Мораҡ ауылында йәшәгән Аҡсуриндар ғаиләһенә бал ҡорттарына хас тырышлыҡ, эшһөйәрлек бирелгән: ике уңған бергә тура килгәс, күптәрҙе һоҡландырып, матур итеп донъя көтә улар!
1999 йылда гөрләтеп туй үткәреп, яҙмыштарын уртаҡ иткән Үрге Бикҡужа ауылы һылыуы Гөлназ Миңнулла ҡыҙы менән күрше Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы егете Филүз Рәшит улының ғаиләһе – иң эшһөйәрҙәрҙең береһе. Май сүлмәге тышынан билдәле булғандай, был ғаиләнең уңған икәне ҡапҡа алдынан уҡ күренеп тора. Заманса ҙур йорт, төҙөк кәртә-ҡура, зауыҡ менән биҙәлгән өй эсе, сәскәләргә күмелгән тәҙрә төптәре... Ә бит быларҙың береһе лә күктән төшмәгән, етеш тормош артында әллә күпме ҡул көсө, тырышлыҡ, йоҡоһоҙ төндәр ята!
Гөлназ менән Филүз Аҡсуриндар күпләп мал аҫрай. Уҙған йыл кәртәләге ете-һигеҙ баш һыйыр малына тиҫтәләгән һарыҡ та өҫтәлгән. Ошо хәтлем малға бесән әҙерләү анһат түгел, әлбиттә. Шулай ҙа үҙҙәренең техникаһы – “Уралец” һәм “МТЗ-82” маркалы тракторҙары, тағылмалары, бесән сапҡыс-йыйғыстары булыуы йәйге, көҙгө эштәрҙе еңелләштерә. Йүнсел хужалар үҙҙәренән артҡан бесәнде һатып, ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырырға ла яйын таба.
Хәстәрлекле хужабикә йыл да ҡар ирер-иремәҫтән, күпләп ҡаҙ бәпкәләре, бройлер себештәре ала, башҡалар йәй башында ҡош-ҡорт тәрбиәләүгә тотонғандар, Гөлназдыҡы инде үҫеп еткән була.
Эштәрендә лә абруй, хөрмәт ҡаҙанған күркәм пар улар. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығында водитель булһа, Гөлназ “Водоканал” предприятиеһында бухгалтер вазифаһын башҡара. Тулыһынса иҫәп-хисапҡа ҡоролған һәм ҡоро һандар менән эш иткән хисапсы эше ситтән ҡарағанда күңелһеҙ, бер төрлө һымаҡ тойолһа ла, ул эшен яратып, күңел һалып башҡара.
Гөлназ да, Филүз дә ишле нәҫелдән, ике яҡлап та туғандары бик күп. Уларҙы тиң күреп, һәр береһен яҡын итеп, тартып тора гүзәл пар. Үҙҙәре һымаҡ аҡыллы, уңған өс бала үҫтерәләр.
Өлкән улдары Илназ Мораҡ башҡорт гимназияһын тамамлағандан һуң 90-сы һөнәрселек училищеһында слесарь, тракторсы һөнәрҙәрен үҙләштереп, уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған, хәрби комиссариатлыҡ ярҙамында шоферлыҡҡа уҡып, машина йөрөтөү танытмаһына эйә булған, артабан Хәрби-һауа көстәре ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Әле Өфөлә эшләй.
Ҡыҙҙары Илүзә Стәрлетамаҡ колледжының 2-се курсында белем ала. Төпсөк улдары Ильяс – Мораҡ башҡорт гимназияһының VI класы уҡыусыһы.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Күгәрсен районы.