“Башҡортостан” гәзите ойошторған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсында Туймазы районының Иҫке Туймазы ауылы биләмәһе башлығы Рәдис Вәлиәхмәтов та ҡатнаша.
Рәдис Мирхәт улы 1968 йылда Туймазы районының Горный ауылында тыуған. Башҡортостан дәүләт аграр институтын тамамлаған. 2006 йылдан – Иҫке Туймазы ауылы биләмәһе башлығы вазифаһында. “Планға ярашлы ҡәтғи тәртип буйынса эшләйбеҙ. Иң мөһиме - халыҡҡа бирелгән вәғәҙәне үтәргә тырышабыҙ”, – ти ул.
Рәдис Вәлиәхмәтов был вазифала эшләгәндең тәүге көндәренән үк биләмә өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләй, шулай уҡ предприятиелар, ойошмалар етәкселәренең иғтибарын ауыл биләмәһе мәсьәләләренә йәлеп итә. Биләмәлә ике меңдән ашыу кеше йәшәй.
Урындағы бюджетты дөрөҫ файҙаланыу, ваҡытлы ҡарарҙар ҡабул итеү һөҙөмтәһендә Иҫке Туймазы хакимиәте эшмәкәрлеген үҙ иҫәбенә уңышлы ғәмәлгә ашыра. Етәксе төҙөкләндереү мәсьәләһенә етди иғтибар бирә. Хеҙмәтенең тәүге көндәренән үк электр селтәрҙәрен алыштырыу, ауыл урамдарын яҡтыртыу буйынса ҙур эш атҡарып сыға. Иҫке Туймазы ауылына газ үткәреүгә күп көс һала.
Һуңғы йылдарҙа ауыл биләмәһен һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен яйға һала: Бишенденән Горныйға тиклем һыу магистрале төҙөлгән – хәҙер халыҡ таҙа һыу эсә. Былтыр Иҫке Туймазыла һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәре төҙөлөшө тамамланған, әлеге мәлдә уға йорттарҙы тоташтырыу буйынса эш алып барыла. Ҡыҙылбүләккә һыу үткәреү проекты әҙерләнгән, әле Раевка ауылына ла һыу үткәреү мәсьәләһе күтәрелгән.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу ҙа тулыһынса хәл ителгән: сүп-сар өсөн майҙансыҡтар төҙөлгән, контейнерҙар ҡуйылған.
Юлдарға асфальт түшәү ҙә алып барыла – 3,7 саҡрым араға һалғандар, ҡырсынташлы юлдар ҙа ҡараулы, Горныйға һыу үткәргәндән һуң юлдарҙы ремонтлағандар.
Биләмәлә йәштәрҙең, үҫмерҙәрҙең ваҡытын файҙалы уҙғарыуға, спортты үҫтереүгә иғтибар ҙур. 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлгән, әле унда 140 сабый йөрөй. Мәктәпкә капиталь ремонт эшләнгән.
Иҫке Туймазыла – Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә, Ҡараттамаҡта тыл эшсәндәренә обелисктар төҙөлгән.
“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса Ҡараттамаҡта һәм Горныйҙа спорт майҙансыҡтары булдырылған, Ҡыҙылбүләктә балалар майҙансығы төҙөкләндерелгән, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә обелиск ҡуйғандар.
Биләмә үҫә, йәштәргә йорт һалыу өсөн ер участкалары талап ителә. Ошо йәһәттән 78 хужалыҡ өсөн төҙөлөшкә участка әҙер, уларға электр уты һуҙылған, юл һалынған. Бөгөн иһә был биҫтә төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Ауыл биләмәһе булышлығында Иҫке Туймазыла табип амбулаторияһы төҙөлә.
Ғөмүмән, бында тормош гөрләп тора. Ауыл биләмәһе башлығы халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу буйынса ҙур эштәр алып бара.
Фото: Иҫке Туймазы ауылы хакимиәте сайты.