Вадимға 34 йәш. Учалы ҡалаһында Гөлнара менән Рәил Күсәрбаевтарҙың ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. 1-се башҡорт лицейын уңышлы тамамлағас, Учалы тау сәнәғәте колледжына уҡырға керә. Программалаусы һөнәрен үҙләштерә, уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Шул уҡ йылда Көньяҡ Урал дәүләт университетының халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультетына уҡырға инә. Өсөнсө курстан һуң үҙ теләге менән әрмегә бара.
Бурысын үтәп ҡайтҡас, уҡыуын дауам итә, аҙаҡ Мәскәү ҡалаһына “Трансаэро” авиакомпанияһына эшкә урынлашырға килә. Компания егетте өс ай уҡытып ала. Ойошмала бер йыл хеҙмәт иткәс, уны “Россия” авиакомпанияһына күсерәләр. Һуңғы ете йыл ошонда стюард булып эшләй.
Вадим өйләнгән, уның рейстан иҫән-һау ҡайтыуын тормош иптәше Эльвира менән улы Тимур түҙемһеҙләнеп көтә.
– Беренсе тапҡыр Мысырға юлландым, уға тиклем самолетта бөтөнләй осҡаным юҡ ине. Шулай ҙа ҡурҡыныс булманы, бик оҡшаны. Беҙ Куба, Доминикана, Мысыр, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Таиланд, Вьетнам, Төркиә, Дубай, Индонезия, Шри-Ланка, Һиндостан һәм башҡа илдәргә осабыҙ, – тип һөйләй Вадим.
– Стюардесса, стюардҡа ниндәй төп сифаттар хас булырға тейеш?
– Иң мөһиме – сәләмәтлек. ВЛЭК-ты (табип-осоу эксперт комиссияһы) үтмәһәң, хатта уҡырға ла инеп булмай. Һүҙ уңайынан, тәндең күренеп торған өлөшөндә татуировкалар ҙа булырға тейеш түгел. Медицина тикшереүе үткән ваҡытта бик ентекләп ҡарайҙар. Баш әйләнмәҫкә һәм күңел болғанмаҫҡа тейеш. Ишетеү һәләте лә бик мөһим. Ҡайһы бер авиакомпанияларҙа бортпроводниктарҙың буйы ла мөһим роль уйнай. Ҡыҙҙар өсөн ул – 165 сантиметр, ә егеттәр өсөн – 170 сантиметр. Ҡайһы бер авиакомпаниялар сит телдәр белеүгә бик иғтибар бирмәй, ә икенселәр өсөн был төп шарттарҙың береһе булып тора. Мин инглиз телен яҡшы беләм.
– Эшеңдең нимәһе айырыуса оҡшай?
– Мин уны хатта эш тип тә һанамайым, ә хобби тием, сөнки һауала булыу миңә рәхәтлек бирә. Төркиә, Испания һымаҡ осорға йыраҡ булмаған илдәргә кире боролоп ҡайта торған рейстар башҡарыла. Ундай саҡта беҙ аэропорттан сыҡмайбыҙ ҙа. Ә Доминикана, Индонезия, Бали һымаҡ алыҫ (12–13 сәғәт) илдәргә командировкалы рейстар була. Ғөмүмән, алты сәғәт осҡандан һуң беҙ бер тәүлек ял итергә тейешбеҙ. Командировкалы рейстарҙа бер тәүлектән алып бер аҙнаға тиклем торабыҙ. Бындай ваҡытта беҙҙе аэропорттан килеп алалар ҙа ҡунаҡханаға урынлаштыралар. Ул, ғәҙәттә, һәр ваҡыт диңгеҙ янында була.
Иҫерек, ғауғасыл пассажирҙар булғылай. Иҫерткес эсемлектәр ҡулланған кешеләр менән етди проблемалар ҙа килеп сыҡҡылай. Сәғәт айырмаһы ла организмға ныҡ тәьҫир итә. Беҙҙең эштә үҙенә күрә һынамыштар ҙа бар. Мәҫәлән, рейс алдынан кейемгә төймә тағырға, йыртылған, һүтелгән урындарҙы тегергә ярамай. Уны рейс тотҡарланыуға, ватылыуға юрайҙар.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр ҙә осрап тора – Мысырҙан Мәскәүгә осҡан ваҡытта самолетты киҫкен рәүештә Дондағы Ростов ҡалаһында ултыртырға тура килде, сөнки бер ҡатын аңын юғалтты, уның һәләк булыуы ихтимал. Пассажирҙы табиптар ҡулына тапшырып, осоуҙы дауам иттек.
– Экипажда ғәҙәттә нисә кеше оса?
– Төрлөсә. 189 пассажир һыйҙырышлы “Боинг-737” самолетында кәм тигәндә дүрт бортпроводник һәм ике пилот була. Ике ҡатлы, 521 пассажир һыйҙырышлы “Боинг-747” самолетында – 12 бортпроводник һәм дүрт пилот. Индонезия, Доминикана кеүек алыҫ илдәргә осҡанда экипажда ун өс – ун дүрт кеше булабыҙ.
– Рейсҡа нисек әҙерләнәһегеҙ?
– Аэропортҡа ике сәғәт алдан киләбеҙ. Башта медицина тикшереүе үтәбеҙ. Унан һуң осош алдынан брифинг була. Унда беҙ рейстың үҙенсәлектәрен – нисә кеше осҡанын, балалар һанын, нисә сәғәт осорға тура килерен һөйләшәбеҙ. Тышҡы ҡиәфәтебеҙҙе тикшерәләр. Ҡотҡарыу эше буйынса һорауҙарға яуап бирәбеҙ. Шунан һуң самолетҡа барабыҙ. Һәр бер бортпроводниктың яуаплы зонаһы була. Самолетта сит әйберҙәр юҡлығына, бөтә йыһаздың да яҡшы эшләүенә инаныр өсөн тикшереп сығабыҙ. Шунан һуң багаж ҡабул итәбеҙ, аҙаҡ пассажирҙарҙы ҡаршы алабыҙ. Улар сығып киткәс, самолетта онотолған әйберҙәрҙе тикшерәбеҙ. Рейстан һуң тағы брифинг үтәбеҙ.
– Ниндәй ил күңелеңә ята?
– Төрлө илдәрҙе күп күрергә тура килә, шулай ҙа миңә иң оҡшаған ил – Таиланд. Ул матур тәбиғәте, экзотик емеш-еләге, яҡшы климаты, изге күңелле кешеләре менән күңелгә ята.
– Стюардтар нисә йыл эшләргә тейеш?
– Хаҡлы ялға килгәндә, мотлаҡ 10 йыл осоу стажы һәм биш йыл дөйөм стаж булһа, ир-ат пенсияға сыға.
– Ҡыйыу егеткә уңыштар, имен рейстар теләйем!
Вилиә ЯНБАЕВА әңгәмәләште.
Учалы ҡалаһы.