Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2022, 17:00

"Афарин, Рәлиф Мөғәллим улы!"

Республика Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәт кешеһенә хөрмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

"Афарин, Рәлиф Мөғәллим улы!"
"Афарин, Рәлиф Мөғәллим улы!"

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәргә сираттағы яҙмаһын ҡуйҙы.

Унда шулай тиелә:

“Был фотоһүрәттәге эштәрҙе Дүртөйлө районының Тәкәрлек ауылында йәшәгән Рәлиф Гәрәев бар күңелен һәм оҫталығын һалып башҡарған. Шуға ла ул бөгөн мин алып барған #ЖЗЛ Башкортостан рубрикаһы геройы булды.

Шәп иретеп йәбештереүсе – 30 йыл эшләгән, был аҙ түгел. Шәп балта оҫтаһы ла – бөтә нәмә эшләй белә. Йорттар төҙөгән, ауылды төҙөкләндереүҙә ҡатнаша. Былтыр ике аҙна эсендә Рәлиф Мөғәллим улы ауылдаштары менән бергә мәсет янында ҡойоҡто тәртипкә килтергән, беседка ҡуйған, матурлыҡ булдырған.

Был ҡойо ауылдың йәменә, биҙәгенә әүерелгән. Ауылдаштары ла шатлана, башҡаларға ла оҡшай.

Быйыл Тәкәрлек ауыл Советы урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса балалар майҙансығын төҙөкләндереү буйынса конкурсты үткән. Рәлиф Мөғәллим улы майҙансыҡты үҙ ҡулдары менән эшләргә тәҡдим иткән. Афарин, Рәлиф Мөғәллим улы!

Һеҙгә һәм Башҡортостан халҡына һаулыҡ, матур ялдар теләйем!”

Фото Башҡортостан Башлығы сәхифәһенән.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: