Йәмғиәт
15 Апрель 2022, 04:01

“Эх, матур ҡыҙ Зилә, көн дә күрәһем килә...”

Радик Ғәлимйәнов бәләкәй саҡта ошо йырҙы яратып башҡарған.

М. Зәйнетдинов.М. Зәйнетдинов.
Фото:М. Зәйнетдинов.

Элек-электән мәҙәниәт усаҡтары кешеләрҙең мәҙәни аңын үҫтергән, һынауҙар осоронда ҡайғыларын уртаҡлашыр, шатлыҡтары менән бүлешер, хатта аралашып күңел бушатыр урын булған. Мәҫәлән, Әлфиә Әсфәндиәрова етәкселегендә эшләп килгән Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайы ла мәҙәниәтебеҙ үҫеше өсөн иң мөһим бурыстарҙы үтәй. Айырыуса ундағы коллектив оло маҡтауға лайыҡ. Уның сағыу бер вәкиле – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, оҫта баянсы һәм гармунсы, моңло йырсы, кисәләрҙе матур алып барыусы һәм талапсан остаз – һәр эшенә күңелен биреп, еренә еткереп башҡарған Радик Ғәлимйәнов инде 36 йыл буйы үҙ һөнәренә тоғро ҡала.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында үҫкән талантлы гармунсының музыкаға булған һәләте бала сағынан асыла.

– Миңә өс-дүрт йәштәр тирәһендә, улым йырлап күрһәт әле тиһәләр, ултырғысҡа баҫып, микрофон урынына ағас ҡалаҡ тотоп, “Эх, матур ҡыҙ Зилә, көн дә күрәһем килә...” тип йырларға тотона инем, – ти сәнғәт юлына аяҡ баҫыуы тураһында Радик Ғәлимйәнов. – Шул минең иң яратып башҡарған йырым була торғайны. Артабан иһә музыка ҡоралдарында уйнау менән мауыға башланым. Элек артист, матур итеп йылмайып-көлөп торған, ҡыҙыл баянын күтәреп сәхнә түренә сыҡҡан Редик Фәсхетдиновты телевизорҙарҙан йыш күрһәтә торғайнылар. Әсәйемдең, ошо ағай һымаҡ, мине лә баянға уҡытып, телевидение аша күрергә, тигән уйы бар ине. Ошо хыял артынан икәүләшеп юлландыҡ. Тәүге юл беҙҙе музыка мәктәбенә алып барҙы.

Тик артист булам тип янған дәртле малайҙың музыка мәктәбенә тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡанда баянға әле буйы ла етмәй. Шуға күрә уға башта скрипкала уйнап өйрәнергә тәҡдим итәләр. Әммә көр баҫып, баянсы булам тип килгән малай икенсе музыка ҡоралын ҡулға алыуҙан баш тарта. Тик хыялынан ғына баш тартырға уйламай – 1974 йылда Стәрлетамаҡ мәҙә­ниәт һарайы асылғандан һуң ошондағы студияға йөрөй башлай, хорҙа шөғөлләнеп тора ла аҙаҡтан кире музыка мәктәбенә әйләнеп ҡайта.

Әммә совет мө­хитендә тәрбиә­ләнгән Радиктың, егет ҡорона еткәс, хыялдары икенсе планға күсә, сөнки ата-әсәһе ғүмер буйына төҙөүсе булып эшләй. Хеҙмәт кешеһе династияһын дауам итеп, уларҙың юлынан китергәме, әллә сәнғәтте һайларғамы? Үҫмер ошо хаҡта баш вата.

– Күңелем менән йыр-моңға тартылһам да, төҙөлөш техникумына уҡырға индем, шулай ҙа яҙмыш барыбер үҙ юлымдан алып китте, бәхетлемен, – тип өҫтәй Радик Иркен улы.

Уның был юлдан киткәненә яҡташтары ла ҡыуанып бөтә алмай, сөнки үҙенең моңо, һәләте менән күпме кешенең күңел байлығын арттырған, һағыштарын баҫҡан, таланттарҙы асҡан!

Радик Ғәлимйәновтың төҙөлөш техникумында алған белеме лә бушҡа булмай – Ватан алдындағы изге бурысын Монголияла, төҙөлөш батальонында үтәй. Әйткәндәй, ул саҡтарҙа күңеле һәр саҡ музыкаға тартылған егет ансамбль булдырып, кискеһен клубта баянда уйнап, бәләкәй генә концерттар, төрлө кисәләр ойошторорға әүәҫләнеп китә.

 – Әрме сафынан ҡайтҡас, профессиональ баянсыға уҡып сыҡтым, Башҡортостандың халыҡ артисы, бик күп башҡорт һәм татар халыҡ көйҙәренең баян өсөн эшкәрт­мәләре авторы Хәлит Фәтихов, Альфред Яҡшембәтов менән бер курста уҡыныҡ, – тип дауам итә һүҙен әңгәмәсем.

Гармунға килгәндә, уны музыкант ҡулына алты йыл элек кенә алған икән, шунан бирле айырылмаҫ дуҫтарға әйләнгәндәр. Радик Иркен улы һөйләүенсә, күңеле тулһа ла, эсе бошҡанда ла, шат­ланһа ла, моңлан­һа ла ҡулына гармун ала, үҙенең өйрән­сектәре – “Иркен” гармунсылар ансамбле менән бер­гәләп яңы көйҙәр үҙләштергәндәр. Улар менән бергә бар нәмәгә үҙе лә яңынан өйрәнә. Был ансамблдә Радик Иркен улы кескәй гармунсыларҙы ошо музыка ҡоралы серҙәренә төшөн­дөрә, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа еңеүсе лә була кескәй гармунсылар!

Радик Ғәлимйәнов “Иркен” гармунсылар ансамбле етәксеһе генә түгел, ә бик оҫта тамада булараҡ та билдәле.

 – Иң беренсе туйҙы 1982 йылда үткәрҙем, элек ҡунаҡ, мәжлестәрҙә йәнле уйнаған баяныма ҡушылып, рәхәтләнеп йырлап, бейеп күңел асып, ҡыуанып ҡайтты ҡунаҡтар. Шунан һуң яйлап байрамдарҙы алып барғанда төрлө йырҙар йырлап ишеттерә, син­тезаторҙа уйнай башланым. Иң күп ҡунаҡ булған, иҫтә ҡалған мәжлес – 250 кешелек туй. Бөгөн дә күбеһенсә баян, гармун көйҙәрен үҙ иткән, тере тауыш менән йырлағанды яратҡан йәштәш­тәремдең байрамдарын алып барам. Иң мөһиме – мәжлестәрҙе матур итеп ойоштороу һәм рәхәтләнеп һөйләшерлек мөхит тыуҙырыу. Көлкө һөйләп, гел генә йырлап йөрөгәндәр сәхнәлә лә етәрлек. Ә мәжлестә икенсерәк шул, өлкәндәргә – өлкәндәрсә, йәштәргә йәштәрсә ҡараш талап ителә. Икенсенән, алып барыусы ул психолог та була белергә тейеш.

Радик Иркен улы билдәләүенсә, хәҙер тамадалар бик күп, әммә йәш алып барыусыларҙың күбеһе фонограммаға йырлай йә тик конкурстар менән генә сикләнә. Был ҡунаҡтарға бик оҡшап етмәй. Был өлкәлә бик күп йылдар эшләгән алып барыусылар күберәк һөй­ләргә, йырларға тырыша, теге-был ваҡиғаны тормош тәжрибәһенә таянып, мәжлестә килеп сыҡҡан төрлө хәлдәр менән бәйләй. Радик Иркен улы ғүмер буйына был өлкәлә ҡайнағас, әлбиттә, унда импро­визаторлыҡ һәләте көслө. Төрлө йәштәге кешеләр менән уртаҡ тел таба белә ул.

Теләһә, иң “тәртипһеҙ” ҡунаҡты ла йырлап ҡына урынына ултырта ала ул. Иң мөһиме – уны яратып һәм хөрмәт менән ҡабул итһен. Әгәр ҙә улар аҙаҡтан: “Беҙгә барыһы ла оҡшаны, рәхмәт”, – тип әйтә икән, тимәк, маҡсатҡа өлгәшелгән.

Талантлы замандашыбыҙға артабан да “Иркен” ансамбле тәр­биәләнеүселәренең уңышта­рына һөйөнөп, сәхнәләрҙә, мәжлестәрҙә тамашасыларын, ҡунаҡтарҙы моңо, дәрте менән ҡыуандырып-ҡыуанып йәшәргә яҙһын.

 

Гөлкәй ҠЫУАТОВА.

 

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Читайте нас