Ринат Фәтҡуллин Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың геопарктар тураһындағы закон проектын ғәмәлгә индереү буйынса ултырышында ҡатнашты.
14 апрелдә Башҡортостандың сәнәғәт, инновациялы үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм мәсьәләләре буйынса Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай комитеты ултырышында республика Хөкүмәте индергән "Башҡортостан Республикаһында геопарктар тураһында" закон проекты ҡаралды. Сарала туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин ҡатнашты, ул закон проектын ҡабул итеү тураһында доклад менән сығыш яһаны.
"Глобаль геопарктар эшенең мөһим аспекты булып уларҙың биләмәһенең тотороҡло үҫеше тора, ул хужалыҡ эшмәкәрлеге, иҡтисади үҫеш һәм тәбиғәтте һаҡлау араһындағы тигеҙлекте күрһәтә. Башҡортостанда геопарктарҙың эшмәкәрлеген законлы көйләү маҡсатында, Геопарктарҙың попечителлек советы күрһәтмәһенә ярашлы, туризм буйынса дәүләт комитеты "Башҡортостан Республикаһында геопарктар тураһында" закон проекты әҙерләй", — тине Ринат Фәтҡуллин.
Уның әйтеүенсә, закон проекты "геопарк" төшөнсәһен билдәләй, Башҡортостанда геопарктар булдырыу һәм уларҙың сиктәрен раҫлау тәртибен көйләй, геопарктар үҫешенә, уларҙың етәкселегенә дәүләт ярҙамын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота, шулай уҡ Башҡортостанда геопарктарҙы үҫтереү буйынса бер нисә төп бурысты, сараларҙы билдәләй. Әйткәндәй, федераль кимәлдә лә, Рәсәй Федерацияһы субъекттары кимәлендә лә геопарктарҙың эшмәкәрлеге юридик яҡтан әлегә көйләнмәгән.
Был йәһәттән "Башҡортостан Республикаһында геопарктар тураһында" закон проекты тәүгеһе булып тора һәм Рәсәй Федерацияһының закондар сығарыу сиктәрендә геопарктарҙы һөҙөмтәле үҫтереү мөмкинлеген бирә.
2004 йылда ЮНЕСКО ярҙамы менән Европала 17 һәм Ҡытайҙа һигеҙ геопаркты берләштереп, Global Geoparks Network селтәре ойошторола, уға 48 илдән 169 геопарк инә. 2020 йылдың 7 июлендә "Янғантау" геопаркы Рәсәйҙә беренсе булып булдырылды һәм ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктары исемлегенә индерелде. Был селтәргә индереү өсөн икенсе дәғүәсе - "Торатау". ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктар советы ултырышы биләмәләрҙең ғаризаларын 2022 йыл аҙағына тиклем ҡабул итә.
Текст һәм фото сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.