Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2022, 11:00

Мунсала йәшәгәндәр...

Бәләгә тарыған күп балалы әсә ярҙам аласаҡ.

Мунсала йәшәгәндәр...
Мунсала йәшәгәндәр...

Кушнаренко районынан 36 йәшлек Фәйрүзә Хәбибуллина балалары менән ҡуртымға алынған бүлмәлә йәшәгән, ә унан алда ата-әсәһенең өйҙәре янып юҡҡа сыҡҡандан һуң мунсала көн күргәндәр. Ҡатындың 15 сутый ере һәм бураһы бар. Пандемия ваҡытында ул эшенән яҙған, ә балаларҙың атайҙары ярҙам итмәй.

Яҙмыш һынауы алдында ҡалған күп балалы әсәгә ваҡытлыса Өфөләге ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам приютында йәшәп торорға тәҡдим итәләр, тик ул баш ҡалаға барыуҙан баш тарта, сөнки ҡыҙҙарын тыуған мәктәптәренән айырғыһы килмәй.

"Әлеге ваҡытта ҡатынды үҙ ата-әсәһе йәшәргә индереп торған", - тигән ғаилә сәйәсәте идаралығы начальнигы Ольга Шахова. Шулай уҡ күп балалы ғаилә 2022 йылдың сентябренәсә 12 мең һум ярҙам аҡсаһы алып торасаҡ. Әсәгә шөғөл дә табылған - кафела ашнаҡсы ярҙамсыһы булып эшләй башлаясаҡ.

"Майҙа бураға тәҙрә ҡуйылыу планлаштырылған, шунан белгестәр өйҙөң милек хужаһы итеп теркәлергә ярҙам итәсәк. Шулай уҡ ғаиләне торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа мохтаж булараҡ теркәү өсөн кәрәкле документтар әҙерләнә", - тип тә өҫтәгән Ольга Шахова.

Фото:ufa.aif.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: