Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2022, 19:00

"Ҡана, уның өсөн үҙем түләйем!.."

Һуңғы ваҡытта автобуста билет алырға аҡсаһы булмаған балаларҙы төшөрөп ҡалдырыуға йәки кеше алдында кәмһетеүгә бәйле осраҡтар йышайып китте... 

"Ҡана, уның өсөн үҙем түләйем!.."
"Ҡана, уның өсөн үҙем түләйем!.."

Ошо көндәрҙә миңә лә шундай күренештең шаһиты булырға тура килде.

Үҙәк баҙар туҡталышын үткәс, 12-13 йәштәрҙәге үҫмер киләһе туҡталышта төшөү ниәте менән водителгә картаһын һуҙҙы. Тик унда аҡса булмай сыҡты, “Картаңда аҡса юҡ”, - тине водитель. Малай аптырап ҡалды, кеҫәләрен ҡараштырҙы. Шул саҡ алғы ултырғыста ултырған егет (моғайын, студенттыр, тип уйлап ҡуйҙым һуңынан) һикереп торҙо ла: “Ҡана, мин уның өсөн түләйем”, - тип картаһын һуҙҙы. Был хәл шул тиклем тиҙ килеп сыҡты, автобустағы халыҡ нимә булғанын аңлап та өлгөрмәне. Уҡыусы бала рәхмәт әйтеп төшөп китте.

Ике-өс туҡталыштан һуң өс-дүрт йәштәрҙәге ейәнсәрен етәкләгән өләсәй килеп инде. Был мәлгә автобуста буш урындар ҡалмаған ине. Тағы теге егет тороп баҫты ла: “Ултырығыҙ”, - тип урын тәҡдим итте.

Хәҙер йәштәр тәрбиәһеҙ, мәрхәмәт, изгелек күрһәтә белмәй тип йыш ҡабатларға күнеккәнбеҙ. Йәштәрҙең дә төрлөһө бар. Ғаиләһендәге тәрбиәнән, эске мәҙәниәттән торалыр күп нәмә...

Фото: infosmi.net

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: