Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2022, 11:37

Айыҡлыҡ бабайҙарҙан балаларға күсһен

Сәүәҙебаштар күңелдәренә ошоно һеңдерергә ынтыла.

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” проекты гөрләп дауам итә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Спорт министрлыҡтары һәм башҡа ведомстволар ҡатнашлығында ойошторолған конкурстың маҡсаты – ауыл халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуға өндәү, үҫеп килгән быуынды йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ миҫалында тәрбиәләү һәм тәмәке тартыу, араҡы эсеү, наркотиктар ҡулланыу кеүек насар ҡылыҡтарҙан аралау. Йыл да бихисап ауыл унда ҡатнашырға ғариза биреп, көс һынаша, төрлө категорияларҙа призлы урындар алып, миллиондарса һумлыҡ сертификаттарға лайыҡ була. Был аҡса артабан төбәктең үҫешенә тотонола.

Быйыл да конкурс ойошҡан рәүештә бара. Бүздәк районының Сәүәҙебаш ауылы халҡы был проект хаҡында ишетеп кенә түгел, ә 2013 йылда унда ҡатнашып һәм Гран-при яулап, республикала еңеүсе булараҡ беләләр. Әле тағы көстәрен һынап ҡарамаҡсылар. Конкурстың беренсе этабына йомғаҡ яһағандан һуң, район комиссияһы тап сәүәҙебаштарҙы еңеүсе тип тапҡан.

Февралдән “Айыҡ ауыл”дың республика этабына әҙерлек сиктә­рендә район хакимиәте менән бер­лектә эш планы төҙөп, шуға ярашлы айыҡ тормоштоң өҫтөнлөктәрен аңлатыу, яҡшы өлгөләрҙе таратыу юҫығында күп матур саралар ойошторалар. Мәҫәлән, 6 мартта “Һыу буйында балыҡсы” тип аталған ярыш үткән. Ауылдың йәше-ҡарты бик дәртләнеп, сәмләнеп сыҡҡан унда. Бағыусы, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рәфил Рафаэль улы Хәзиев ҡатнашыусыларҙы “Иң йәш балыҡсы”, “Иң оло ба­лыҡсы”, “Иң ҙур балыҡ”, “Иң бәлә­кәй балыҡ”, “Иң күп балыҡ тотоусы” номинацияларында бүләкләгән. Ауылдың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төрлө уйындар ойошторған, ке­шеләр уларҙа ихлас ҡатнашҡан. Һәүәҫкәр артистар ҡуйған концерт та барыһының күңеленә хуш килгән. Ә һуңынан күмәкләп асыҡ һауала бешкән тәмле былау менән һыйланғандар.

Сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү маҡсатында “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” байрамы уҙға­рылған. Ул дөйөм зарядканан башланған. Артабан инде спорт ярыштары башланып киткән. Аҙағынан, һәр ваҡыттағыса, самауыр сәйе эсеп таралышҡандар.

Балалар өсөн – китап күргәҙ­мәләре, ауыл йәштәренә “Наркомания – упҡынға бер аҙым” тип атал­ған әңгәмә, “Айыҡлыҡ, матур­лыҡ һәм сәләмәтлек” тигән фәһем­ле сара, “Сәләмәтлек – үҙ ҡулыңда” тигән тематик дискотека үткән. Һуң­ғы арала сәләмәт йәшәү рәүеше шауҡымында яңы өйләнешкән йәш парҙар ҙа айыҡ туйҙар үткәреү яҡлы була бара икән.

Март айында сәүәҙебаштар бөтә ил менән бер рәттән “Ҡырым яҙы”н ҡаршылаған. Балаларға “Рәсәй менән мәңге бергә” фильмы күрһәтелгән, шулай уҡ һүрәттәр конкурсы үҙ еңеүселәрен тапҡан.

Бүздәк районында февраль аҙағында Луганск, Донецк халыҡ рес­публикаларынан эвакуация­ланған граждандар өсөн гуманитар ярҙам йыйыу буйынса штаб асылған. Был хәйриә акцияһына Сәүәҙебаш ауылы халҡы ла дәррәү ҡушылған. Иң беренселәрҙән булып район Советы депутаты Фидан Өлфәт улы Фәттәхов, крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Рәфил Рафаэль улы Хәзиев, мәктәп һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре шәхси гигиена әйберҙәре, аҙыҡ-түлек алып килгән һәм, махсус йәшниктәргә тултырып, гуманитар ярҙам йыйыу үҙәгенә илтеп тапшырғандар.

– Изге, йомшаҡ күңелле кеше­ләр йәшәй Сәүәҙебаш ауылында. Улар бер ваҡытта ла бындай хәйриә акцияларынан ситтә ҡалмай, алдағы көндәрҙә лә был эште дауам итерҙәр тип ышанам, – ти Түреш ауыл биләмәһе хакимиәте етәксеһе Рима Мусина.

Ә инде ауыл биләмәһе хакимиә­тендә район хакимиәте етәкселеге, ауыл һәм район советтары депутаттары ҡатнашлығындағы “Өйҙә эшләү – бәхет” тигән темаға түңәрәк өҫтәлгә ауылдың фермерҙары, умартасылары, шәхси ихатала күпләп мал тотҡан йүнселдәр саҡырылған. Һәр кем үҙенең эшмәкәрлеге тураһында һөйләп, тәжрибә уртаҡлашҡан, район вәкилдәре алдында үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәреп, шунда уҡ уларға яуап та алған.

– Әлбиттә, тальян гармун уйнап, ат сабыштырып, уйын-көлкө менән генә “Айыҡ ауыл” исеменә лайыҡ булыу мөмкин дә, дөрөҫ тә түгел. Илебеҙҙә йәшәгән hәр бер кешелә Тыуған иле өсөн ғорурлыҡ хисе уятырға, үҙен тулы хоҡуҡлы граждан һәм бәхетле кеше итеп тойорға ярҙам итергә тейеш бындай саралар. Айыҡлыҡ бабайҙарҙан бала­ларға күсһен. Илебеҙ етәкселе­ген­дә, дәүләт органдары, халыҡ менән берҙәмлектә бәхетле, айыҡ йәмғиәт төҙөйөк. Ауылдарҙы йәшә­тәйек, йәшәртәйек! – ти Рима Мусина.

Сәүәҙебаштар өлгәшелгәндә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Һаулыҡ һаҡлау, бысраҡ экология эҙемтә­ләрен бөтөрөү, насар ғәҙәттәрҙән арыныу буйынса иҫкәртеү саралары, һабантуй, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған, шәжәрә байрамдары уҙғарырға ла әҙерләнәләр.

Ысынлап та, байрамдар булып торор, ә шул сараларҙа күңелдәргә һалынған изге орлоҡтар шытым бирмәй ҡалмаҫ, айырыуса үҫеп килгән быуындың күңелендә. Улар бит тыуған ерҙә иген сәсер, мал үрсетер, балалар үҫтерер кешеләр. Юҡҡа ғына, ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тимәйҙәр бит. Ә кешемен тигән кеше Ер йөҙөндә үҙенән һуң сәләмәт тоҡом ҡалдырыр өсөн йәшәй.

Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.

Бүздәк районы.

Читайте нас: