Өфөлә ВДНХ-Экспоның конгресс-залында “Управдом” республика форумы ойошторолдо.
Рәсәй Дәүләт Думаһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Павел Качкаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, башта ошондай сара республикабыҙҙың ҡала һәм райондарында ойошторолған, Башҡортостанда “Управдом” форумын үткәреү традицияға әйләнгән.
– Әлбиттә, торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында ҡырҡыу мәсьәләләр бихисап, шул уҡ ваҡытта төрлө аңлашылмаусанлыҡтар ҙа килеп сыҡҡылай, – тине Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев. – Бына ошо сетерекле мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, сиселмәҫтәй тойолғандарын хәл итеү өсөн йыйылдыҡ та инде. Беҙҙең төп бурыс – был йәһәттән мөмкин хәтлем халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу, һәр сетерекле мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү.
Павел Рюрикович “Башҡорт ихаталары” программаһында ҡатнашыу өсөн ниҙәр талап ителеүенә асыҡлыҡ индерҙе, республикабыҙҙағы “Күп фатирлы йорттарҙың дөйөм йорт милкенә капиталь ремонт” программаһының илебеҙҙә иң яҡшы тип танылыуы һәм башҡалар тураһында ентекләп һөйләне.
Шулай уҡ Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының Торлаҡ-коммуналь хужалығы үҫтереү департаменты директоры Олеся Лещенко, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев һәм башҡалар сығыш яһаны.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.