Башҡортостан
-12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2022, 11:08

“Беҙҙең нәҫелдә бөтәһе лә хеҙмәт итә”

“Яраҡһыҙ” тиһәләр ҙә, ныҡышып армияға китә.

Сәлим Асҡаровтың ғаилә архивынан.
Фото:Сәлим Асҡаровтың ғаилә архивынан.

Мәхмүт урта белем биреү мәктәбе директоры Сәлим Асҡаровты ауылдаштары ла, райондаштары ла әүҙем, ихлас, тырыш етәксе итеп белә. Ул гармунда, баянда, ҡумыҙҙа уйнай. Һигеҙ бала атаһы. 1989 – 1991 йылдарҙа Әстрхан өлкәһендә хәрби хеҙмәт юлын үткән. Тормош девизы: “Бер-береңә ярҙам итеп йәшәргә!” 

 1988 йылда Белорет педагогия училищеһын тамамлағас, ул тыуған ауылына ҡайтып, мәктәптә уҡыта башлай. Ғәҙәттә, уҡыу йортон тамамлағандарҙы уҡып бөтөр-бөтмәҫтән армияға алып китәләр. Тик Сәлим Асҡаровҡа саҡырыу килмәй ҙә килмәй. ”Ярай, көҙгө саҡырылышта алырҙар”, – тип үҙен тынысландыра. Әммә көҙгөһөн дә ләм-мим.

Аптырағас, үҙен армияға алыуҙарын һорап, район хәрби комиссариатына бара. Унда: “Бер йыл эшләп тор ҙа яҙ саҡырырҙар”, – тип ҡайтаралар. Мәле еткәс, ул тағы ла әрмегә хеҙмәткә алыуҙарын һорап бара, был юлы хәрби комиссарҙың үҙенә инә. Ул: “Һеҙ һаулығығыҙ буйынса армияға саҡырыла алмайһығыҙ, бар, эшләгеҙ. Һеҙҙән башҡа ла хеҙмәт итеүселәр күп”, – тип сығара.

Ул саҡта армияла хеҙмәт итмәгән ир-егеттәрҙең абруйы бик булмай, хеҙмәт итмәү оят һанала. Шуға ла Сәлим Асҡаров әрмегә үҙе теләп китергә ғариза яҙып, комиссия үтеп, ҡайтып китә.

Егетте Башҡортостан хәрби комиссариатының медицина комиссияһы ла “хеҙмәткә яраҡһыҙ” тип, ҡайтарып ебәрергә уйлай. “Беҙҙең нәҫелдә бөтәһе лә хеҙмәт итә!” – тип ныҡышып, үҙенекен һүҙ итеп, армияға китә ул.

Һуңғы саҡырылыш булған төҙөлөш ғәскәрҙәренә эләгә. Әстрхан өлкәһенең Капустин Яр-3 ҡалаһында инструктор булып хеҙмәт итә.

– Унда селтәрле битлек кейеп йөрөйҙәр, себен-серәкәй һәм ләпәкәй көслө ине. Хәрби часта төҙөлөш өсөн төрлө һөнәрҙәргә уҡыттылар. Педагогия училищеһын тамамлаған бер мин генә, ҡалғандарҙың ундай белеме юҡ. Шуға ла мине Ленин бүлмәһенә алдылар, дежур итеп ҡуялар ине. Училищела уставты яҡшы уҡыттылар, йәғни ул белемдең дә хәрби хеҙмәттә ярҙамы тейҙе. Бер йылдан сержант званиеһы бирҙеләр, – тип ул йылдарҙы иҫкә ала әңгәмәсебеҙ.

Сәлим  Асҡаров спортта ла һынатмай, өс төр бәйгелә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Уға Мәскәү өлкәһенең Плавск ҡалаһында үткән ярышта хәрби часть намыҫын яҡлау бәхете тейә. Ярышта Советтар Союзынан 12 уҡыу часы ҡатнаша. Һалдаттар ҡаршылыҡтар һыҙаты, граната һәм автомат ҡулланыу буйынса ярыша.

– Минең күҙ ҡыҫыҡ бит инде. Ундағы егеттәр: “Был сәпте түгел, ә автоматтың сәбен дә күрмәй бит инде”, – тип минән көлгән була. Автоматтан аттым, бер заман теге егеттәр миңә табан йүгереп тигәндәй килә. “Һин ҡайҙан? Айыу аулаусымы?” – тип һорайҙар. “Эйе”, – тигән булам. “Афарин, төҙ аттың!” – тип маҡтап киттеләр. Аҙаҡ бөтәһен дә сафҡа теҙеп ҡуйҙылар, мин беренсе урын алдым. 

Хәрби хеҙмәттә яҡшы дуҫтар таптым, улар менән әле лә бәйләнеш тотабыҙ. Армия тәртибе, режимы тормошта ла һәр саҡ ярҙам итә, – тип һалдат бутҡаһы ашаған йылдарын һағынып иҫкә ала запастағы сержант.

1991 йылда армиянан ҡайтҡас, егет тыуған ауылында музыка, физкультура дерестәренән уҡытыуын дауам итә. Район мәғариф бүлеге уны Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институтына йүнәлтеп, 1992 – 1993 йылдарҙа музыка уҡытыусыһына уҡытып ала. Шулай уҡ 1996 – 2001 йылдарҙа ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын да тамамлай.

Мәктәп эшенән тыш, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡайтнашып йәшәй ул. 1996 йылда “Урал бөркөтө” конкурсында  икенсе урынды яулай. Тәүге тапҡыр уҙғарылған Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурста ҡумыҙҙа уйнап, дипломант була. 1996 йылда район уҡытыусылар конкурсында Гран-при яулай.

Бөгөн дә Сәлим Нурмөхәмәт улы әүҙем тормош алып бара. Былтыр “Ҡурай даны” республика телевизион конкурсында Асҡаровтар “Миһырбанлы ғаилә” номинация­һында еңеүгә өлгәште. Ауыл тормошон да уларһыҙ күҙ алдына килтереп булмай, ҡатыны Гөлнур менән бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашалар һәм ойоштороу эшенә тос өлөш индерәләр. Киләсәктә лә ошондай дәрт-дарманлы булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.

 

Рәмилә МУСИНА.

 

Белорет районы.

Читайте нас в