Крауд-платформала ideas.roscongress.org идеялар йыйыу 22 апрелгә тиклем дауам итә. Ғаризалар ете йүнәлеш буйынса ҡабул ителә, йәғни төбәктә һәм илдә тормошто яҡшыртыуға килтергән бөтә тәҡдимдәр ҙә ҡыҙыҡлы.
Форумды Стратегик башланғыстар агентлығы һәм «Росконгресс» фонды ойоштора. Уның сиктәрендә ҡатнашыусылар идея әҙерләй һәм эксперт берләшмәһе менән бәйләнеш булдыра, үҙ идеялары нигеҙендә проекттар әҙерләй, проект командаһын төҙөй ала.
«2030 йылғы осорға ҡуйған бөтә стратегик милли маҡсаттарға өлгәшергә тейешбеҙ. Әлеге саҡырыуҙар һәм мөмкинлектәр беҙҙе мобилизацияларға ғына тейеш. Беҙ үҙебеҙҙе граждандар мәнфәғәтендә һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә йүнәлтергә тейешбеҙ», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент Владимир Путин.
2022 йылдың йәйендә уҙасаҡ ике көнлөк форумға 100 иң яҡшы идея һәм проект һайлап алынасаҡ, ә пленар ултырыш барышында ил етәкселегенә уларҙың унауһы күрһәтеләсәк.
Беренсе «Яңы заман өсөн көслө идеялар» форумы 2020 йылдың ноябрендә уҙҙы. Ул ваҡытта Башҡортостан форумға тәҡдимдәр һаны буйынса иң әүҙем дүрт төбәк иҫәбенә инде – республикала йәшәүселәр 615 идея тәҡдим иткән. Тәүге форумда Стратегик башланғыстар агентлығы рейтингына Башҡортостанда йәшәүселәрҙең туғыҙ идеяһы ингәйне, улар араһында “Ярҙам ҡулы” мобиль бригадаһы (Сибай ҡалаһы), “Тормошҡа ынтылыш” онкология клубы (Салауат ҡалаһы), “Тыуған республикала бизнесҡа аҙым” мәғариф проекты бар ине. “Z ижад итеүселәр” йәштәр проекты ла эксперттарҙың юғары баһаһын алды. Уны М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы Вилдан Иҫәнгилдин тәҡдим иткән ине.
“Беҙ республика халҡының ҡыҙыҡһыныуын күрәбеҙ. Башҡортостандан 86 ғариза килгән, улар араһында ашығыс ярҙам машинаһы эшләү, Бөрө ҡалаһында ҡошсолоҡ фермаһы булдырыу, онотолған тарихи урындар буйынса белешмә, коррупцияға ҡаршы йәштәр советы һәм башҡалар бар. Проекттар социаль-иҡтисади үҫешкә булышлыҡ итер тип ышанабыҙ”, - тип билдәләне Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Дөйөм алғанда, 2021 йылда форумдың крауд-платформаһына килгән 15 мең идеяның 80-дән ашыуы Стратегик башланғыстар агентлығының яңы стратегияһы нигеҙенә алынған.
Әлеге ваҡытта “Яңы заман өсөн көслө идеялар” крауд-платформаһында 18 меңдән ашыу ҡатнашыусы теркәлгән һәм 5,6 меңдән ашыу идея тәҡдим ителгән. Әлегә Һамар, Мәскәү һәм Түбәнге Новгород өлкәләре алдынғы урындарҙа килә.
Фото: orenburzhie.ru