“Башҡортостан” гәзите ойошторған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсанттары менән танышҡан һайын уларҙың һәр кеменә хөрмәт тойғоһо арта ғына бара. Уңған хужалар араһында Балтас районының иң алдынғылар иҫәбендә булған Көнтүгеш ауылы хакимиәте башлығы Игорь Яниев та бар.
Игорь Нәми улы 1963 йылда Балтас районының Түбәнге Иванай ауылында тыуған. Мари дәүләт педагогия институтын тамамлаған. 2018 йылдан Көнтүгеш ауыл биләмәһе башлығы булып эшләй, был өлкәлә дөйөм хеҙмәт стажы туғыҙ йыл. “Минең өсөн халыҡтың ышанысын аҡлау мөһим”, – ти ул.
Көнтүгеш биләмәһенә алты ауыл ҡарай, үҙәге Түбәнге Иванайҙа урынлашҡан. Биләмәлә башҡорт, татар, рус, мари милләте вәкилдәре дуҫ, татыу, берҙәм йәшәй.
Был төбәктә ауыл хужалығы тармағы яҡшы үҫешкән. Мәғариф, медицина учреждениелары ла уңышлы хеҙмәт күрһәтә. Ауылдарҙа мәҙәни саралар даими уҙғарылып тора. Көнтүгеш һәм Түбәнге Иванайҙа – мәҙәниәт йорттары, Йәнтимер, Тоҙлоуба ауылдарында клубтар бар. Үҙешмәкәр коллективтар район, республика кимәлендәге сараларҙа уңышлы сығыш яһай.
Ауыл биләмәһе башлығы урындағы халыҡ уңайлы шарттарҙа йәшәһен, эшләһен өсөн бар тырышлығын һала. Бындағы кешеләр үҙҙәре лә дәртле. Улар матур, етеш йәшәргә ынтыла, заманса күркәм йорттар һала. Һуңғы ике йылда субсидия иҫәбенә төҙөлгән өйҙәр ҙә байтаҡ. Ауылдарҙа электр линияһы яңыртылған, шулай уҡ урамдарға заманса яҡтырҡыс ҡорамалдар ҙа ҡуйғандар. “Арзан интернет” республика программаһы буйынса былтыр Түбәнге һәм Үрге Иванайҙа яңы оптик-сүсле бәйләнеш линияһы үткәрелгән, был халыҡҡа заман уңайлыҡтарынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырған.
Урындағы халыҡ биләмәне төҙөкләндереүҙә, өмәләрҙә һәр саҡ дәррәү ҡатнаша. Был эштәрҙе ойоштороуға ауыл старостары тос өлөш индерә. Былтыр Көнтүгешкә ингән ергә арт-объект ҡуйғандар.
Биләмәлә юлдарҙы рәткә килтереү буйынса ла ҙур эштәр башҡарылған. Былтыр Үрге Иванайҙың Гагарин урамы ремонтланған. Көнтүгеш, Яңы Уразай, Йәнтимер ауылдары халҡының күптәнге хыялы тормошҡа ашҡан – Түбәнге Иванай менән Көнтүгеш араһындағы биш саҡрым юлға асфальт түшәгәндәр. Хәҙер биләмәләге барлыҡ ауылдарҙы бер-береһе менән асфальт юл тоташтыра.
Биләмә халҡы 2016 йылдан алып "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында уңышлы ҡатнашып килә. Ошо ваҡытта Көнтүгештә - Мата йылғаһындағы күпер, Түбәнге Иванайҙа ауыл мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелгән, Көнтүгештә икенсе зыяраттың кәртәләре алыштырылған, Тоҙлоубала клуб бинаһына капиталь ремонт эшләнгән, Йәнтимерҙә Еңеү паркын рәтләү буйынса эштәр ойошторолған, Түбәнге Иванайҙа мәҙәниәт һәм ял паркы яңыртылған.
– Төп ынтылыштарыбыҙҙың береһе – берҙәм эшләү һәм дуҫ йәшәү, шул саҡта ғына урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлгәшәсәкбеҙ, – ти Игорь Нәми улы.
Фото: Көнтүгеш ауылы биләмәһе.