Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2022, 08:48

Әбйәлил икмәген ашап, Әбйәлил ойоҡтарын кейәсәктәр

Фотолар “Бәйләнештә” социаль селтәренән алынды
Фото:Фотолар “Бәйләнештә” социаль селтәренән алынды

Әбйәлил районы алыҫ республикаларҙағы кешеләргә гуманитар ярҙамдың яңы партияһын оҙатты. Уҙған йәкшәмбелә шыплап тултырылған йөк машинаһы республика ҡабул итеү пунктына йүнәлде.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдименән һуң районда оператив штаб булдырылғайны. “Элеон” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе – А. Суфийәнов) келәт өсөн бина биреп торҙо. Миһыр­банлы кешеләр унда иң кәрәкле әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек килте­реүен дауам итә. Изге эшкә ойошмалар һәм предприятиелар, хакимиәт вәкил­дәре, депутаттар, эшҡыуарҙар ҡушыл­ды. Ауыл хужалығы предприятиелары, фермерҙар 200 тоҡ он (10 тонна) тапшырҙы. Шулай уҡ “Ҡайынҡай” ял йорто, район юл-төҙөлөш идаралығы, “Иҙел”, “Башаҡ”, “Әбйәлил сорт участ­каһы” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәттәре лә акциянан ситтә ҡалманы. Айырым кеше­ләр, пенсионерҙар туплаған посылкалар ҙа иш янына ҡуш булды. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре иһә барлыҡ йөктө ташыуҙа һәм тейәүҙә ярҙамлашты. Дөйөм алғанда, 16 тоннанан ашыу продукция йыйылды.

Райондың төпкөл ауылдары Хәмит һәм Шәрип халҡы Донбасста хәрби бурысын үтәгән егеттәребеҙ өсөн 105 футболка, 165 ойоҡбаш, тиҫтәләгән таҫ­тамал һәм башҡа кәрәк-яраҡ тап­шырҙы. “Ысын күңелдән һәм изге ниәттән йыйылған был әйберҙәр һалдаттарыбыҙҙың тәндәрен генә түгел, йәндәрен дә йылытһын, тыуған яҡтарынан изге теләк-доғаларҙы еткерһен”, – тип яҙа Хәмит ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фирүзә Ғәҙелшина үҙенең сәхифә­һендә.

Ә Асҡар ауылынан 84 йәш­лек элекке уҡытыусы Сөйөмбикә Әғзәмова хәйриәлек эшенә күҙ нурҙарын ҡушып, күңел йылы­һын һалып тотонған. Ул гуманитар ярҙам йыйғандарын ишеткәс тә, бүләккә йылы ойоҡбаштар бәйләй башлай.  “Донбасс халҡы өсөн ойоҡтар бәйләнем, килеп алығыҙ. Әле һыуыҡ көндәр тора, уларға мохтажлыҡ бар бит”, – тип шылтырата ирекмән ҡыҙ­ҙарға.

Ветерандың өйөнә барғанда, ул инде бишенсе пар ойоҡ бәйләй башлаған була. “Йәл, быныһын өлгөртә алманым”, – тип борсола ул һәм янында ятҡан совет Донбассы тура­һындағы “Берҙәм ғаиләлә” китабын күрһәтә.

– Китап шкафын аҡтарғанда ошоға юлыҡтым. Фотографиялар менән биҙәлгән бик сағыу китап. Донъяның иң матур илендә йәшәгәнгә ҡыуанған ҡайһындай асыҡ, шат йөҙлө кешеләр! Ошондай ерҙе һигеҙ йыл буйы бомбаға тот әле!

Минең ирем Юлай Ибраһим улы һәм улым Айҙар хәрби хеҙмәтте тап шунда үтте. Ирем армиялағы хәлдәр тураһында һөйләй торғайны. Берәүһе бигерәк тә хәтергә уйылып ҡалған. Беҙҙең һалдаттар украин ауылына барғас, бер ир машиналарын алма һәм груша ағастары аҫтына ҡуйҙырып, ағастарҙы һелкетеп, арбаһына тәмле емештәр тултырып биреп ебәрә.

Күренеүенсә, мөнәсәбәттәр бик яҡшы булған, бер нәмә лә бүлешә алмай йәшәмәгәндәр. Ҡыҙғаныс, 90-сы йылдарҙан һуң быларҙың барыһы ла юҡҡа сыҡ­ты. Аптырайым, нисек итеп етәк­селәр был биләмәне ҡорал, хәрби базалар урынына әйлән­дерҙе һуң? Аҡса өсөнмө?.. Тик Ватанды фашистарҙан һаҡла­ған атай-олатай­ҙары­быҙҙың яҡты иҫтәлеген, кеше ғүмер­ҙә­рен уның менән үлсәп булмай бит!

Мин был китапты Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары халҡына, балаларына ебәрәм. Ҡараһындар, уҡыһын­дар, уларҙың олатай-өләсәй­ҙәренең СССР ваҡытында ниндәй тыныс, яҡшы йәшә­гәндәрен күрһендәр. Һәм йәнә дуҫлыҡ-татыулыҡ, бәхетле тормош тантана итеренә ышанам, – ти Сөйөмбикә Абдулла ҡыҙы.

Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА. 

Читайте нас: