Өфөлә Farfor аҙыҡ-түлек ташыу компанияһы курьерының тап шул ваҡытта заказ килтереүе бер ғаиләне фажиғәнән аралап ҡалғандыр. Артем Теребилов Сипайлово биҫтәһендәге йорт фатирҙарының береһенә яҡынлағанда клиенттың ишегенән төтөн сыҡҡанын күрә. Аптырап ҡалмай егет, тиҙ генә янғын һүндереүселәрҙе саҡырта, күршеләргә шаҡып, бәлә тураһында иҫкәртә, һыу сығарып утҡа һибеүҙәрен һорай. Шулай тырыша торғас, ҡотҡарыусылар килгәнгә тиклем үк утты һүндереүгә өлгәшәләр.
Аҙыҡ-түлеккә заказ биргән ҡыҙ компанияның сайтына егет тураһында яҡшы хәбәр яҙып ебәрә:"Курьерға ҙур рәхмәт! Әгәр ҙә ул тап шул ваҡытта килеп етмәгән булһа, эҙемтәләр тураһында уйлауы ла ҡурҡыныс. Үҙем аңһыҙ ғауғаға бирелеп, ни эшләргә лә белмәй инем, тик "янғын һүндереүселәрҙе саҡыртығыҙ!" тип кенә ҡысҡыра алдым. Курьер тиҙ генә уларҙы саҡыртты, аҫҡы ҡаттағы күршеләрҙе ярҙамға ылыҡтырҙы. Бәлә урынын ташлап китмәй аҙағынаса шунда йөрөнө. Хәүефле урындан ҡасып китһә лә, уны аңларға мөмкин булыр ине. Был кеше премияға, наградаға лайыҡ. Ул күп кешенең, шул иҫәптән минең дә, ғүмерҙе ҡотҡарҙы. Сикһеҙ рәхмәт!"
Хеҙмәт урынында ҡыйыулығы өсөн егетте айырым билдәләп үтәләр: рәхмәт хаты һәм премия тапшыралар.
Фото:социаль селтәрҙән.