрөгәндәр. Үҫә төшкәс, атаһы менән командировкаға йөрөргә яратҡан, автомобилдәр менән ҡыҙыҡһына башлаған. Олатаһы менән автомобиль ремонтлау менән шөғөлләнгән, иртә руль артында йөрөй башлаған. Техниканы бик яҡшы белгән.

Класташтары һәм уҡытыусылары әйтеүенсә, Денис тыныс, изгелекле, шат күңелле, аралашыусан малай булған. Класташтары араһында абруй менән файҙалана. Колледжда уҡыған ваҡытта ла ул бик күп дуҫтар булдырған, үҙенең уҡытыусыларына ҙур ихтирам менән ҡараған.

Фото: Олег Яровиков. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в