+1 °С
Болотло
Донбасс кешеләренә иң кәрәкле әйберҙәр һәм дарыуҙар ғына талап ителмәй. Улар ҡан һәм ҡан компоненттарына ла мохтаж.
Донецк Һәм Луганск халыҡ республикалары ауыл-ҡалаларын ракета-бомбаға тотоу һөҙөмтәһендә йөҙәрләгән кеше зыян күрә: сәләмәтлеген юғалта, ғүмере өҙөлә. Шуға күрә яралыларға ҡан ебәреү ғәмәле лә башҡарыла.
Рәсәйҙә Һаулыҡ көнө һәм Милли донор көнө үткәреү сиктәрендә Яңауыл районы советы депутаттары ҡан тапшырыу буйынса акцияла ҡатнашты. Улар ошо рәүешле туғандаш республикалар халҡына ярҙам күрһәтте.
Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.