

Ҡайғылы яңылыҡ еткерәбеҙ: бөгөн Өфөлә билдәле архитектор Ришат Муллагилдин вафат булған. Ҡайһы бер сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, ул эш урынында йән биргән. Үлеменә нимә сәбәпсе булыуына әле аныҡлыҡ индерелмәгән.
Ришат Муллагилдинде Башҡортостан халҡы Өфөләге конгресс-холл авторы булараҡ белә. Был бинаны ул Япония архитекторы Киоказу Араи менән берлектә проектлағайны.
Ришат Усман улы 1969 йылдың 3 февралендә Өфөлә тыуған. 1999 йылдан - Рәсәй Архитекторҙар союзы ағзаһы. Мәскәү архитектура институтын тамамлаған. Токио ҡалаһындағы Шибау технология институтында стажировка үткән, Кейо университетында уҡыған. Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2008) һәм Японияның “AIDA Awards” милли премияһы (Токио, 2011) лауреаты.
Мәрхүмдең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: newbash.ru