Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Апрель 2022, 16:00

Сермәндәр алдынғы ҡарашлы халыҡ

"Быйыл Сермән ауылына 320 йыл тула. Ошо айҡанлы ҙур сара ойошторорға теләйбеҙ", - ти Айытбай Әйүпов.

Сермәндәр алдынғы ҡарашлы халыҡ
Сермәндәр алдынғы ҡарашлы халыҡ

21 апрелдә – урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан “Башҡортостан” гәзите “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсын иғлан итте. Ҡатнашыусылар араһында Белорет районының Сермән ауылы биләмәһе башлығы Айытбай Әйүпов та бар.

Айытбай Зәбир улы 1963 йылда Белорет районының Аҙнағол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр институтын тамамлаған. 1999 – 2016 йылдарҙа һәм 2020 йылдың сентябренән  Сермән ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләй. Алты ауыл һәм унда йәшәгән 2400-ҙән ашыу халыҡ өсөн яуаплы. “Күберәк файҙа килтереп ҡалырға кәрәк” тигән изге теләк менән вазифаһын башҡара.

Сермән ауылы билмәһе райондың уртаһында – оло юлдар сатында урынлашҡан. Шуғалыр ҙа бында йәшәгән халыҡ һәр дәүерҙә лә алдынғы ҡарашлы, уҡымышлы булыуы менән айырылып тора. Сермәндән бик күп билдәле шәхестәр сыҡҡан, шул иҫәптән СССР-ҙың халыҡ артисы Заһир Исмәғилев тә ошо ауылдан. Әлбиттә, былар барыһы ла Сермән ауылы билмәһе башлығы алдында талапты ла, яуаплылыҡты ла арттыра. Был йәһәттән Айытбай Зәбир улы һынатмай, үҙ эшенә бар күңелен, көсөн һалып эшләй.

Айытбай Айүпов алдынғы ҡарашлы етәксе. Мәҫәлән, 2007 йылда ул Иҙел ауылына нигеҙ һалыу эшен башлай һәм 2012 йылда был маҡсатҡа өлгәшә. Бөгөн унда 21 йорт төҙөлә, 19 хужа йәшәй. Шулай уҡ ул районда ғына түгел, ә республика ла тәүгеләрҙәр булып, 2012 йылда ауыл билмәһенең хужалыҡ эштәрен башҡарыу, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн  “Беларусь” тракторын ала. Техниканы ауыл биләмәһе аҡсаһына алына. Шулай уҡ ул Сермән ауылында Мәңгелек утты булдыра.

Былтыр район ауылдары араһында беренселәрҙән булып Сермән ауылының Үҙәк урамына светофор урынлаштырғандар. Ауылдағы Ағиҙел йылғаһындағы 78 метр оҙонлоғондағы йәйәүлеләр күперен ремонтлағандар, ул 2004 йылда төҙөлгән булған. Был эште ауыл советы депутаттары, әүҙем граждандар, йәштәр менән атҡарып сыҡҡандар. Аҙнағол ауылындағы зыяратты төҙөкләндергәндәр. Шулай уҡ Аҙнағолда заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла.

Ауылдың хоккей майҙансығына капиталь ремонт эшләгәндәр. Команда уйынсыларына спорт кейеме тектергәндәр. Был эштәр өсөн бюджет аҡсаһын тотонмағандар.  

– Быйыл Сермән ауылына 320 йыл тула. Ошо айҡанлы ҙур сара ойошторорға теләйбеҙ. Сермәндә Яҡташтар аллеяһын эшләргә тип йөрөйбөҙ. Пландар күп, улар араһында Аҙнағол ауылында Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү иң ҙуры булып тора, – ти тыңғыһыҙ етәксе.

 Айытбай Зәбир улына яҙмыш һынауҙарын күп үтергә тура килә, әммә ул бирешмәй, алға барыуын дауам итә. Уның көслө кеше булыуы һоҡланыу тыуҙыра.

Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән алынды.

Сермәндәр алдынғы ҡарашлы халыҡ
Сермәндәр алдынғы ҡарашлы халыҡ
Сермәндәр алдынғы ҡарашлы халыҡ
Сермәндәр алдынғы ҡарашлы халыҡ
Сермәндәр алдынғы ҡарашлы халыҡ
Сермәндәр алдынғы ҡарашлы халыҡ
Сермәндәр алдынғы ҡарашлы халыҡ
Сермәндәр алдынғы ҡарашлы халыҡ
Сермәндәр алдынғы ҡарашлы халыҡ
Сермәндәр алдынғы ҡарашлы халыҡ
Сермәндәр алдынғы ҡарашлы халыҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: