Элегерәк балаларҙан, ҙурайғас кем булаһың, тип һораһалар, күп тә уйлап тормай, тракторсы йә һатыусы, тип яуап бирерҙәр ине. Заман башҡа – заң башҡа, балаларҙың да талабы үҫә. Уларҙың йә президент, йә министр, кәмендә начальник булғыһы килә. Ә хеҙмәт баҙарында ҙур ихтыяж менән файҙаланған һөнәрҙәр – ярҙамсы эшсе, ташсы, йөк бушатыусы, ҡыйыҡ ябыусы, штукатур-маляр, парикмахер, икмәк бешереүсе, аҙыҡ-түлек тауарҙарын һатыусы, тегенсе һәм электр-газ менән иретеп йәбештереүселәр һуң? Был һөнәрҙәрҙең абруйы бармы хәҙерге заманда? Уларҙың хеҙмәте лайыҡлы баһаланамы?
Совет осоронда ябай эшсе көсө романтизмы көслө булған, күрәһең, ҡул көсө талап ителгән һөнәрҙәр ысын ир-егеттәр эше тип һаналған. Уларҙың хеҙмәтенә ихтыяж ҙур булһа ла, тора-бара ташсы йә сантехник булыу иң түбән баһаланған шөғөлдәрҙең береһенә әйләнде.
Йәйен-ҡышын, яҙлы-көҙлө майға батҡан, саң һырыған фуфайкаларын кейеп, йүнле ремонт күрмәгән тракторҙарын йә машиналарын саҡ тоҡандырып, икмәк игәм, мал аҫрайым, ауыл хужалығын күтәрәм тип йөрөгән ябай тракторсы атайҙарыбыҙ, ҡара таңдан кискә тиклем баҫыу эшенән, мал ҡарауҙан, һыйыр һауыуҙан арына алмаған, биттәренә кершән яғыу түгел, ҡайһы саҡта сәсен тарарға ла ваҡыт тапмаған әсәйҙәребеҙ үҙ балаларына еңел тормош теләне: “Уҡы, улым, уҡыһаң, кеше булырһың! Бына беҙ, уҡымағас, ҡара эштә йөрөйбөҙ”. Ошондай фекер, ошондай ҡараш һалынды яңы тыуған балаларға. Һәр кем еңел тормошта йәшәргә ынтылды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, элек ирҙәр өсөн абруйлы һаналған һөнәрҙәрҙең яйлап абруйы төштө. Һөнәрселек училищелары, техникумдар юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеге тапмаған, имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар иҫәбенә тулыландырылып килде. Әлбиттә, бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалып булмай. Араларында, ысынлап та, күңеле, йөрәге ҡушыуы буйынса эшсе һөнәрен һайлағандар ҙа бар.
Әлмәс ауылында йәшәгән Гөлфиә Киленбаева ете балалы ишле ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлаған ҡыҙ, атаһы мәрхүм булғас, ситкә уҡырға китә алмай.
– 1988 йылда Мораҡта тәүгә тегенселәр курсы асылғайны, сараһыҙлыҡтан, ниндәй булһа ла шөғөл кәрәк тип, уҡып сыҡтым. Был һөнәр буйынса эшләмәһәм дә, тормошта бик кәрәге тейҙе. Кейәүгә сығып, балаларым булғас, ярап ҡалды. Ҡулдан энә, еп, ҡайсы төшмәй, бөтә нәмәне тиерлек үҙем тегеп кейҙерҙем. Мендәр, түшәк-юрғандарын да үҙем эшләнем. Селтәрләп, биҙәкләп, үҙемә оҡшағанса тектем. Сараһыҙлыҡтан алған һөнәрем – бөгөн йәшәү рәүеше, килем сығанағы, – ти ул.
Уҙған быуаттың 1990 йылдарындағы үҙгәртеп ҡороу шауҡымы иң беренсе хеҙмәт баҙарында сағылғандыр. Шулай ҙа иген сәселгән, ашлыҡ ваҡытында өлгөргән, йорттар ҙа төҙөлмәй тормаған, сабыйҙар ҙа тыуған. Киҫкен сәйәси ваҡиғалар һөҙөмтәһендә ҡаҙналар бушап, хужалыҡтар көрсөккә терәлгәс кенә, халыҡ баҙап ҡалды. Артабан күпләп сит илгә, сит яҡҡа эшкә ағыла башланылар. Ирҙәр вахта ысулы менән Себерҙә эшләй башланы, ҡатын-ҡыҙҙар Италия, Испанияға сығып китте. Шәхси хужалыҡтарын тергеҙеп, мал, ер көсө менән йәшәргә ынтылыусылар ҙа булды.
Ирек Ғәлимов был турала:
– Беҙҙең ауылдан иң беренселәрҙән булып минең атайым Себергә китте. Яртышар йыллап күрмәй торғайныҡ. Ниндәй эштә эшләгәндер, әйтә алмайым, әммә аҡсаһы булды. Машина, ҡаланан фатир алдыҡ, беҙҙе кейендерҙе. Яҙғыһын ҡайтҡанда күп итеп ҡаҙ бәпкәләре алып бирә торғайны, шуны йәй буйы ҡарайбыҙ, бағабыҙ, көҙгөһөн һуйып, бер машина итеп Себергә тейәп алып китеп һатты. Әммә һаулығы бөтөп, алтмышҡа ла етмәй мәрхүм булды. Беҙгә үҙе гел “уҡығыҙ” тип кенә торҙо. Апайым менән тырышып уҡыныҡ, юғары белем алдыҡ. Тик мин алған һөнәрем буйынса түгел, Себерҙә бульдозер машинисы булып эшләйем, айына 140 мең һумдан кәм алмайым. Эшем оҡшай, ғаиләм дә ҡәнәғәт. Апайым ауылда, уҡытыусы, еҙнәйем минең һымаҡ Себерҙә, – тип һөйләй.
Эйе, һәр ата-әсә балаһы киләсәктә абруйлы эшле булһын өсөн юғары уҡыу йортона индерергә тырышты. Ҡулыңда юғары белем тураһындағы диплом бар икән, тимәк, һине йылы кабинет, кресло, еңел машина, власть көтә. Һин үҙ-үҙеңә генә түгел, тағы ла кемгәлер хужа. Ҡулыңда бөтә мөмкинлектәр. Шулай итеп, баланың һәләте бармы-юҡмы, уйлап та тормай, ул мотлаҡ йә юрист, йә иҡтисадсы булырға тейеш тип һананы һәр ата-әсә.
– Мине әсәйем көсләшеп тигәндәй медицина училищеһына уҡырға индерҙе. Ә минең уҡытыусы булырға теләгем ҙур ине. Һорап та торманы, туғыҙҙан һуң етәкләп Сибай медицина колледжына алып барҙы. Саҡ-саҡ уҡып сыҡтым, һөнәрем буйынса әҙерәк эшләнем дә ташланым. Хәҙер тотонғом да килмәй, – ти Зөлфирә Миңлебаева.
Һөнәрселек уҡыу йорттары һуғыштан һуңғы йылдарҙа тракторсылар әҙерләү мәктәбе булараҡ асыла, байтаҡ йылдар илгә эшсе һөнәрҙәр әҙерләү маҡсатына тоғро ҡала. Унда төрлө шөғөлдәргә уҡыталар: ауыл хужалығы оҫтаһы, тракторсы-машинист, умартасы, электр монтажсыһы, ашнаҡсы, иретеп йәбештереүсе, иҫәп-хисапсылар... Заманында был уҡыу йортон тамамлаусылар хеҙмәт баҙарында иң кәрәкле эшсе ҡулдар булып һаналды. Хәйер, бөгөн дә ябай хеҙмәт кешеһе – илебеҙҙең алтын бағанаһы, терәге, тотҡаһы.
Бөгөн Башҡортостанда йөҙгә яҡын колледж һәм ҡырҡтан ашыу филиал эшләй. Һөнәрселек уҡыу йорттарының төп маҡсаты – хеҙмәт баҙарында конкурент булырлыҡ һөнәр эйәләрен әҙерләү.
Эшсе ҡулдар етешмәү көрсөгөнән сығыу юлдарын һәр кем үҙенсә күрә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә һөнәрселек уҡыу йорттарын үҫтереү, эшсе һөнәренең абруйын күтәреү, талантлы йәш хеҙмәткәрҙәрҙе асыҡлау маҡсатында төрлө конкурстар, фестивалдәр ойошторола, матбуғат, мәғлүмәт саралары ярҙамында пропагандалана. Эшсе кадрҙар әҙерләүгә илебеҙ етерлек кимәлдә иғтибар бүлеүен дә бүләлер, ләкин ата-әсәләр һаман да балаларының юғары белем алып, юғары урында эшләүҙәрен теләй.
Күптән түгел Өфөлә урта һөнәри белем биреү буйынса Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, республика Хөкүмәте ағзалары, колледж директорҙары ҡатнашлығында республика советының ултырышы үтте. Әммә бик тиҙ яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеп булыуы шикләндерә, сөнки эшсе һөнәренең түбән килемле икәнлеге беҙҙең ҡанға, аңға һеңгән.
Сығарылыш уҡыусыларының (туғыҙынсынан һуң) колледждарға өҫтөнлөк биреүен һөнәри белемгә ихтыяж артыуы менән бәйләй белгестәр. Әммә һөнәрселек лицейҙарына ябай эшсе һөнәрҙәргә белем алырға барырға теләүселәр юҡ кимәлендә. Уҡыусыларҙың күбеһе барыбер ҙә бухгалтер, “айтишник”, дизайнер, фармацевт, шәфҡәт туташы кеүек белгеслектәрҙе һайлай, ташсы, электрик, машинист кеүек ябай эшсе һөнәрҙәргә барыусылар юҡ кимәлдә.
Юғары уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алған йәштәр ҙә, күпкә килемле, аҡсалы тип, вахта ысулы менән ябай машинист, тракторсы булып эшләп йөрөй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман да ситтә, һаман да Себерҙә.
Вакансиялар банкын ҡараһаҡ, март айында ғына Өфөлә урынлашҡан ойошмаларға 140-тан ашыу маляр кәрәклеген күрәбеҙ. Эш хаҡы 18 меңдән 35 меңгә ҡәҙәр. Тракторсы вакансияһы ла 150-гә яҡын, ташсы – 100 эш урыны (эш хаҡы – 25-40 мең һум тирәһе); слесарь-сантехник – 264 эш урыны (эш хаҡы – 17–23 мең һум). Программалаусы, юрист, парикмахер кеүектәрҙе ҡарайым: 10-12 эш урыны, уларҙың да эш хаҡы әллә ни күп түгел: 15-21 мең, һатыусыларҙың да шул сама. Эш менән тәьмин итеү үҙәге сайтында ҡуйылған юғары эш хаҡы түләнгән эш урындарының күбеһе Мәскәү йә Себерҙәге предприятие-ойошмаларҙа. Оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә эшләгән уҡытыусы Нәсимә Ҡотлоғужинаның фекерен тыңлайыҡ. “80-се йылдар илебеҙ буйынса гигант төҙөлөштәр дәүере булып тарихҡа инде. Был осорҙа удар комсомол төҙөлөшө үҫеште. Йәшлек – кеше ғүмеренең көс-ҡеүәте ташып торған иң саф, иң гүзәл сағы. Тыуған илгә булған сикһеҙ һөйөү, романтика, яҡты киләсәккә булған матур хыялдар менән яныу, ә аҡса эшләү – аҙаҡҡы планда, сөнки кешене ул ваҡытта, бәхет аҡсала түгел тип, патриотик рухта тәрбиәләнеләр.
Хәҙерге заманда юғары уҡыу йорттарына инеү шул тиклем еңелләште. Шунлыҡтан ябай эшсе һөнәрҙәргә уҡырға бармайҙар. “Аҡсаң булһа, барыһы ла була” тигән идеяны алға һөрәләр. Был бәләнән сығыу юлдарын әллә ҡайҙан эҙләргә түгел. Ни бары ябай эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәреү, матди яҡтан шарттар тыуҙырыу мотлаҡ. Йәштәр нилектән Себергә, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҙур ҡалаларға юллана? Сөнки унда ябай ғына ташсы ла юғары эш хаҡы ала. Әгәр ҙә беҙҙә лә ошондай уңайлы шарттар булдырһаҡ, әлбиттә, эшсе көстәребеҙ үҙебеҙҙең мәнфәғәткә хеҙмәт итер ине.
Беҙ, өлкән быуын, Советтар Союзын һағынып иҫкә алабыҙ. Үткәндәргә әйләнеп ҡарауҙы бик хуплап бармаһалар ҙа, шул хәтлем көслө заман ине – тәртип тә, тәрбиә лә булды. Эшсе көстәрҙе генә алайыҡ. Телевизорҙан да, радионан да, гәзиттә лә, журналда ла ябай эшселәр маҡталды, ябай эшселәр күтәрелде. Улар тураһында фильмдар төшөрөлдө, китаптар яҙылды. Беҙҙең ил бөтә тауарҙы ла үҙе етештерә алды. Иҡтисади йәһәттән үҙаллылыҡ булды. Бәлки, илдә барған әлеге көсөргәнешле хәл-тороштоң ыңғай яғы булыр – үҙ еребеҙҙә үҙ көсөбөҙгә ихтыяж артып, баһаһы ла лайыҡлы булыр”, – ти ул.
Лилиә Әлимғужина иһә үҙенсәлекле фекер йөрөтә:
– Бөтә кеше лә бигерәк тә бөгөн еңел юлды эҙләй. Еңел аҡса, еңел тормош артынан саба. Аҡсаң булһа, һиңә бөтә юлдар ҙа асыҡ: курорттарға йөрөү, ҡиммәтле автомобиль алыу, сит илдәргә сәйәхәт итеү, хатта дипломды һатып алыу мөмкинлеге лә бар. Ә ауыр хәлдә үҫкән балалар быларға өлгәшә алмай тороп ҡала. Һин дә, мин дә мулла булһаҡ, атҡа бесән кем һала? Быны беҙ бер нисек тә контролдә тота алмайбыҙ. Йәшәйеш, тормош үҙе башҡара быны. Тәбиғәткә күҙ һалайыҡ. Мәҫәлән, бал ҡорттары. Һәр күстә эшсе ҡорттар, инә ҡорттар, әре ҡорттар була. Һәр ҡайһыһы үҙ функцияһын башҡара. Ер йөҙөндәге бөтә тереклек кеүек, кешеләрҙә лә шулай.
Йәмғиәттә ғаилә династияларының абруйы күтәрелһә, хеҙмәт хаҡы артһа, заманса эш урындары, лайыҡлы шарттар булдырылһа, мәшғүллек баҙарында ла ыңғай үҙгәрештәр көттөрмәҫ ине. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров та әйткәйне. Урта һөнәри белем биреү системаһының мөһимлеге федераль кимәлдә күтәрелеүе, “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә колледждарға ярҙам күрһәтелеүе урынлы. Училищеларҙың матди-техник базаһын яңыртыуға ла 2030 йылға тиклем дүрт миллиард һум (йыл һайын – 500 миллион һум) йүнәлтеү күҙаллана. Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы стипендияһы күләме 2300 һумдан 4900 һумға тиклем арта, мөғәллимдәр системаһы ла иғтибарһыҙ ҡалмай: иң яҡшы уҡытыусылар, оҫталар 600 мең һумлыҡ грант алыуға дәғүә итә.
Тимәк, эшсе һөнәрҙәргә иғтибар бермә-бер артырына өмөт итергә була. Иң мөһиме – быйыл иғлан ителгән Хеҙмәт династиялары йылы буйынса ҡабул ителгән пландар ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын ине.
Бер һөнәрҙең дә артығы юҡ. Ташсының да, малсының да, уҡытыусының да, тегенсенең дә, йылы урында ултырған урынбаҫарҙың да вазифаһына күрә ил алдында, халыҡ алдында үҙ бурысы бар. Шул бурыстар теүәл үтәлһен, ҡуйылған маҡсаттарға ваҡытында өлгәшелһен, һәр кем үҙ эшен намыҫ менән, бөтә күңелен һалып башҡарһын өсөн һәр кеше үҙ урынында булырға тейештер.
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Күгәрсен районы.