Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә үтә тулҡынландырғыс яңылыҡ менән бүлешкән. Унда түбәндәге юлдар бар:
“Бөгөн минең шатлығым үтә ныҡ ҙур! Тәүҙә беҙ Таймаҫта тыуып үҫкән һалдат махсус операцияла һәләк булды тигән хәбәр алдыҡ. Унан мин һәм хәрби комиссар Максим Александров Пержинский менән егеттең ғаиләһендә булдыҡ, ҡайғылы хәбәрҙе хәбәр иттек. Мәрхүмде идентификациялау өсөн әсәһенән ҡан анализы алдылар. Унан әсәне “ашығыс ярҙам” машинаһында алып киттеләр... Күҙҙәрҙән күпме йәш аҡты. Ә һуңынан һалдат яҡындарына шәхсән шылтыратып иҫән икәнлеген хәбәр иткән! Бына шундай хата килеп сыҡты. Шөкөр, Аллаһы Тәғәләгә шөкөр! Ниндәй шатлыҡ!
Беҙҙең егет урынына икенсе яугир һәләк булып сыҡты... Икенсе ғаиләлә ҡайғы... Уның ата-әсәләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам...”, - тип яҙған Юлай Ильясов.
Рәсәй данын яҡлаған яугирҙәрҙең имен-һау ҡайтыуын теләйек.
Фото: s14.stc.yc.kpcdn.net