Йәмғиәт
15 Апрель 2022, 03:51

“Зифа” порошогы оҙатылды

Башҡортостан сода компанияһы Донецк һәм Луганск республикалары халҡына гуманитар ярҙам сифатында 80 тонна самаһы үҙенең продукцияһын ебәргән.

Предприятие бүлексәләре БСК-ла сығарылған көнкүреш химияһын йыйыуҙы ойошторған. Гуманитар ярҙам составына яҡынса 20 мең ҡап ағартҡыс, 31 мең ҡап кальцийлы сода, 32 һәм 43 мең ҡап “Зифа” һәм “Нур” кер йыуыу порошогы инә.

Дөйөм алғанда, предприятие 78 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы йөк әҙерләгән. Ул дүрт машинала Стәрлетамаҡтан Өфөгә юлланған, унда Донбассҡа киткән республика гуманитар ярҙам колоннаһына ҡушылған.

– Барыһы ла бөгөн Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының граждандарына ни тиклем ауыр икәнен аңлай, шуға күрә ярҙам итеү теләге шул тиклем көслө. Беҙҙең көнкүреш химияһына ихтыяж ҙур, – ти генераль директорҙың техник сәйәсәт буйынса урынбаҫары Фёдор Афанасьев.

Компания етәкселеге билдәләүенсә, был Башҡортостан сода компанияһы тәҡ­дим иткән гуманитар ярҙамдың һуңғы партияһы түгел. Предприятие был йүнә­лештә эшләүҙе дауам итергә һәм Донбасс халҡына даими нигеҙҙә ярҙам итергә ниәтләй.

Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА. 

Читайте нас