Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Апрель 2022, 21:30

Май байрамдарында нисә көн ял итәбеҙ?

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Май байрамдарында нисә көн ял итәбеҙ?
Май байрамдарында нисә көн ял итәбеҙ?

Оҙаҡламай май байрамдары етә. Ҡалала йәшәгәндәргә ауылға ҡайтыр, баҡса-дача эштәре менән булыр, тәбиғәт ҡосағына сығып ял итер өсөн бик матур мәл. Быйыл ошо байрамдарҙа нисек ял итербеҙ? Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы шул турала мәғлүмәт бирҙе.

Билдәле булыуынса, илебеҙҙә 1 майҙа - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы, ә 9 майҙа Еңеү көнө билдәләнә. Быйыл иһә Башҡортостанда йәшәгәндәр өсөн тағы бер байрам көнө өҫтәлә – 2 майҙа - Ураҙа байрамы.

“Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, 1 ғинуарҙағы (шәмбе) ял көнө - 3 майға, 2 ғинуарҙағыһы 10 майға күсерелгән, – тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола. – 2022 йылда 1 май йәкшәмбегә тура килә. Ял һәм байрам көндәре тап килгән осраҡта, ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә. Тимәк, ял көнө йәкшәмбе 1 майҙан дүшәмбе 2 майға күсерелә. Ураҙа байрамы 2 майҙағы ял көнөнә тура килә. Тимәк, дүшәмбе, 2 майҙан, ял көнө шаршамбы, 4 майға күсерелә”.

Шулай итеп, Башҡортостан халҡы биш көнлөк эш аҙнаһында 30 апрелдә, 1, 2, 3, 4 һәм 7, 8, 9, 10 майҙа ял итә. Йома көндәрендә - 29 апрелдә һәм 6 майҙа эш оҙайлылығы ҡыҫҡартылмай.

Фото: 1istochnik.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: