Әбеш ауыл биләмәһе - район үҙәгенән 70 саҡрым алыҫлыҡта урынлашыуына ҡарамаҫтан, элек-электән был яҡта тырыш һәм эшһөйәр халыҡ йәшәй. “Урман халҡы” тип исем алған был төбәк үҙҙәренең замандан артҡа ҡалмаған, уҡымышлы, әүҙем, дәртле, талантлы булыуҙары менән айырылып тора. Биләмә башлығы Таһир Юнысов - районда иң оҙаҡ эшләгән һәм үҙен яҡшы етәксе булараҡ танытып өлгөргән ауыл хакимиәте башлыҡтарының береһе. Биләмәгә Әбеш, Бәләкәй Арыҫланғол һәм Ҙур Арыҫланғол, Үрнәк, Һаҡмар-Наҙарғол ауылдары инә.
Таһир Мөғлитдин улы 1965 йылда Хәйбулла районының Һаҡмар-Наҙарғол ауылында тыуған. Сибай педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 16 йыл Әбеш ауылы биләмәһе хакимиәте вазифаһын башҡара. “Кеше үтә алмаҫлыҡ кәртәләр юҡ, тик тырышлыҡ ҡына кәрәк”, – тигән фекерҙә ул.
- Ауыл халҡы йыл һайын "Аныҡ эштәр”, “Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү” кеүек социаль проекттарҙа ла әүҙем ҡатнаша, иң мөһиме - үҙҙәренә кәрәкле проблемаларҙы, хәл итәһе мәсьәләләрҙе уртаға һалып, кәрәкле проектты тәҡдим итә. Йәшермәйем, беҙҙә халыҡ менән эшләүе ауыр түгел. Улар дәртләнеп донъя көтә, мал-тыуар үрсетә, ҡош-ҡорт аҫрай, умартасылыҡ, ағас эшкәртеү, йәшелсәселек менән шөғөлләнә. Дәртлеләр ҙә, талантлылар ҙа үҙҙәре. Мәҫәлән, Бәләкәй Арыҫлан ауылының "Вәзәм шәлдәре" халыҡ клубы тураһында хәҙер бар республика белә, уларҙың һуҡма шәлдәре республикала ғына түгел, Рәсәйҙең күп ҡалаларында киң билдәле. Әйткәндәй, күптән түгел "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашҡан Вәзәмдә (халыҡ телендә) төбәк-ара кәсепселәр форумы үтте. Был сарала йәнә вәзәмдәр үҙҙәренең оҫта ойоштороусы, уңған, берҙәм һәм сәмле икәндәрен күрһәтте, бик юғары кимәлдә үткәрҙе, - ти Таһир Юнысов.
Былтыр Әбеш биләмәһе халҡы өсөн бик ауыр булды, белеүегеҙсә был төбәктә йәшәгән халыҡ айҙан ашыу урман янғындары менән көрәште. Берҙәм көс, яуаплылыҡ һәм халыҡтың хәлде дөрөҫ аңлап ҡабул итеүе генә оло афәттән һаҡлап ҡалды. Был юлы ла Әбеш ауыл биләмәһенең Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы республика кимәлендәге "Айыҡ ауыл" конкурсында еңеү яулар, тип ышанғы килә.
- Вәзәмдәр оло баһаға күптән лайыҡ, улар мотлаҡ еңеү яулар тип ышанам, -ти Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов.
Автор фотолары.