Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2022, 15:00

Табындарҙың эштәре уң бара

"Беҙҙә төрлө милләт вәкилдәре татыу йәшәй”, – ти Фидан Ғүмәров.

Табындарҙың эштәре уң бара
Табындарҙың эштәре уң бара

“Башҡортостан” гәзите иғлан иткән “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсы бик матур бара. Унда республикабыҙҙың иң шәп ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнаша. Улар араһында Ғафури районының Табын ауылы биләмәһе хакимиәте етәксеһе Фидан Ғүмәров та бар.

Фидан Фәнүр улы 1988 йылдың Ғафури районының Табын ауында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2019 йылдан Табын ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләй. “Үҙем тыуып-үҫкән биләмәне үҫтереү, төҙөкләндереү өсөн тырышам. Беҙҙә төрлө милләт вәкилдәре татыу йәшәй”, – тип уртаҡлашты ул.

Ысынлап та, йәштәрҙең көсө ташып тора, улар белемле, тәүәккәл, һәр эшкә ҡыйыу тотона. Фидан Ғүмәров - шундай етәкселәрҙең береһе. Һуңғы йылдарҙа Табын ауыл биләмәһендә башҡарылған эштәр ошо хаҡта һөйләй. Мәҫәлән, былтыр ауылларҙы сүп-сар контейнерҙары менән тәьмин иткәндәр. Яңы Бурлы ауылында балалар майҙансығы төҙөгәндәр, биләмәне төҙөкләндереү маҡсатында байтаҡ эштәр башҡарылған. Шулай уҡ урамға яҡтыртҡыстар һәм юл билдәләре ҡуйғандар, аншлагтар элгәндәр.

Төрлө проекттарҙа ла ҡыйыу ҡатнашалар. Урындағы ташланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса былтыр Табын ауылында балалар өсөн спорт майҙансығы эшләгәндәр. Был изге эшкә ауыл биләмәһе хакимиәте һәм “Искренность” йәмғиәте тос өлөш индергән. Быйыл иһә Архангел ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре обелискын реконструкцияларға һәм Геройҙар аллеяһын төҙөкләндерергә йыйыналар.

"Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы ярҙамында былтыр “УАЗ” автомобиле базаһында янғын һүндереү машинаһы алғандар.

Табын ауылы биләмәһе күп милләтле булыуы менән дә үҙенсәлекле. Бында төрлө халыҡтар татыу, берҙәм булып йәшәй. Мәҙәни саралар төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашлығында уҙа. Наталья Хәбибуллина етәкселегендәге казактар хоры һәм  Родина ауылынан Фәүзиә Ҡотлоғилдина етәкселегендәге Ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһы әүҙем эшләй. Ауыл китапханаларына халыҡ ихлас йөрөй, унда улар китап уҡыу менән генә сикләнмәй, ә төрлө сараларҙа ла ҡатнаша.

Биләмәлә спортты үҫтереүгә иғтибар ҙур. Шуға ла уҡыусылар һәм йәштәр командалары район кимәлендә уҙғарылған бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. Айырыуса футбол, баскетбол, саңғы, йөҙөү кеүек спорт төрҙәренән призлы урындар яулайҙар. 250-нән ашыу кеше спорт менән әүҙем шөғөлләнә.

Әлбиттә, һәр ауыл биләмәһендәге кеүек үк, бында ла тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫтәй тойолған хәл итәһе мәсьәләләр күп, әммә "алға барған кеше генә ауырлыҡтарҙы еңеүгә өлгәшә" тиҙәр. Табын ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Фидан Ғүмәров шундайҙарҙан.

Фото: Табын ауылы биләмәһенән.    

Табындарҙың эштәре уң бара
Табындарҙың эштәре уң бара
Табындарҙың эштәре уң бара
Табындарҙың эштәре уң бара
Табындарҙың эштәре уң бара
Табындарҙың эштәре уң бара
Табындарҙың эштәре уң бара
Табындарҙың эштәре уң бара
Табындарҙың эштәре уң бара
Табындарҙың эштәре уң бара
Табындарҙың эштәре уң бара
Табындарҙың эштәре уң бара
Табындарҙың эштәре уң бара
Табындарҙың эштәре уң бара
Табындарҙың эштәре уң бара
Табындарҙың эштәре уң бара
Табындарҙың эштәре уң бара
Табындарҙың эштәре уң бара
Табындарҙың эштәре уң бара
Табындарҙың эштәре уң бара
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в