Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2022, 09:30

Конкурс еңеүселәре июндә билдәләнәсәк

Ғаризалар ҡабул итеү тамамланды.

Конкурс еңеүселәре июндә билдәләнәсәк
Конкурс еңеүселәре июндә билдәләнәсәк

Башҡортостан Республикаһының граждандар йәмғиәтенә ярҙам фонды БР Башлығының гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүгә һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу грантына конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеүҙе тамамланы.

Конкурсҡа ғаризалар 14 марттан алып 12 апрелгә тиклем ҡабул ителде. Республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары үҙҙәренең ғаризаларын социаль хеҙмәтләндереү, граждандарҙы яҡлау, ғаиләләргә, әсәлеккә, аталыҡҡа, балалыҡҡа ярҙам итеү, мәҙәни һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау, гражданлыҡ йәмғиәте институттарына ярҙам итеү,  һаулыҡ һаҡлау һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, фән, мәғариф, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, милләт-ара һәм төбәк-ара килешеүҙе нығытыу йүнәлештәре буйынса ебәрә алды.

Конкурс яңы порталда барҙы - грантыглавы102.рф. Ғариза биреү тәртибе лә ябайлаштырылды. Бер мең һумдан күп булмаған һалым бурысы булған ойошмалар ҙа унда ҡатнаша алды, ойошманың банкротлыҡ процесында булмауын раҫлаған белешмә лә талап ителмәне. Ғаризаны тапшырыу формаһы Президент гранттары фонды ғаризаһы һымаҡ ине. Был федераль грантоператор конкурстарында әүҙем ҡатнашҡан коммерция булмаған ойошмаларға уны тултырыуҙы еңелләштерҙе.

Барлығы 552 заявка – 2022 йылдың тәүге гранттар конкурсына республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларынан рекордлы күләмдә ғаризалар  килде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс бюджеты 90 миллион һум тәшкил итә. Конкурсанттарҙың бөтә проекттарының суммаһы 752 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Иң күп ғаризалар “Мәҙәниәт, сәнғәт һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау” (159), “Социаль хеҙмәтләндереү һәм граждандарҙың айырым категорияларын яҡлау” (86), ”Һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт тормош алып барыуҙы, физик культура һәм спортты пропагандалау” (86) йүнлештәре буйынса бирелде.

Республика муниципалитеттары араһында ғаризалар биреү һаны буйынса лидерҙар рәтендә – Өфө (261), Стәрлетамаҡ ҡалаһы (23), Ғафури районы (17). Әлеге ваҡытта фонд тарафынан ҡатнашыусыларҙың конкурс талаптарына яуап биреүенә ғаризалар тикшерелә. Тикшереү үткән заявкалар тураһында мәғлүмәт менән сайтта танырға мөмкин – грантыглавы102.рф.

Еңеүселәр июнь уртаһында билдәле була.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: