Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Апрель 2022, 13:30

Мәскәү ауылы биләмәһе халҡы һәр ваҡыттағыса ихлас

"Ауыл халҡын ыңғай яҡтан ғына баһалайым. Нимә әйтһәң дә, күтәреп алырға әҙер генә торалар", - ти Динар Хөснөтдинов.

Мәскәү ауылы биләмәһе халҡы  һәр ваҡыттағыса ихлас
Мәскәү ауылы биләмәһе халҡы һәр ваҡыттағыса ихлас

“Башҡортостан” гәзите ойошторған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсы дауам итә. Унда Дүртөйлө районының Мәскәү ауылы биләмәһе башлығы Динар Хөснөтдинов та ҡатнаша.

Динар Заһит улы 1983 йылда Дүртөйлө районының Мәскәү ауылында тыуған. Бөрө дәүләт педагогия академияһында белем алған. 2012 йылдан Мәскәү ауылы биләмәһе башлығы. “Беҙ халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу, ауылда балаларға ла, ололарға ла уңайлы шарттар тыуҙырыу өҫтөндә эшләйбеҙ”, – ти ул.

Дүртөйлө районының Мәскәү ауылы “Айыҡ ауыл – 2021” республика бәйгеһенең район этабында ҡатнашты һәм ауыл биләмәләре араһында  еңеү яуланы.  

 Ауыл кешеләре йәшел йылан ҡорбаны булмаһын өсөн бында байтаҡ ҡына эштәр башҡарылған. Йыл әйләнәһенә төрлө кәңәшмәләр, саралар, осрашыуҙар ойошторолған. Ауылдың бөтә йәмәғәт ойошмалары ла: ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, аҡһаҡалдар, ҡоролтай был изге эштә бик әүҙем ҡатнаша. Айырыуса ауыл советы, мәктәп коллективы, мәсет имамы ихлас эшмәкәрлек алып бара. Экологик өмәләр уҙғарыла, йыл әйләнәһенә ауыл эргәһен, йылға буйҙарын таҙартыу эштәре даими ойошторола.

Халыҡтың күбеһе сәләмәт йәшәү рәүешен алып бара, балаларға өлгө, үрнәк булып тора. Ауылда мәсет бар. Мәсеттә дини байрамдарҙа йыйылып, вәғәздәр уҡып, йома сәйҙәре эсеп, ололар ихлас аралашып ҡайта, уларға ҡарап, йәштәр ҙә тартыла иман юлына. Ағинәйҙәр ҡоро һөҙөмтәле эшләй. Улар төрлө мәҙәни сараларға әүҙем ҡатнаша, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙеү йүнәлешендә лә, тәрбиәүи йүнәлештә лә эшләй.

Ауылда эш юҡ тип, баш эймәйҙәр. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт та аҫрай халыҡ, етеш донъя көтә, балалар уҡытып, һәр яҡлап тырышып йәшәй.  Ауылда башҡарылған эштәр бихисап.  Шәжәрә байрамдары үткән, уға әҙерлек сиктәрендә ауыл да төҙөкләндерелгән, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр хөрмәтенә  обелиск асҡандар, "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы буйынса балалар майҙансығы урынлаштырылған, һыу башняһын яңыртҡандар, мәктәп тәҙрәләрен  алыштырғандар. Мосолман зыяратын өр-яңынан кәртәләгәндәр. Шулай уҡ ауылда туҡталыш эшләгәндәр, үҙәк урамға янғын һүндереү гидранты урынлаштырғандар. Ошондай изге эштәрҙе бойомға ашырыу йыл һайын туҡтауһыҙ алып барыла.

– Ә ауыл халҡын ыңғай яҡтан ғына баһалайым. Нимә әйтһәң дә, күтәреп алырға әҙер генә торалар. “Айыҡ ауыл” сиктәрендә бик күп спорт саралары уҙҙы. “Айыҡ ауыл” бәйгеһенең республика этабында ла лайыҡлы ҡатнашырбыҙ, тип уйлайым. Ысынлап та бөгөн беҙ балаларыбыҙ күңеленә изгелек, айыҡлыҡ орлоҡтары сәсһәк, ошо орлоҡтарҙан мул уңыш аласаҡбыҙ. Айыҡ атай-әсәй йөрәк йылыһын тойоп, олатай – өләсәһенең аҡылын зиһененә һеңдереп үҫкән кеше йәмғиәтебеҙҙә үҙ урынын табыр, милләтебеҙ юғалмаҫ. Эйе, бөгөн насар күренешкә юл ҡуймаҫҡа, туғандарыбыҙҙы, нәҫелдәребеҙҙе, күршеләребеҙҙе һәм ауылыбыҙҙы ошо тоҙаҡтан алып сығырға һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һайларға тигән теләктә һәм өмөттә ҡалабыҙ! – ти ауыл биләмәһе башлығы Динар Хөснөтдинов.

Фотолар: Мәскәү ауылы биләмәһен хакимиәтенән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: