"Минең исемем Айзилә, 12 йәштәмен. Тиҫтерҙәремдән, бәлки, айырылып торһам да, бер ҙә уларҙан кәм түгелмен. Мин бары тик – икенсе.
Бәләкәйҙән Радик Юлъяҡшиндың йырҙарын тыңлап үҫтем. Апайым йәйге каникулға килгәндә өйҙә хатта дискотекалар үткәрә торғайныҡ, бик күңелле ине.
Беләһегеҙме, ҡайһы саҡта миңә бик моңһоу булып китә. Башҡа ҡыҙҙар кеүек осоп төшөп бейей алмағаныма күңелем болоҡһой… Шул ваҡыттарҙа Радик Юлъяҡшиндың "Уфтанма" йырын ҡуям. Бөтә йөрәгем менән тыңлайым мин уны! Яйлап моңһоулыҡ юғала, йөрәгем һөйөү менән тула – атай-әсәйемә, дуҫтарыма, моңға. Улар миңә артабан йәшәргә көс бирә. Бәләкәй генә хыялым бар: концертында Радик менән танышып, риза булһа инде, уның менән бергәләп яратҡан йырымды башҡарғым килә. Һәм кумирыма рәхмәттәремде әйтер инем. Ысын күңелдән хыялымдың тормошҡа ашырына ышанам!"
Бына ошондай йылы йөкмәткеле хат яҙған булған Айзилә исемле һылыу "Теләктәр шыршыһы"на. Теләге тормошҡа ашҡан да. Айзилә менән йылы осрашыу мәлен социаль селтәрҙә уртаҡлашып, Радик Юлъяҡшин: "Бәләкәй ҡыҙҙың хыялын тормошҡа ашырыу - минең өсөн яҙмыш бүләге", - тип белдергән, видеояҙма ла ҡуйған.
Фото (видеонан скриншот) Р. Юлъяҡшиндың "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.