Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Апрель 2022, 22:00

Илселәрҙе ниндәй аманат алға әйҙәй?

“Ҡайҙа йөрөһәң дә, ҡайҙа эшләһәң дә, яҡшылыҡ сәс, ти халҡыбыҙ. Мин дә шуға ынтылам", - ти сираттағы конкурсантыбыҙ - Учалы районының Илсе ауылы биләмәһе башлығы Азат Вәлитов.

Илселәрҙе ниндәй аманат алға әйҙәй?
Илселәрҙе ниндәй аманат алға әйҙәй?

Инде бер нисә көн “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсы бара. Унда Учалы районының Илсе ауылы биләмәһе башлығы Азат Вәлитов та ҡатнаша.

Азат Дамир улы 1978 йылда Учалы районының Учалы ауылында тыуған. Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы университетын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2019 йылда Илсе ауылы хакимиәте башлығы итеп һайлағандар. “Ҡайҙа йөрөһәң дә, ҡайҙа эшләһәң дә, яҡшылыҡ сәсеп кит, тиҙәр бит. Шуға ла ҡулдан килгәндең барыһын да башҡарырға тырышам”, – ти ул. Етәксе был һүҙҙәрҙе эше менән лайыҡлы иҫбатлай.

Азат Вәлитов Илсе ауылы биләмәһе башлығы булып өс йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, күп бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға өлгәшкән. Мәҫәлән, 2020 йылда Илсе ауылы мәктәбе ҡоймаларына капиталь ремонт эшләнә. Оҙонлоғо - 542,5 метр, заман талаптарына ярашлы, “3D” форматында яһалған. Рысай ауылында иһә былтыр урамдарҙы яҡтыртыу ҡорамалдарын яңыртҡандар: 27 лампа алыштырылған, 36-һы яңынан ҡуйылған, 565 метр оҙонлоғонда сым һуҙылған.

Билдәле булыуынса, Илсе халҡы “Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсында эре ауыл биләмәләре араһында еңеп, биш миллион һум аҡса алыуға өлгәште. Уны 2021 йылда маҡсатлы рәүештә ауылды төҙөкләндереүгә тотоналар – заманса һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән балалар майҙансығы төҙөйҙәр, ҡалған аҡсаға һыу менән тәьмин итеү системаһын ремонтлайҙар, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын һыуға тоташтыралар, биләмәһен төҙөкләндерәләр. “Айыҡ ауыл-2020” конкурсы барышында Илселә ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы советы булдырыла һәм хәҙер улар урындағы йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.   

2019 – 2021 йылдарҙа Илсе, Рысай урамдарындағы яҡтыртыу ҡорамалдарын яңырталар, утты аҙ сарыф иткән яҡтыртҡыстар ҡуйыу һөҙөмтәһендә ошо йәһәттән сығымдар 42 процентҡа кәмегән.

Ауыл биләмәһендәге теркәлмәгән йорттарҙы, биналарҙы һәм автомобиль юлдарын иҫәпкә ҡуйыу буйынса ла ҙур эш алып барыла. Һуңғы ике йылда урам-юл селтәрен ҡарауға, ремонтлауға алты миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә лә ҙур иғтибар бүленә. 2020 йылда тағылмалы янғын цистернаһын ҡуйыу өсөн махсус йылы бинаны ремонтлағандар. Шул уҡ йылда ер аҫты янғындарына ҡаршы 25 кубометр һыу һыйҙырышлы резервуар булдырылған. Илселә һыу ятҡылығы бар, унда янғын һүндереү машиналарына һыу тултырыуға урын эшләнгән, шулай уҡ һыу йыйыу өсөн 12 гидрант бар.

Ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә иғтибар ҙур – һәр эш үҙ мәлендә башҡарылып килә. Бынан тыш, Учалы урман хужалығы менән берлектә 18 мең төп ҡарағай, ҡарағас, мышар, тал ағастары үҫентеләре ултыртҡандар.

Азат Дамир улы сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауға, эскелеккә ҡаршы көрәшкә, халыҡ байрамдарын тергеҙеүгә айырыуса иғтибарлы, ошо маҡсатта төрлө саралар даими уҙғарыла. Мәҫәлән, “Айыҡ ауыл-2020” конкурсында ҡатнашҡан саҡта 113 ғилми-танып белеү, ижтимағи-милли, хәрби-ватансылыҡ, иҫкәртеү, спорт, ҙур мәҙәни сара ойошторолған. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Илсе рухы” төркөмө булдырылған. Унда ауыл биләмәһенә ҡағылышлы тарихи материалдар донъя күрә. Социаль йәһәттән имен булмаған ғаиләләр менән даими эш алып барыла. Был бурысты үтәүгә ауылдың Ағинәйҙәр ойошмаһы тос өлөш индерә.

"Беҙҙең халыҡ ғүмер буйы берҙәм, татыу булыуы менән айырылып торған, йәш быуынға ла шундай тәрбиә биргән. Бөгөн дә ошо аманатҡа таянып йәшәйбеҙ һәм алға барабыҙ", - ти Азат Дамир улы.

Фото: Илсе ауылы хакимиәте.    

Илселәрҙе ниндәй аманат алға әйҙәй?
Илселәрҙе ниндәй аманат алға әйҙәй?
Илселәрҙе ниндәй аманат алға әйҙәй?
Илселәрҙе ниндәй аманат алға әйҙәй?
Илселәрҙе ниндәй аманат алға әйҙәй?
Илселәрҙе ниндәй аманат алға әйҙәй?
Илселәрҙе ниндәй аманат алға әйҙәй?
Илселәрҙе ниндәй аманат алға әйҙәй?
Илселәрҙе ниндәй аманат алға әйҙәй?
Илселәрҙе ниндәй аманат алға әйҙәй?
Илселәрҙе ниндәй аманат алға әйҙәй?
Илселәрҙе ниндәй аманат алға әйҙәй?
Илселәрҙе ниндәй аманат алға әйҙәй?
Илселәрҙе ниндәй аманат алға әйҙәй?
Илселәрҙе ниндәй аманат алға әйҙәй?
Илселәрҙе ниндәй аманат алға әйҙәй?
Илселәрҙе ниндәй аманат алға әйҙәй?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: